Яманҡая һырты

Көньяҡ Уралда, Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тау һырты.

Яманкая һырты (насар ҡая) ― Көньяҡ Уралда, Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тау һырты.

Яманҡая һырты
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Әбйәлил районы
Оҙонлоҡ 6 km
Бейеклеге/буйы 1004 метр

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡорттар , ғәҙәттә, яманаты сыҡҡан тауҙарға исеменә “яман” һүҙен ҡушып атама биргәндәр. Был, бәлки, көнбайыш яғы ҡаялары ишелеп сығып торған текә арҡаларҙан ғибрәт булып, көнсығышын ҡуйы урман ҡаплап торғанға шулай аталалыр.

Был 6 километрға һуҙылған һырт дүрт түбәнән тора. Икәүһе —урындағы башҡорт халҡы тарафынан электән Кесе Ҡарауыл-таш (Замок, 890 метр) һәм Ҙур Ҡарауыл-таш ( Башмаҡ) тип аталып йөрөтөлгән. Бында баҫҡынсылар яҡынлаша башлаһа, сигнал уттары ҡабыҙылған.

Сигнал Оло-Отасы-тауынан (хәҙерге Магнит тауы), Ҡырһа (Кирса), Мулдаҡ тауҙары аша "этап буйынса" Яманҡаяның Ҡарауыл тауҙарына тапшырылған.

«Магнитная гора по башкирскому названию Атачи именуется», — тип яҙған П. И. Рычков «Топографии Оренбургской губернии» тигән китабында.

Немец этнографы, тәбиғи фәндәр ғалимы Гмелин И. Г. (рус. Иога́нн Гео́рг Гме́лин нем. Johann Georg Gmelin) 1743 йылда үҙенең яҙмаларында был тауҙы Улу-Утассе-Тау тип яҙып алған, был атаманы уға юл күрһәтеп йөрөгән башҡорттар әйткән.

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Яманкая һырты - ҡеүәтле Ҡырҡты һыртының бер армыты булып тора. Яҡтыкүлдән көнбайыштараҡ урынлашҡан. Тауҙың көнбайыш яғынан түбәһе һирәк осрай торған көртмәлеле ваҡ ағаслыҡ менән ҡапланған. Ә көнсығышт яғынан 40 метрлыҡ Кесе Ҡарауыл-таш түбәһе (Замок, Куропатка) менән тура ҡырҡылып төшә.

Икенсе тау түбәһе — Ҙур Ҡарауыл- таш (942,8) түбәндә, һырт буйлап төньяғыраҡ ситендә урынлашҡан. Яҡтыкүл яғынан өҫкә ҡараһаң ҡая башмаҡты хәтерләтә. Шуға хәҙер был түбә Башмаҡ ҡаяһы тип атала.Был ҡая аҫтында канат юлы менән тау саңғыһы трассаһы төҙөлгән. Т

үбәләрҙең икеһе бергә Башҡорт артылышы (Башкирский Перевал )тип йөрөтөлә. Яманҡаяның төньяҡ осонда тағын ике исемһеҙ түбәһе бар.

Тауҙа уртаса бейеклек— 800-900 метр. Юғары нөктә уның төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, бейеклеге - 1004 метр.

Көньяҡ битләүҙәре (арҡа ) дала үләндәре һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Бында шулай уҡ ҡая тоҡомдарының сығыу юлдары бар. Һырт буйлап таштарына аҡ буяу менән билге һалынған һуҡмаҡ бара. Был һуҡмаҡта һуңғы йылдарҙа, июнь айында түбәгә йүгереш уҙғарыла. Трассаның оҙонлоғо 1,5 км, бейеклеге 320 метр.Тау түбәһенә табан юлдың яртыһында Кесе Ҡарауыл-таш түбәһе (Замок, Куропатка ) урынлашҡан.

Яманкая Ҡырҡтытауҙан Ҡорүҙәк йылғаһы барлыҡҡа килтергән тәрән уя( Горное Ущелье) айырып тора.

Уяның һәм Яманкаяның битләүҙәре магнит альпинизмы, тау туризмы, ҡаяға үрмәләү һәм спелеотуризм полигоны булып тора.

Һылтанмалар

үҙгәртергә