Яңы Ҡуғанаҡ 2-се
Яңы Ҡуғанаҡ 2-се (Яңы Ҡуғанаҡ Икенсе) — Башҡортостандың (Рәсәй) Стәрлетамаҡ районы хәҙерге Подлесный ауыл Советы биләмәһендәге бөтөрөлгән ауыл.
Яңы Ҡуғанаҡ 2-се | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Подлесный ауыл советы |
Географияһы
үҙгәртергәРайондың төньяҡ өлөшөндә, Мәҫәле йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Мәҫәле төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә ағып, бер нисә километрҙан шулай уҡ төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ағыусы Ҡуғанаҡ йылғаһына ҡушыла. Йылға яры сағыштырмаса һирәк осрай торған үҫемлек менән ҡапланған. Ауылдан төньяҡ-көнбайыштараҡ Волков урманы тип аталған урман массивы башлана. Ауылдан көнсығыштараҡ йылға аша кисеү булған[1].
Яҡын тораҡ пункттар
үҙгәртергәЯҡын тирәләге тораҡ пункттарҙан түбәндәге ауылдар: ҙур ауыл Оло Ҡуғанаҡ — 2,2 км көньяҡ-көнсығышта, Ҡуғанаҡ һәм Мәҫәле аръяғында (ауыл Ҡуғанаҡтың уң яҡ ярында урынлашҡан; Ҡуғанаҡ ауыл Советының үҙәге булып тора, Ҡарлыман—Мораптал аралығында Ҡуғанаҡ тимер юл станцияһы бар); Талалаевка ауылы — 1,8 км көньяҡ-көнбайышта, Мәҫәле йылғаһының көньяҡ ярында; Спасский ауылы — 1,4 км төньяҡ-көнбайышта; хәҙер бөткән ауыл Белороевка — 2,3 км шулай уҡ төньяҡ-көнбайышта, Волков урманы ситендә урынлашҡан; хәҙер кеше йәшәмәгән ауыл Валентиновка — кәмендә 1 км төньяҡ-көнсығышта, зыярат аръяғында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1926 йылдағы СССР-ҙың беренсе Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ кантонының Ашҡаҙар улусы Спасский ауыл Советы составындағы Яңы Ҡуғанаҡ 2-се ҡасабаһында 19 йорт һәм 101 кеше (48 ир-ат һәм 53 ҡатын-ҡыҙ)[2] булған. 1983 йыл мәғлүмәттәре буйынса, тораҡ пунктта 20-гә яҡын кеше йәшәгән[3]. Ауыл Талалаевка ауыл Советы составына ингән.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июлендәге указы менән юҡҡа сығарыла[4]. Талалаевка ауыл Советы 2008 йылда йәшәүҙән туҡтай, уның биләмәһе Подлесный ауыл Советына ҡушыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ N-40. Карты Генштаба СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск. ЭтоМесто.ru (1985). Дата обращения: 18 октябрь 2015.
- ↑ Ашкадарская волость. Перечень материалов переписи 1926 года
- ↑ Топографическая карта N-40-77. Масштаб 1:100000. Состояние местности на 1983 г. Издание 1985 г.
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 25 июля 1989 года № 6-2/273 «Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов» . Башкортостан. Деловой портал. Дата обращения: 18 октябрь 2015.