Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы
Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы (8 март 1908 йыл — 14 декабрь 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1]
Ғайсин Лоҡман Мәсәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 8 март 1908 |
Тыуған урыны | Көбәк, Таулар ауыл советы, Бүздәк районы, СССР |
Вафат булған көнө | 14 декабрь 1988 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Көбәк, Таулар ауыл советы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | Сержант һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛоҡман Мәсәлим улы Ғайсин 1908 йылдың 8 мартында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Көбәк ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан алына[2].
Хәрби юлы
үҙгәртергә62-се гвардия кавалерия полкының 76 миллиметрлы пушкалар батареяһының төҙәүсеһе (тоҫҡаусы) булып хеҙмәт итә. 1942 йылда Курск өлкәһенең «Ҡыҙыл Яр» колхозы өсөн алышта, шулай уҡ 1943 йылда Украина ССР-ның Чернигов өлкәһе Клочково ауылы янындағы яуҙа, 1945 йылда Польшаның Радевишт пунктын һәм Германияның Браденбург ҡалаһы янындағы бәрелештәрҙә үҙенең батырлығы, ҡыйыулығы, тиҙлеге менән башҡаларҙан айырыла. Ике тапҡыр еңелсә яралана. 1946 йылда демобилизациялана һәм тыуған ауылында эшләй. 1988 йылдың 14 декабрендә вафат була, тыуған ауылы Көбәктә ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәНаграда тураһында документтары[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943 йыл)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943 йыл)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945 йыл)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985 йылдар)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ГАЙСИН Лукман Мусалимович
- ↑ Гайсин Л. М. 2021 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Наградные документы. ГАЙСИН Лукман Мусалимович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ГАЙСИН Лукман Мусалимович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память народа. Гайсин Лукман Мусалимович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)