Пятс диктатураһы
Пятс диктатураһы, Пятс режимы («өндәшмәү осоро», «тынлыҡ дәүере»[1]; эст. vaikiv ajastu) — 1934 йылғы дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, демократик азатлыҡтың юҡҡа сығыуы, эстон милләтселегенең көсәйеүе, шулай уҡ ил иҡтисадының мөһим үҫеше менән ҡылыҡһырланған Эстония тарихындағы осор (1934 йылдың 12 марты — 1939 йылдың 12 октябре). Тарихтың был осоро Эстонияла ла, унан ситтә лә элеккесә бер төрлө генә аңлатылмай.
Пятс диктатураһы | |
эст. vaikiv ajastu | |
Дәүләт | Эстония |
---|---|
Башланыу датаһы | 12 март 1934 |
Тамамланыу датаһы | 1938 |
Диктатура урынлаштырылыуы
үҙгәртергәИкенсе конституция 1934 йылдың ғинуарында көсөнә ингән, Константин Пятс дәүләт аҡһаҡалы (президент) вазифаһында премьер-министр посын биләгән. Һайлауҙарҙа «Вапстар» партияһының ҡотолғоһоҙ еңеүенән ҡурҡып һәм, яңы конституция биргән диктаторлыҡҡа яҡын вәкәләттәрҙән файҙаланып, 1934 йылдың 12 мартында ул, тағы ла эстон армияһы башында торған Йохан Лайдонер менән бергә, дәүләт түңкәрелеше атҡара. Хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә авторитар идара итеү урынлаштырыла һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр торошо тураһында иғлан ителә. Пятс Эстонияның Дәүләт Протекторы (Riigihoidja) тип иғлан ителә, Ветерандар лигаһы тыйыла, был ойошманың 400-ләп ағзаһы ҡулға алына, һайлау юҡҡа сығарыла, Пятс һәм Лайдонерҙың ҡарарҙарын хуплаған 5-се саҡырылышы Рийгикогуның вәкәләттәре оҙайтыла. Шуға ҡарамаҫтан, 1934 йылдың октябрендә Дәүләт йыйылышы (Рийгикогу) таратылған[2][3].
Көнсығыш Европа илдәренең был осорҙағы атмосфераһы диктатура урынлаштырылыуға булышлыҡ иткәнен билдәләр кәрәк. Польшала (1926), Литвала (1926), Германияла, СССР-ҙа инде диктатуралар формалашҡан. Шул уҡ 1934 йылда Латвияла ла диктатура урынлаштырылған була.
Сәйәсәт
үҙгәртергәБашланған «тынлыҡ дәүере» парламент демократияһының тарайыуы һәм авторитар идара итеү менән айырылып торған. Ил менән ғәмәлдә президенттан (Константин Пятс), армия командующийынан (Йохан Лайдонер) һәм эске эштәр министрынан (Каарел Ээнпалу) торған триумвират идара иткән[4]. 1935 йылдың мартында Эстонияла бер партиялы система индерелгән. Барлыҡ сәйәси партиялар ҙа тыйыла, улар урынына берҙән-бер идара итеүсе — «Исамаалийт» («Ватан союзы») төҙөлгән. 1934 йылдан 1938 йылға саҡлы парламент йыйылмаған. Референдумға әҙерләнгәндә, хөкүмәттең башҡарма власть органдарына йәшерен циркулярҙа яҙылған булған: «милли йыйылышҡа ҡаршы тауыш бирерҙәй кешеләрҙе яҡын юллатмаҫ кәрәк … уларҙы кисектермәҫтән полиция ҡулына оҙатыр кәрәк». 80-дең 50 округында һайлау бөтөнләй үткәрелмәгән. Хәйер, үҙҙәренең авторитар хакимлығына демократик ҡиәфәт бирер маҡсатында, дүрт йылға һуҙылған асыҡтан-асыҡ диктатуранан һуң, Пятс үҙен-үҙе президент итеп һайлауҙы ойошторған.
Иҡтисад
үҙгәртергә1930 йылдың икенсе яртыһында сәнәғәт етештереүе үҫешә (йылына 14 %-ҡа тиклем). 1938 йылға сәнәғәт өлөшө милли килемдә 32 %-ҡа етә. Эстон экспортында сәнәғәт продукцияһы өлөшө 1920-се йылдар аҙағында 36%-тан 1930-сы йылдарҙа 44 %-ҡа үҫкән. Яңы предприятиелар булдырылған, етештереү технологиялары камиллаштырылған. 1939 йылда янар һәүерташ сығарыу 2 миллион тоннаға етә, 181 мең тонна һәүерташ майы һәм 22,5 мең тонна һәүерташ бензины етештерелгән. Ил иҡтисады өсөн туҡыу, химия һәм аҙыҡ-түлек, металл, ағас эшкәртеү, ҡағыҙ етештереү, торф һәм фосфориттар сығарыу ҙур әһәмиәткә эйә булған. Ауыл хужалығы үҫешкән була. Сәнәғәтенең ҡайһы бер тармаҡтарында сит капитал өҫтөнлөк иткән.
Великобритания һәм Германия Эстонияның төп сауҙа партнёрҙары булған. 1930-сы йылдар аҙағына илдең тышҡы сауҙаһында СССР-ҙың өлөшө һиҙелерлек ҡыҫҡара. Эстония сит илдәргә ит аҙыҡтарын, май, балыҡ, йомортҡа, туҡыу тауарҙары, ҡағыҙ, целлюлоза, фанера, гәүерташ майы һәм бензин, цемент һәм быяла сығарған; ситтән сәнәғәт продукцияһы һәм сеймал индерелгән.
1930-сы йылдар Эстонияһы иҡтисадының үҙенсәлеге булып кооперативтар үҫеше торған. 1939 йылда «Эстония кооператив союзы» 284 мең ағзанан торған 3 меңдән артыҡ кооперативты берләштергән. Илдең 52 % депозитына эйә булған 200 кооператив банк 77 мең клиентты хеҙмәтләндергән һәм бөтә ссудаларҙың 51%-ын биргән. 32 мең ағзанан торған 314 һөт кооперативтары Эстониялағы майҙың 98%-ын һәм сырҙың 17%-ын етештергән.
Милләтселек
үҙгәртергәПятс шәхсән исем һәм фамилияларҙы эстонлаштырыу буйынса масштаблы кампания башлаған. Эстонизация кампанияһы һөҙөмтәһендә 1940 йылға илдең 250 меңгә яҡын гражданы үҙенең фамилияһын эстонлаштырған. Хәйер, 1930-сы йылдарҙың икенсе яртыһында был антропонимдарҙы мәжбүри эстонлаштырыу процесына XIX быуатта остзей немецтары немец фамилиялары биргән этник эстондар, шулай уҡ быға тиклем урыҫ исемдәре һәм фамилияларын йөрөткән сетуҙар йәлеп ителгән.
Күп һанлы урыҫ, немец, швед телле граждандар шулай уҡ фамилияһын ирекле рәүештә үҙгәртә алған. Тел күренеше буйынса дискриминация дәүләт секторында законлаштырылған булһа ла, илдең милли аҙсылығы вәкилдәренең бик аҙ ғына өлөшө исемен алмаштырған. Шулай ҙа Пятс, әсәһе урыҫ булғанлыҡтан, нацистик Германия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүгә ынтылған сиктән тыш уңдарҙан ситләшергә тырышҡан һәм СССР яғына ауышҡан[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Patriot.ee | Мартовский переворот 1934 года и «эпоха безмолвия»
- ↑ Оранжевая революция товарища Сталина
- ↑ Переворот 15-16 мая 1934 года(недоступная ссылка)
- ↑ Patriot.ee | Национальная автономия в Эстонской Республике
- ↑ В Эстонии — Военные и бывшие военные профессионалы России — Профессионалы.ru 2014 йыл 3 март архивланған.