Ғайсауилыҡ
Ғайсауилыҡ йәки ғисауилыҡ[1] (ғәр. العيساوية; рус. Айссауа, аль-‘исавийа) — Төньяҡ Африкала (Марокко, Алжир, Тунис) киң таралған суфый тәриҡәте. XVI быуатта шәзәлиләрҙән айырылып сыҡҡан [1].
Ғайсауилыҡ | |
ғәр. الطَّرِيقَةُ الْعِيسَاوِيَّةُ | |
Нигеҙләүсе | Мухаммад аль-Хади ибн Иса[d] |
---|---|
Дәүләт |
Алжир Марокко Тунис |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Ғайсауилыҡ Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҒайсауиҙар тәриҡәтенә әл-Һаҙый Мөхәммәт ибн Ғайса (Ғийса) нигеҙ һала[1] (Ибн Ғайса 1465—1526), ул шулай уҡ Шәйех әл-Камил (камил шәйех) булараҡ билдәле. Ибн Ғайса ислам тәғлимәтен тарата, бик күп уҡыусылары була һәм Мекнеста зәүиә ойоштора. Легенда буйынса, шәйех ибн Ғайса хәл өҫтөндә ятҡанда, шәкерттәренең береһе ҡайғынан экстаз хәленә инеп, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡылап, тереләй бер һарыҡты ашап бөткән. Был риүәйәт һадр (экстаз хәленә инеү) һәм фрисса (тереләй хайуан ашау) йолалары өсөн нигеҙ була][2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 288
- ↑ Акунов В. В., 2012
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Акунов В. В. Суфийский орден Айс(с)ауа // Военно-духовные ордена Востока. — М.: Вече, 2012.;
- Дьяков Н. Н. Мусульманский Магриб. Шерифы, тарикаты, марабуты в истории Северной Африки. Изд-во С.-Петербург. университета, 2008;
- Soualah M. La société indigène de l’Afrique du Nord. Alger, 1937.
- Кныш А. Д. аш-Шазилийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 288. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |