Ҡорүҙәк

Ырымбур өлкәһе

Ҡорүҙәк (рус. Курузяк) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы йылға.

Ҡорүҙәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡорүҙәк йылғаһы Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Старозайцев ауылы эргәһендә аҡҡан Ҡарайылғаның һул ҡушылдығы. Ҡорүҙәк йылғаһы буйында шулай уҡ Адаев ауылы ла ултырған[1].

Ҡорүҙәк буйында ултырған Адаев ауылы ла, Старозайцев та бер үк климат зонаһында урынлашҡан, шуға күрә йылға ла улар менән бер үк тәбиғәт шарттарында — Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә дөйөм климат. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимумы + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[2].

Сәғәт бүлкәте
 
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Адаев ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3].

[4].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йылға атамаһы башҡорт телендәге ҡоро һәм үҙәк һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Кукуруза һүҙенә оҡшатып, Кукурузяк тип тә атаусылар бар, тигән ул. Исеменә күрә есеме — йылғаның башы эҫе йәй көндәрендә ҡороусан[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  3. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  5. Курузяк, речушка (дол) — левый приток Караелги в Старозайцево. На Курузяке стоит д. Адаево. Имеется одна фиксакция топонима в форме Кукурузяк (по аналогии со словом кукуруза). Башкирское коро — «сухой», узэк — «ложбина (спускающаяся с горы)». «Сухая ложбина». Название соответствует действительности: речка в верховье в жаркие летние дни пересыхает — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.