Ғанҡа (ғәр. عنقاء‎ ғанҡа; рус. анка ) — ғәрәп мифологияһы персонажы, Аллаһ яралтҡан мөғжизәле һәм кешеләргә дошманлыҡ ҡылған ҡоштар. Ғанҡа әле лә бар тип иҫәпләнә, әммә уларҙың һаны шул тиклем аҙ, шуға осратыуы бик ауыр. Ғанҡа күбеһенсә феникс ҡошҡа оҡшаш, мифтарға ярашлы, ул Ғәрәбстан сүллегендә йәшәгән.

Китаб әл-булхан (XV быуат.) иллюстрацияһы.
Ғанҡа Зәкәриә әл-Ҡазвини китабында (1537).

Әсхәб әр-Расс

үҙгәртергә

Ислам риүәйәтенә ярашлы, рассиҙар элек юҡ ителгән ҫамудтарҙың вариҫтары була, Йәмәмдәге ҡоҙоҡ янында йәшәгәндәр һәм ғәләмәт ҙур ғанҡа ҡоштар һөжүменән яфаланғандар[1]. Пәйғәмбәр Ханзала Ибн Сафуан доғаһы менән Аллаһы тәғәлә ҡоштарҙы юҡҡа сығарған[2]. Ханзала халҡы пәйғәмбәрҙең вәғәздәрен тыңламай, уны ҡоҙоҡҡа ташлай. Кешеләрҙең гонаһтары өсөн язаға тарттырып, Аллаһ уларҙы юҡ иткән. "Ҡоҙоҡ кешеләре " йә Йәмәмдә, йә Әзербайжанда, йә Антакьяла йәшәүе ихтимал тигән фараздар бар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Асхаб ар-Расс // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Асхаб ар-Расс // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 24—25. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Асхаб ар-Расс / М. Б. Пиотровский // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
  • ʿAnḳāʾ / Pellat, Ch. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)