Белороевка
Белороевка — Башҡортостандың (Рәсәй) Стәрлетамаҡ районы хәҙерге Подлесный ауыл Советы территорияһындағы бөткән ауыл.
Белороевка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Подлесный ауыл советы |
Географияһы
үҙгәртергәБелороевка ауылы райондың төньяҡ өлөшөндә Волков урманы тип аталған ҙур урман массивында урынлаша. Урмандар ауылдың төньяғына һәм көнсығышына тиклем һуҙыла. Белороевканың ҙур булмаған кибеүсе Бурдин йылғаһының инеше артабан төньяҡта, Волков урманы артындағы Ҡырғыҙлы йылғаһына ҡоя. Көньяҡтараҡ Мәҫәле йылғаһы үҙәне урынлаша. Ҡырғыҙлы ла, Мәҫәле лә аҙаҡ көнсығышта Ҡуғанаҡ йылғаһына ҡоя.
Яҡын булған тораҡ пункттар: көньяҡта — Спасский ауылы (яҡынса 1 км); көньяҡ-көнсығышта, Мәҫәле йылғаһы ярындағы — 2-се Яңы Ҡуғанаҡ ауылы (хәҙер бөтөрөлгән, 2,3 км) һәм Валентиновка (хәҙер бөтөрөлгән, 2,7 км); көнбайышта — әлеге мәлдә шулай юҡҡа сыҡҡан Новотроицкое ауылы (2 км); төньяҡҡа, урман артында, Ҡырғыҙлы буйҙарында — Березовка ауылы (3,2 км) һәм бөгөн бөтөрөлгән тораҡ пункты Николо-Хуторянский (3,5 км)[1][2].
XX быуат уртаһында, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, район үҙәгенә, Стәрлетамаҡҡа тиклем, 27 км тәшкил итә; Белороевка ауылы ингән ауыл советы үҙәгенә, Талалаевкаға тиклем ара — 3 км[3].
Тарихы
үҙгәртергәЭлегерәк тораҡ пункт Беленько-Раевский ҡасабаһы тип аталған. 1926 йылда СССР Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ кантонының Ашҡаҙар улусы Талалаевка ауыл Советына ҡараған ҡасабала 7 йорт һәм 49 кеше булған (21 ир-егет һәм 28 ҡатын-ҡыҙҙан торған)[4].1980 йылдар башына тораҡ пунктта 20-гә яҡын кеше йәшәгән[5]. Этник яҡтан Белороевкала украиндар йәшәгән[6].
Белороевка 1982 йылда, Башҡортостан АССР-ы Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы «кешеләрҙең күсеп китеүе менән бәйле»[7] бөтөрөлә. Талалаевка ауыл Советы 2008 йылда йәшәүҙән туҡтай, уның биләмәһе Подлесненский ауыл Советы биләмәһенә ҡушыла. Әлеге ваҡытта Белороевка — ҡотоҡ.
Тыуып үҫкәндәр
үҙгәртергәЕвгений Фёдорович Спевак Белороевкала тыуған, күп йылдар Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары (1987—2012) булып эшләй, «Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы» (2012 йыл)[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ N-40. Карты Генштаба СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск. ЭтоМесто.ru (1985). Дата обращения: 19 октябрь 2015.
- ↑ Росреестр. Публичная кадастровая карта 2020 йыл 13 март архивланған.
- ↑ Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — С. 376.
- ↑ Ашкадарская волость. Перечень материалов переписи 1926 года
- ↑ Топографическая карта N-40-77. Масштаб 1:100000. Состояние местности на 1983 г. Издание 1985 г.
- ↑ Бабенко В. Я. Украинцы в Башкирской АССР: Поведение малой этнической группы в полиэтничной среде / БНЦ УрО РАН. — Уфа, 1992. — 260 с. — С. 53.
- ↑ УКАЗ Президиума ВС Башкирской АССР от 07.07.1982 № 6-2/193 «Об исключении некоторых населённых пунктов из учётных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР» . Волга News. Дата обращения: 19 октябрь 2015. 2015 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Администрация Стерлитамакского района. Спевак Евгений Фёдорович 2019 йыл 9 сентябрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Белороевка на Викимапии