Ғайсин Ҡаһарман Ғәлләм улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Ғайсин Ҡаһарман Ғәлләм улы (ғинуар 1910 йыл —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ҡыҙылармеец, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия полкында ҡылыссы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1]

Ғайсин Ҡаһарман Ғәлләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Иләс, Яңы Ергән ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание рядовой, ҡыҙылармеец[d] һәм тоҫҡаусы[d]
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡаһарман Ғәлләм улы Ғайсин 1910 йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Сәғит (Ҡалтай)) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Баймаҡ ҡалаһында токарҙар курсын тамалай.
1932 йылда Бүребай идаралығында эшләй.
1942 йылдың февралендә Хәйбулла районының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия полкы 1-се эскадронында тәүҙә сабельник, һуңынан шул уҡ полктың 2-се эскадронында танкыға ҡаршы тоҫҡаусы (наводчик) булып хеҙмәт итә.

Батырлығы

үҙгәртергә

Ғасйин Ҡаһарман Ғәлләм улы дошман тылына рейдтар яһау, уларҙың һөжүмен тотҡарлау өсөн күперҙәрҙе шартлатыу кеүек мөһим хәрби заданиеларҙы үтәүҙә ҡатнаша. Польшаны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Ике мәртәбә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.[2] 1946 демоблизациялана, декабрь айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуңғы яҙмышы

үҙгәртергә

Армиянан ҡайтҡас, яңынан Бүребай руда идаралығының гаражында слесарь, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем мастер булып эщләй. Һуғыштан һуңғы хеҙмәттәре өсөн төрлө дәрәжә Маҡтау ҡағыҙҙары, юбилей миҙалдары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә