Юлиан календары

(Юлиан стиле битенән йүнәлтелде)

Юлиан стиле— Александрия астрономдары эшләгән һәм Юлий Цезарь тарафынан б.э.т. 45 ғәмәлгә керетелгән календарь.

Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ҡояш, ай, ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Юлиан календары иҫкерген Рим календары урынына ҡабул ителә.

Был календарҙа йыл 1 ғинуарҙан башлана, был көндә б.э.т. 153 йылда һайлап ҡуйылған консулдар вазифаларын үтә башлаған. Йыл иҫәбен б.э.т. 45 йылдың 1 ғинуарҙан иҫәпләргә Римдә Юлий Цезарь башлап ебәрә. Был тарихҡа Юлиан календары булып кереп ҡала. 325 йылда Юлиан календарын Византия ҡабул итә. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора.

Ай Көндәр һаны
1 Ғинуар 31
2 Февраль 28 или 29
3 Март 31
4 Апрель 30
5 Май 31
6 Июнь 30
7 Июль 31
8 Август 31
9 Сентябрь 30
10 Октябрь 31
11 Ноябрь 30
12 Декабрь 31

Юлиан календарын хәҙергә көндә Иерусалим, Рәсәй, Сербия, Грузия православие сиркәүҙәре файҙалана. Шулай уҡ Европа һәм АҠШ монастыр һәм мәхәллә мәктәптәре ҡуллана.

Юлиан стиле һәм Григориан стиле араһында айырма

үҙгәртергә

Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта туры әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырмана 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан календары булып кереп ҡала. Юлиан стиле һәм Григориан стиле араһында айырма быуаттар үткән һайын ҙурая бара. Был кәбисә йылды билдәләү менән бәйләнгән. Юлиан стилендә кәбисә йыл һәр дүрт йыл һайын билдәләнә. Григориан стилендә лә кәбисә йыл дүрт йылға бер, әммә 100-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән, 400-гә бүленмәгән йылдар кәсәбе түгел.

Ваҡыт Көндәр Ваҡыт (григориан календары буйынса)
XIV 8 8 март 1300 — 8 март 1400
XV 9 9 март 1400 — 9 март 1500
XVI и XVII 10 10 март 1500 — 10 март 1700
XVIII 11 11 март 1700 — 11 март 1800
XIX 12 12 март 1800 — 12 март 1900
XX и XXI 13 13 март 1900 — 13 март 2100
XXII 14 14 март 2100 — 14 март 2200