Ғабдулла (Һарытау өлкәһе)

Һарытау өлкәһенең бөткән ауылы

Ғабдулла (рус. Габдуллино) — Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән Күҙәбай улусына ҡараған (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә), хәҙер бөткән ауыл[1].

Ғабдулла
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе һәм Күҙәбай улусы

Тарихы үҙгәртергә

Ғабдулла ауылының атамаһы уға нигеҙ һалыусы Ғабдулла тигән кеше хөрмәтенә аталған булыуы ихтимал, сөнки 1834 йылда үткән VIII рәүиз материалдарында уның улдары күрһәтелә. Аллабирҙе Ғабдуллинға ул ваҡытта 33 йәш була, уның 8 йәшлек Баймөхәмәт һәм 5 йәшлек Мөхәмәт, 3 йәшлек Хажиәхмәт һәм алты айлыҡ Шаһиәхмәт исемле улдары була. Уның ҡустыһының, 30 йәшлек Байбирҙенең Ҡотләхмәт исемле улы иҫәпкә алынған[1].

1816 йылда Ғабдулла ауылында 70 ир-егет һанала, 1834 йылда 23 хужалыҡта 94 ир-ат теркәлә. 1850 йылғы иҫәп алыуҙа ҡатын-ҡыҙ ҙа һанала һәм 109 ир-ат, 108 ҡатын-ҡыҙ булған тигән мәғлүмәт бар.

23 йортта 5 ирҙең ике ҡатыны булған. 20 кешенең сығышы 9-сы кантондың Юрматы улусына, берәүҙеке Бөрйән улусына барып тоташа[1].

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантонының 34-се йортона ҡараған Байғужа ауылы халҡы 1815 йылда Ғабдуллаға күсенгән ҡәрҙәштәре Хоҙайбирҙе Бикҡужинды үҙҙәренә кире ҡабул итергә әҙер була. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ өйәҙенең Юрматы улусы Муса ауылы халҡы Хисаметдин Йәноҙаҡовтың да ҡайтыуын көтә.

Шул уҡ ваҡытта 1833 йылда Ғабдулла ауылына шул уҡ өйәҙҙең 7-се кантонынан Үтәғоловтар килә, ә Аллабирҙе Ғабдуллин 60 ир-егет менән Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантоны 4-се йортона ҡараған Хәлил ауылына кире ҡайтырға йыйына[1]. XIX быуат уртаһында ауыл Мәҡсүт ауылының йәмиғ мәсетенә беркетелә.

1889 йылда Ғабдулла ауылында 478 кеше иҫәптә була[2]. 1897 йылда уҙғарылған беренсе рәсми иҫәп алыуҙа 531 кеше теркәлә[3]. 1910 йылда халыҡ һаны 591 була. Артабанғы иҫәп алыуҙарҙа ауыл тураһында мәғлүмәт юҡ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. П. В. Кругликов. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1889 йылғы мәғлүмәттәр. — Самара: Тип. И. П. Новикова, 1890. — С. 191.
  3. Протопопов И. А. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1900 йыл. — Самара: Губернская типография, 1900. — С. 459—462. — 520 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә