Ясон
Ясон (шулай уҡ Язон, Иасон; бор. грек. Ἰάσων — Дауалаусы) — боронғо грек мифологияһында[1] батша Иолк Эсондың һәм Полимедтың (йәки Алкимедтың[2]) улы.
Ясон | |
Ἰάσων | |
| |
Мифология | |
---|---|
Башҡа телдәрҙә исеме |
ингл. Jason |
Атаһы |
Эсон |
Әсәһе |
Полимеда (йәки Алкимеда) |
Ағаһы |
Промах |
Ҡатыны | |
Балалары |
Медей, Эриопида, Мермер, Ферет, Фессал, Алкимен, Тисандр |
Ясон Викимилектә | |
Батыр, Калидон ауында[3] ҡатнашҡан, аргонавтар башлығы, «Арго» карабында Колхидаға алтын руно[4] артынан китә. Ясонды һәләк итер өсөн был эште уға атаһының ҡарындаш ҡустыһы Пелий бирә. «Илиада» һәм «Одиссей»ҙа (XII 72) телгә алынып китә.
Башы
үҙгәртергәПелий үҙенең ағаһы Эсонды тәхеттән бәреп төшөргәс, Эсон Ясондың ғумерен һаҡлап алып ҡалыр өсөн, уны кентавр Хиронға тәрбиәгә бирә. Кентавр Пелион[5] тауында йәшәй, ул Ясонды дауаларға өйрәтә (этиологик миф Ясондың исемен «дауалаусы» тип аңлата, грек. ιάομαι — дауалайым).
Ясон, 20 йәше тулғас, Иолкҡа ҡайта. Анавр йылғаһы аша сыҡҡанда, Ясон һул сандалиһын юғалта. Гера Евен йылғаһында ҡарсыҡҡа әүерелеп, уны йылға аша сығарыуын үтенә, Ясон уға ярҙам итә[6]. Бынан һуң Гера Ясонға ярҙам итә башлай.
Пелийҙың Ясонды күреүе менән ҡото оса, сөнки уға күрәҙәсе бер аяғына ғына сандали кейеп килгән кеше уны һәләк итәсәген әйткән булған. Пелий Ясондан уның кем булыуын һорай, Ясон үҙенең ҡолатылған Эсон батшаның улы булыуын һәм атаһына тәхетте ҡайтарып бирергә килгәнен әйтә. Пелий Ясонға батшалыҡты кире ҡайтарырға вәғәҙә итә, ләкин тәүҙә Эолидтар тоҡомо өҫтөнә төшкән ҡарғышты бөтөрөргә кәрәк. Пелий Ясонға Колхиданан Иолкҡа алтын тирене ҡайтарырға ҡуша, шуның менән генә Фрикстың шәүләһен ризалатып буласаҡ.
Ясондың алтын тире артынан сәйәхәте
үҙгәртергәЯсонға ярҙам итер өсөн Элладаның бөтә батырҙары йыйыла. Карапҡа уны төҙөүсенең исемен бирәләр — «Арго», унда йөҙөүселәр аргонавтар тип атала башлайҙар. Аргонавтар юлда Лемнос утрауында туҡтайҙар, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлыҡ иткән була. Утрауҙың батшабикәһе Гипсипила уларға ҡорал менән һөжүм итергә уйлай, тик аргонавтар уны уйынан кире ҡайтырға күндерәләр. Батырҙар килеү хөрмәтенә Гипсипила пентатлон буйынса ярыштар ойоштора. Һуңыраҡ Гипсипила Ясонға ике ул таба: Евней һәм Неброфон. Аргонавтарға сиреналар эргәһенән дә үтеп китергә тура килә. Гомерҙан һуңғы хикәйәттәрҙә[7] сиреналар кешеләрҙе арбай торған тауышлы, хуш китмәле һылыу ҡыҙҙар булып тасуирланалар. Улар Цирцея ерҙәре менән Сцилла араһындағы утрауҙың ҡаяларында йәшәйҙәр. Утрау сиреналар ҡорбандарының һөйәктәренән һәм кипкән тиреләренән ағарып ятҡан була[8]. Үҙҙәренең йырҙары менән улар үтеп барған ҡараптарҙы арбаған. Сәйәхәтселәр үҙ-үҙҙәрен онотоп, утрауға яҡын килгән һәм караптары менән һәләк булған. Йырҙары менән улар юлсыларҙы йоҡлатыр, ә шунан һуң өлөштәргә ботарлап ашар булғандар. Аргонавтарҙы сиреналар арбай алмай, сөнки улар менән юлға сыҡҡан Орфей үҙенең йыры һәм лирала уйнауы менән сиреналарҙың тауышын баҫа. Шулай ҙа аргонавтарҙың береһе — Бут уларҙың ауазына диңгеҙгә ташлана, ләкин уны Афродита ҡотҡара һәм Лилибейға илтеп ҡалдыра.
Күп мажаралар менән аргонавтар Гера һәм Афина ярҙамында Колхидаға килеп етәләр. Ээт батша уларға алтын тирене бирергә риза була, тик Ясон ялҡын тынлы үгеҙҙәрҙе егеп (Гефест бүләге), баҫыуҙы һөрөргә тейеш була. Шунан шул баҫыуға аждаһа тештәрен сәсергә тейеш. Мөхәббәт аллаһы Эрот Афина һәм Гера үтенесе буйынса Ээт батшаның ҡыҙы Медеяның йөрәгендә Ясонға ҡарата мөхәббәт ҡабыҙа.
Медея Ясонға Прометей[9] ҡанынан үҫеп сыҡҡан сәскәнән эшләнгән май бирә. Был май Ясонды үгеҙҙәрҙең ялҡынлы һулышынан ҡотҡара.[10] Баҫыуға сәселгән аждаһа тештәренән яугирҙәр үҫеп, тотош ғәскәр барлыҡҡа килә. Әммә Медея Ясонды алдан киҫәткәнгә Ясон ғәскәр уртаһына таш ташлай, һуғышсылар бер-береһен үлтерә башлай (сағ. Кадм).
Ясон бөтә шарттарҙы үтәһә лә батша уға алтын тирене бирмәй. Ээт Аргоны яндырып, аргонавтарҙы үлтерергә уйлай. Әммә Медея үҙенең үләндәре ярҙамында тирене һаҡлаған аждаһаны йоҡлата, Ясон тирене урлай.
Медея үҙенең энеһе Апсирт һәм аргонавтар менән Колхиданан ҡаса. Атаһының карабы "Арго"ны ҡыуып етә башлағас, Медея ҡустыһын үлтереп, тәнен киҫәктәргә бүлеп, диңгеҙгә ырғыта. Атаһының туҡтап, улының ҡалдыҡтарын йыясағын белеп, уны тотҡарлар өсөн шулай эшләй. (Икенсе вариант: Аспирт Медея менән ҡасмай, ә уны эҙәрлекләгән колхтарҙы етәкләй. Сихырсы Медея ҡустыһын алдатып, тоҙаҡҡа килтерә, ә Ясон уны үлтерә)
Аргонавт Аталанта етди яраланған була. Медея уны дауалай. Карапта Ясонға кейәүгә сыға, сөнки феакиҙар ҡасҡынды кейәүгә сығып өлгөрмәгән хәлдә генә кире биреүҙәрен талап итәләр. Ҡарап Медеяның инәһе Цирцеяның утрауында туҡтай, Цирцея үлтереү гөнаһынан таҙартыу йолаһын үткәрә.
Ясон 12 аллаға Босфор буйында ҡорбан килтерә, шуға ла был урын Гиерон[11] тип атала. Шулай уҡ Гера хөрмәтенә Көньяҡ Италияла Левкания янында изге йорт һала[12] (археологтар уны беҙҙең эраға тиклем VII быуаттың уртаһына ҡарай тип иҫәпләй). Гераклға Эфалияла (Эльба) храм төҙөй[13].
Тормошоноң аҙағы
үҙгәртергәАргонавтар Иолкҡа ҡайтып еткәндә унда һаман Пелий тәхеттә ултыра. Ул Ясонға батшалыҡты биреүҙән баш тарта. Ясон атаһының һәм барлыҡ туғандарының Пелий тарафынан үлтерелгәнен белә. Медея ярҙамында Ясон Пелийҙан үс ала[14]. Медея Пелийҙың ҡыҙҙарына атайығыҙҙы йәшәртергә теләһәгеҙ, киҫкеләп, ҡайнап торған ҡаҙанға ташлағыҙ, ти. Улар ышанһын өсөн тәкәне өлөштәргә киҫкеләп ҡаҙанға ырғыта ла аҙаҡ уны терелтә. Ҡыҙҙар ышанып, аталарын үлтерәләр, ләкин Медея Пелийҙы терелтмәй.
Ясон һәм Медея Иолктан ҡыуыла. Улар Коринфта Креонт батшала йәшәй башлайҙар. Унда 10 йыл бәхетле ғүмер йәшәп ҡалалар. Уларҙың ике улы Мермер һәм Ферет тыуа[15]. Ясон Креонт батшаның ҡыҙы Главкҡа (икенсе вариант — Креусой) өйләнергә була. Ташланған, хыянаттан ярһыған Медея тылсымлы үләндәр һутына мансып көндәшенә бүләккә затлы пеплос ебәрә. Батша ҡыҙы уны кейеү менән күлдәк яна башлай, һәм Главка үҙен ҡотҡарырға маташҡан атаһы менән бергә һәләк була. Шунан Медея үҙҙәренең бәләкәй йәштәге улдарын (Мермер һәм Фересты) Ясондың күҙ алдында үлтерә лә ҡартатаһы Гелиос хоҙай (йәки Гекато) ебәргән ҡанатлы аттар (аждаһалар) егелгән арбала осоп китә[16].
Ясон аҫылынып үҙен-үҙе һәләк итә[17]. Икенсе версия буйынса, ул ҡартайғансы йәшәй. Ясон йыш ҡына ярҙа ултырған карап янына килеп, үҙенең батыр йәшлеген иҫенә төшөрөп ултыра. Бер ваҡыт ул "Арго"ның күләгәһендә йоҡлап китә, серегән ҡарап емерелеп Ясонды баҫып үлтерә[18].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.687
- ↑ Аполлоний Родосский. Аргонавтика I 45 далее; Гигин. Мифы 3; 13
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 8, 2 далее; Овидий. Метаморфозы VIII 302; Гигин. Мифы 173
- ↑ Обнорский Н. П.,. Язон, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гесиод. Перечень женщин, фр.40 М.
- ↑ Гигин. Мифы 13; 22, у Гигина «башмак»
- ↑ например в «Argonautica» Аполлония Родосского
- ↑ Гомер. Одиссея XII 45
- ↑ Софокл. Колхидянки, фр.340 Радт (?
- ↑ Гераклит-аллегорист. О невероятном 17
- ↑ Полибий. Всеобщая история IV 39, 6
- ↑ Страбон. География VI 1, 1 (стр.251); Плиний Старший. Естественная история III 70
- ↑ Ликофрон. Александра 871
- ↑ Павсаний. Описание Эллады V 17, 10
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека
- ↑ Сенека. Медея 1024
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 55, 1
- ↑ Схолии к Еврипиду. Медея 1386 // Комментарий В. Н. Ярхо в кн. Драконций. Мифологические поэмы. М., 2001. С.118
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЯсон Викимилектә |
- Обнорский Н. П. Язон, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)