Янез Крек
Янез Евангелист Крек (слов. Janez Evangelist Krek; 27 ноябрь 1865, Sveti Gregor[d], Рибница[d] — 8 октябрь 1917 (51 йәш), Шентянж[d], Севница[d]) — Словения социологы, әҙибе, сәйәси һәм профсоюз эшмәкәре, кооператор, капеллан. Австро-Венгрияла украин милли хәрәкәтен хуплаусы. Көньяҡ славяндарҙың дәүләте — Югославия идеологтарының береһе.
Янез Крек | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Цислейтания[d] |
Псевдоним | J. Sovran |
Тыуған көнө | 27 ноябрь 1865 |
Тыуған урыны | Sveti Gregor[d], Рибница[d], Словения |
Вафат булған көнө | 8 октябрь 1917 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Шентянж[d], Севница[d], Словения |
Ерләнгән урыны | Жале (зыярат) |
Һөнәр төрө | журналист, фәлсәфәсе, яҙыусы, католический священник, сәйәсмән, дин белгесе, социолог |
Биләгән вазифаһы | Цислейтания әфәнделәр палатаһы ағзаһы[d] һәм Q116814958? |
Уҡыу йорто | Вена университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Словения халыҡ партияһы[d] |
Янез Крек Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЯнез Крек крәҫтиән ғаиләһендә тыуған һәм иртә атаһыҙ ҡала[1]. 1884 йылда Люблянала Беренсе милли гимназияны тамамлай. Артабан рим-католик семинарияһына уҡырға инә. 1888 йылда епископ Якоб Миссиа тарафынан Венаға теология факультетына уҡырға ебәрелә. Бында сәйәсмән Карл Люгерҙың Австрия христиан-социаль хәрәкәте менән таныша.
Ниндәйҙер ваҡытта капеллан була. 1892 йылдың авгусында Люблянала изге Николай соборында викарий итеп тәғәйенләнә һәм шул йылдан алып католик семинарияһында ирекле уҡытыусы булараҡ фәлсәфәнән уҡыта. 1895 йылда яңы булдырылған фундаменталь теология һәм фәлсәфә кафедраһын етәкләй һәм был вазифаны 1916 йылға ҡәҙәр биләй.
1897 йылда Словения халыҡ партияһынан парламент ағзаһы итеп тәүге тапҡыр һайлана. Вена парламентында эш менән риза булмай, шунлыҡтан 1900 йылдың октябрендә мандатынан баш тарта. 1901 йылда Земский собор ағзаһы тип һайлана, ә 1908 һәм 1913 йылдарҙа ҡабаттан уның ағзаһы итеп һайлана.
Ижады
үҙгәртергәСоциаль хикәйәләр яҙа («Крәҫтиән фәненең ҡара әлифбаһы» йыйынтығы, 1895).
Украин телен, фольклорын һәм әҙәбиәтен яҡшы белә, Тарас Шевченконың ижады менән ҡыҙыҡһына. Венала Шевченко кистәрендә сығыш яһай, бының тураһында Львов ҡалаһының «Заря» (1897, ч. 10) журналында телгә алына. Йәштәр араһында украин халыҡ ижадын популярлаштыра.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Taufbuch. — Sv. Gregor. — P. 72. 2022 йыл 10 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Walter Lukan. Zur Biographie von Janez Evangelist Krek (1865-1917): (Dissertation). Wien: W. Lukan, 1984.
- Enciklopedija Slovenije, knj. 6. Ljubljana: Mladinska knjiga, 1992.
- Juhant, Janez, Krekovo berilo. Celje: Mohorjeva družba, 1989.
- Украинская литературная энциклопедия. — Киев, 1995. — Т.3: К-Н. — С.41-58.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡалып:Find a Grave
- http://www.sentjanz.si/krek.php 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Krekova pešpot