Яан Теэмант
Яан Теэмант (эст. Jaan Teemant; 24 сентябрь 1872 йыл — 24 июль (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, 3 июль) 1941 йыл) — Эстонияның дәүләт эшмәкәре. Тарту университетының почётлы хоҡуҡ докторы (1932).
Яан Теэмант | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Эстония |
Тыуған көнө | 24 сентябрь 1872 |
Тыуған урыны | Вигала[d], Эстләнд губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 июль 1940 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Таллин, Эстон ССР-ы[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, адвокат |
Биләгән вазифаһы | государственный старейшина Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d] һәм депутат Рийгикогу[d] |
Уҡыу йорто |
Гимназия Хуго Треффнера[d] Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Объединение аграриев[d] |
Яан Теэмант Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1872 йылдың 24 сентябрендә Вигала улусында тыуған. Хуго Треффнер шәхси гимназияһын, 1901 йылда Петербург университетының юридик факультетын тамамлай.
Ревелдә (хәҙерге — Таллин) присяжный ярҙамсыһы булып эшләй. 1904—1905 йылдарҙа — Рефель ҡала думаһы гласныйы. 1905 йылда революция ваҡиғаларында әүҙем ҡатнаша, 1905 йылдың декабрендә Тартула Бөтә эстон халыҡ вәкилдәре йыйылышының етәксеһе итеп һайлана. Швейцарияға эмиграцияға китергә мәжбүр була, хәрби положение шарттарында үлем язаһына хөкөм ителгән. Хәрби положение бөтөрөлөп үлем хөкөмө кире алынғас, 1908 йылда туған яғына әйләнеп ҡайта. 1,5 йылға төрмәгә ябыла. Иреккә сыҡҡас, 1911—1913 йылдарҙа Архангельск губернаһында һөргөндә була.
1913/1914 — 1940 йылдарҙа Таллинда адвокат булып эшләй, 1919—1925 йылдарҙа адвокаттар коллегияһы рәйесе була. 1917—1919 йылдарҙа Эстония ваҡытлы земство советы ағзаһы, 1917 йылда — ошо совет рәйесенең беренсе урынбаҫары була.
1918—1919 йылдарҙа Эстония Республикаһының генераль прокуроры вазифаһын үтәй. 1919—1920 йылдарҙа Ойоштороусылар йыйылышы ағзаһы була. Эстония парламенты — Рийгикогуның 2-5 саҡырылыш депутаты була.
1925 йылдың 15 декабренән 1927 йылдың 9 декабренә тиклем һәм 1932 йылдың 19 февраленән 1932 йылдың 19 июленә ҡәҙәр Эстонияның дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы) вазифаһын башҡара.
1934 йылда сәйәси түңкәрелеш һөҙөмтәһендә урынлаштырылған Пятс диктатураһына тәнҡит менән ҡарай. 1939—1940 йылдарҙа Германия опека идаралығында (был осорҙа Германияға күскән немецтарҙың милке өҫтөндә попечителлек итеү өсөн ойошторолған орган) эстон вәкиле.
1940 йылдың 23 июлендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1941 йылда Таллин үҙәк төрмәһендә үлгән йәғни атылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Эстонский биографический словарь. Таллин. 2002.