Яңы Усман (Һамар өлкәһе)
Яңы Усман (рус. Новое Усманово) — Рәсәй Федерацияһы Һамар өлкәһе Ҡамышлы районы ауылы. Яңы Усман ауыл биләмәһенең үҙәге.
Ауыл | |
Яңы Усман | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәБөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Суҡ йылғаһының уң яр буйында урынлашҡан.
Ауыл ситендә составында көкөртлө водород булған шифалы һыу сығанағы бар. 1989 йылда уға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[2].
Атамаһы
үҙгәртергәАуыл XVII быуатта йәшәгән Усман исемле башҡорт хөрмәтенә аталған[2].
Тарихы
үҙгәртергәЯҡынса 1762 йылда нигеҙләнгән.
XIX быуат уртаһында ауылда башҡорттар һәм татарҙар (мишәрҙәр) йәшәгән. Ике өлөштән торған — Иҫке һәм Яңы ауыл. Иҫке ауылда башҡорттар көн итһә, Яңы ауылда башлыса мишәрҙәр йәшәгән, ул Яҡшығол тип йөрөтөлгән.
Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
XIX быуат аҙағында ауыл еренең дөйөм майҙаны 3681 дисәтинә тәшкил иткән. Бында 4 мәсет һәм мәктәп, 2 тирмән теркәлгән.
Ихаталар һаны: 1859 йылда — 158, 1886 йылда — 291, 1897 йылда — 282, 1910 йылда — 363, 1928 йылда — 394; 1931 йылда — 469 хужалыҡ.
1928 йылға тиклем Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Старо-Соснино һәм Байтуған улустары составында була.
1929 йылда «Красный Октябрь» колхозы (1950 йылдан — «Победа» колхозы) ойошторола. 2002 йылда «Усмановское» ЯСЙ-һы тип үҙгәртелә, 2013 йылда бөтөрөлә. Хәҙерге ваҡытта бер нисә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшләй.
1946 йылда «Бугуруслан‑нефть» нефть-газ сығарыу идаралығының 4-се нефтепромыслыһы асыла, 1995 йылдан был тармаҡта «БайТекс» ЯСЙ-һы (хәҙер «БайтуганНефтеСервис» ЯСЙ-һы) эшләй.
Инфраструктура
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта ауылда урта мәктәп, «Ләйсән» балалар баҡсаһы, почта һәм Сбербанк бүлеге, дарыухана, мәҙәниәт йорто (уның ҡарамағына — «Наҙ» балалар бейеү ансамбле һәм «Чишмә» фольклор коллективы), китапхана, 2 мәсет (береһе XIX быуат аҙағында төҙөлөп, 2013 йылда реконструкцияланған, мәҙрәсә (1999 йылдан), дөйөм практика табибы кабинеты, фельдшер-акушерлыҡ пункты, стоматология кабинеты, район социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең филиалы, янғын һағы часы, ашхана, ит-һөт продукцияларын эшкәртеү цехы, пилорам, мебель цехы, магазиндар эшләй.
Халҡы
үҙгәртергә1859 | 1870 | 1886 | 1897 | 1910 | 1928 | 1961 | 1975 |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1040 | 1138 | 1479 | 1645 | 2126 | 1880 | 2260 | 1893 |
Халыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2010[3] | 2012[4] | 2013[5] | 2014[6] | 2015[1] |
1360 | ↘1338 | ↘1328 | ↘1325 | ↘1319 |
1870 йылда ауылда 567 башҡорт, 561 татар һәм мишәр йәшәгән.
1882 йылда ауылда 601 татар һәм 549 башҡорт теркәлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ 2,0 2,1 Сероводородная скважина в селе Новое Усманово(недоступная ссылка)
- ↑ Статистический сборник «Численность и размещение населения Самарской области»
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 131. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.
- История башкирских родов. Кыпчак. Том 34. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, М. Г. Акиров. — Уфа: Китап, 2019. — С. 234-240, 252. — 736 с. — ISBN 978-5-295-07219-2.