Ялта зоопаркы
Ялтаның «Әкиәт» зоопаркы (рус. Ялтинский зоопарк,укр. Ялтинський зоопарк «Казка») — Ҡырымдағы ғына түгел, БДБ илдәре территорияһындағы беренсе шәхси зоопарк. Ялтанан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.
Ялта зоопаркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 ноябрь 1995 |
---|---|
Менеджер/директор | Зубков, Олег Алексеевич[d] |
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ялта[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Ҡырым |
Майҙан | 3 гектар |
Электрон почта | yaltazoo@yandex.ru |
Рәсми сайт | yaltazoo.org |
Ялта зоопаркы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә«Әкиәт» зоопаркы 1990 йылда Украина комсомолы Үҙәк комитеты инициативаһы буйынса ойошторолған «Әкиәттәр яланы» кооператив зоомөйөшөнән үҫеп сыға. Унда был ваҡытта төбәк өсөн һирәк күренеш булған як, тауис ҡошо, айыу, тейендәр һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар менән танышырға мөмкин була.
1995 йылда зоомөйөштө уның элекке етәксеһенән элекке офицер-сәйәси эшмәкәр Олег Зубков һатып ала. 10 йыл эсендә зоомөйөш тулы зоопаркка әйләнеп, Ҡырымда билдәлелек ала. Һуңыраҡ Олег Зубков эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында «Тайган» арыҫландар паркын аса.
2017 йылда «Әкиәт» зоопаркы һалым органдары талаптары буйынса өс айға ябыла, әммә етәкселек ҡарар менән килешмәйенсә судҡа бирә һәм зоопарк эше тергеҙелә[1].
Әлеге ваҡытта бында дөйөм һаны 1500-ҙән ашыу булған 100-ҙән ашыу төр хайуан һәм ҡош йәшәй[2].
Хайуандарҙың ағыуланыуы
үҙгәртергә2009 йылдың март аҙағында һәм апрель башында зоопаркта хайуандар вафат була башлай. Тәүҙә зоопарк символы булған шимпанзе Чарлик, һеләүһендәр, пума, Гималай айыуҙары, төлкө, бүре — барлығы 11 эре хайуан үлә. Улар йәш һәм һау-сәләмәт була. Ярғандан һуң уларҙың көслө йоғонтоло ағыу менән ағыуланғаны асыҡлана[3]. Киң күләмле ағыулауҙарҙан һуң енәйәтсене тотоуға награда — йөҙ мең гривна билдәләнә. Ҡайһы бер зоопарктар «Әкиәт» менән хайуандарын бүлешергә ҡарар итә. Мәҫәлән, Харьков зоопаркы апрель уртаһында Ялта зоопаркына Матвей исемле айыуҙы бүләк итә[3].
Тигрюля юлбарыҫы
үҙгәртергә2009 йылдың көҙөндә Украинаның ул саҡтағы премьер-министры Юлия Тимошенко 2010 йыл — Көнсығыш календары буйынса Аҡ Юлбарыҫ йылы, шулай уҡ һайлау йылы башланыу хөрмәтенә Тигрюля исемле аҡ юлбарыҫ бүләк итә. Тигрюля уның һайлау алды кампанияһының пиар-символы була (плакаттар, значоктар, постерҙар, урта мәктәп уҡыусылары өсөн дәфтәрҙәр сығарыла). Тигрюля 2019 йылдың 15 февралендә вафат була[4].
Юлбарыҫ Алекс
үҙгәртергәАлекс исемле юлбарыҫ «Әкиәт» зоопаркы менән бәйле янъял геройҙарының береһе булып тора. Олег Зубков белдереүенсә, юлбарыҫтарҙы күсергәндә хайуандарҙың береһе юғала. Уның инициативаһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла, шулай уҡ шәхси тикшереү башлана. Һөҙөмтәлә юлбарыҫтың ҡайҙалығы асыҡлана һәм уны Симферополь ҡалаһында урынлашҡан Ветдепартаментҡа тапшырылыуы тураһында акт алына.
Галерея
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт зоопарка
- Фотоальбом. Зоопарк «Сказка» 2019 йыл 28 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Директор ялтинского зоопарка "Сказка" обжалует в суде закрытие зверинца . Недвижимость РИА Новости (20170320T1835+0300Z). Дата обращения: 6 май 2019.
- ↑ О зоопарке | Ялтинский зоопарк . Дата обращения: 6 май 2019.
- ↑ 3,0 3,1 «Харьковские известия» № 44 (2015), 16 апреля 2009, стр.2, «Матвей едет в Ялту»
- ↑ В Крыму скончалась знаменитая тигрица Тимошенко — Тигрюля.