Яңы Тайнаш (рус. Новотайняшево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 19 кеше[1]. Почта индексы — 452222, ОКАТО коды — 80256845005.

Ауыл
Яңы Тайнаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°06′55″ с. ш. 54°10′14″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 845 005

ОКТМО коды

80 656 445 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Тайнаш (Рәсәй)
Яңы Тайнаш
Яңы Тайнаш
Яңы Тайнаш (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Тайнаш

Архивта 1756 йылдың 17 декабрендә Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен заводчик И. Г. Осокинға ҡуртымға биреүҙәре тураһында документ бар. Ер буйынса мәсьәләне хәл итеүҙә, ғәҙәттә, улуста көн иткән бөтә башҡорттар ҙа ҡатнаша. Троицк баҡыр иретеү заводы хужалары Осокиндар ҡуртымға алған ерҙәр хәҙерге Тайнаш ауылынан бик алыҫта урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан башҡорттар, ерҙәре ҡайҙа урынлашыуына ҡарамаҫтан, аҫабалыҡ ерҙәрен нисек теләй шулай файҙаланырға хоҡуҡлы була[2].

Ауыл еренә беренсе булып Ҡыр-Йылан улусының аҫаба башҡорто Тайнаш Чикеев килеп төпләнә. Уның исем-шәрифе 1737 йылдың 10 декабрендә төҙөлгән Килешеү яҙмаһында ла телгә алына. Ауыл XVIII быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килгән, тип фаразлана. 1737 йылда төҙөлгән ергә ситтәрҙе индереү документында Йылан улусының Тайнаш ауылы атап үтелә. Башҡорттар Аҡманай Тайнашев һәм Борҙоҡай Миңлеғолов үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә яһаҡ татарҙары (ниндәйҙер вазифа башҡарған башҡорттар шундай сословиеға ҡараған) Даир, Ҡасим, Бикмәт Ҡәҙерғоловтарҙы, балалары, туған тыумасаһы менән бергә, Шаран, Ерекле, Юрты, Өрөкмән, Тайнаш йылғалары үҙәндәренә индерә[2].

Шулай итеп, яһаҡ татарҙары аҫабалар еренә 1773 йылда, ә мишәрҙәр 1772 йылда индерелә. XVIII быуат аҙағына яһаҡ татарҙары сословиеһын үҙгәртеп, 1795 йылғы рәүиздә типтәр булараҡ теркәлә. 1812 йылда аҫабалар еренә тағы ла бер төркөм типтәрҙәр индерелә[2].

1795 йылда ауылда 80 башҡорт, 12 типтәр һәм 23 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. Ә 1834 йылға мишәрҙәр 46 кеше булып китә. 1870 йылғы рәүиздә ауылда йәшәгән 470 кешенең барыһы ла үҙҙәрен башҡорт тип таный. 1920 йылда ауыл Иҫке Тайнаш тип атала башлай, әммә тик 1925 йылда ғына 10 йорто булған Яңы Тайнаш рәүиз документтарына теркәлә[2].

1834 йылда 127 башҡортҡа 336 бот ужым игене һәм 576 бот яҙғы иген, 46 мишәргә 224 бот ужым һәм 208 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда 2 тирмән эшләй. Мәсет була. 1870 йылға ауылда 20 лавка эшләй, йома көндәре баҙар ҙа була[2].

1909 йылда Тайнаш министр училищеһында 30 уҡыусы белем ала[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
262019
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәтенә ярашлы күпселек  башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (38 %) йәшәй[3].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 36 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Рәжәп): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 94 км

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә