Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы

Уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе

Мәүлит Ямалетдин, Ямалетдинов Мәүлитбай Байгилде улы (5 март 1947 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Республика үҙешмәкәр сәнғәт смотры дипломанты (Өфө, 1977). Муса Мортазин исемендәге (1991), Фәтих Кәрим исемендәге (2007), Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2009) һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге (2017) премиялар лауреаты.

Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Аһылай, Миндәк ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Учалы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 мартында ([3][4]) Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы 5 март менән алынған.

Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.

1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында хеҙмәт һала, артабан тағы ла Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе булып эшләй.

Мәүлит Ямалетдинов 2020 йылдың 8 ноябрендә вафат булды[5].

Әҙәби ижады үҙгәртергә

Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәткә XX быуаттың 70-се йылдарында килә. Уның тәүге ижад емештәре «Йәш көстәр» альманахы биттәрендә донъя күрә.

Китаптары үҙгәртергә

  • Ирәмәл: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 32 бит.
  • Таң йондоҙо: Шиғырҙар. Поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 60 бит.
  • Ай ҡыҙы: Шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 47 бит.
  • Һомай ҡош: Шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 80 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты
  • Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)
  • II Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестивале лауреаты (1993, Алматы)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  3. Мәүлит Ямалетдин үҙенең «Ҡуласа» исемле китабында 5 февралдә тыуыуы тураһында яҙған.
  4. Рәсми документта һәм сығанаҡтарҙа 5 март күрһәтелә.
  5. Ушел из жизни известный башкирский писатель, сэсэн, журналист Маулит Ямалетдин. ИА «Башинформ», 8 ноября 2020 года (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2020)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2018).

Һылтанмалар үҙгәртергә