Юлиана Витан-Дубейковская
Юлиана Витан-Дубейковская (бел. Юліяна Вітан-Дубейкаўская, тыумыштан Менке, псевдонимы Кветка Вітан; 12 декабрь 1886 йыл, Вильнюс — 1970 йыл, Нюрнберг, Германия) — белорус сәнғәт белгесе, педагог, мемуарҙар яҙыусы.
Юлиана Витан-Дубейковская | |
бел. Юліяна Вітан-Дубейкаўская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Белорусская Народная Республика[d] Үҙәк Литва[d] Польша Республикаһы[d] Германский рейх[d] Германия |
Тыуған көнө | 30 ноябрь (12 декабрь) 1886 |
Тыуған урыны | Вильнюс, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 сентябрь 1969 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Нюрнберг[d], Средняя Франкония[d], Бавария, Германия Федератив Республикаһы[d] |
Хәләл ефете | Леон Иванович Дубейковский[d] |
Внебрачный партнёр | Иван Иванович Луцкевич[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | белорус теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Эш урыны |
Vilna Belarusian Teachers Training Courses[d] Виленская белорусская гимназия[d] Dienststelle VINETA – Propagandadienst Ostraum e.V[d] |
Ойошма ағзаһы | Белорусский народный комитет[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Белорусский государственный архив-музей литературы и искусства[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Юлиана Витан-Дубейковская Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЮлиана Менке Вильнюс немецтары ғаиләһенән сыҡҡан. 1895 йылдан 1905 йылға тиклем Вильнюста Вера Михайловна Прозарованың шәхси гимназияһында уҡый. Гимназияла уҡыған ваҡытында ул һеңлеһе менән бергә уҡыған Алоиза Пашкевич менән танышай[1]. 1907 йылдан башлап Санкт-Петербургта, 1914 йылда Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультетына дәүләт имтихандарын тапшыра. 1915 йылда, Вильнюсҡа ҡайтып, Иван Луцкевич менән таныша һәм Вильнюста белорус комитетында эшләй башлай. Беренсе белорус башланғыс мәктәбен, белорус теле уҡытыусыларын әҙерләү курстарын һәм Вильнюс белорус гимназияһын асыуҙа ҡатнаша, һуңғараҡ был гимназияла немец телен һәм педагогикаһын уҡыта. 1922 йылда ул билдәле белорус эшмәкәре Леон Витан-Дубейковскийҙың ҡатыны була. Уның вафатынан һуң (1940 йыл) йорт һәм ер национализациялана, 1941 йылдың 6 мартында Юлиана ғаиләһе менән нацист Германияһына китә. Башта мигранттар өсөн лагерҙа йәшәй, аҙаҡ Берлинға ебәрелә, унда хәрби министрлыҡтың белорус идаралығында тәржемәсе булып эшләй. 1941 йылдың 18 июненән немец пропаганда «Винета» ойошмаһын етәкләй[2]. 1945 йылдан һуң лекциялар уҡып аҡса эшләй. 1947 йылдың сентябрендә Көнбайыш Германияға Малерсдорфҡа үҙ туғанына бара, ә 1951 йылдың апрелендә Нюрнбергҡа китә. Ҡайһы бер хәтирәләрендә Белорус милли хәрәкәте, үҙе һәм яҡындары тураһында яҙа. Мәҫәлән, Иван Луцкевич тураһында «Минең хәтирәләр» китабын яҙа (Леон Луцкевичтың инеше һүҙе менән 1994 йылда Вильнюста баҫылып сыға), Дягилева Галинаның «Зніч» театрында ҡуйыласаҡ «Вильнюс хыялдары» спектакленең нигеҙе була. 1954 йылда Нью-Йоркта «Леон Витан-Дубейковский» китабы сыға, уны Юлиана Кветка Вітан псевдонимы аҫтында баҫтырып сығара.
1994 йылда «Минең хәтирәләр» китабы сыға, уны Юлиана 1953 йылда Нюрнбергта В. Тумаш һәм Н. Арсеньева үтенесе буйынса яҙа. Хәтирәләр «Рыцар Пагоні» («Витязь погони») исеме аҫтында «Бацькаўшчына (белор.)баш.» гәзитендә сыға[3]. Ҡулъяҙма АҠШ-та Янина Кохановскаяға тапшырыла[4]. Хәҙер ҡулъяҙмалар әҙәбиәт һәм сәнғәттең Белорус дәүләт архив-музейында һаҡлана.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Успаміны пра Івана Луцкевіча / пад псеўд. Кветка Вітан// Конадні. — 1963. — № 7. — С. 133—137; Бацькаўшчына. — 1956. — № 22 (304). — С. 3 — 4; 1956. — № 23 (305). — С. 2, 4.
- Cor Ardens: Успаміны пра Цётку — Алаізу Пашкевічанку-Кайрыс / Ю. Вітан-Дубейкаўская // Конадні. — 1955. — № 3. — С. 49 — 54: іл. Перадрук: На суд гісторыі: Успаміны, дыялогі / Уклад., прадм. і звесткі пра аўтараў Б. І. Сачанкі; Тэкстал. падрыхт. С. Б. Сачанка. — Мн.: Мастацкая літаратура, 1994. — 303 с. — С. 6 — 11. — ISBN 5-340-01158-5.
- Мае ўспаміны / Юліяна Вітан-Дубейкаўская; Таварыства беларускай культуры ў Літве. — Вільня: Таварыства беларускай культуры ў Літве. — Мн.: Незалежная выдавецкая кампанія «Тэхналогія», 1994. — 190 с. — ISBN 9986-422-35-3.
- Чаму Іван Луцкевіч не пакінуў па сабе пісьменных працаў (Жменя ўспамінаў) // Бацькаўшчына. — 1954. — № 30 — 31 (212—213). — 15 жніўня. — С. 3 — 6.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На суд гісторыі: Успаміны, дыялогі… — С. 6.
- ↑ https://www.svaboda.org/a/29313392.html Радыё Свабода. Чаму «вайна пачалася ў Берасці», калі БССР была далей за Беласток
- ↑ Kipel, V., Kipel Z. Belarusian publishing in the West : a bibliography = Беларускі друк на Захадзе: бібліяграфія / Vitaut Kipel, Zora Kipel; edited by J. Garbinski & L. Yurevich; Belarusian Institute of Arts and Sciences, Polish Academy of Sciences, Institute of Slavic Studies. — New York — Warsaw: Belarusian Institute of Arts and Sciences — Polish Academy of Sciences, Institute of Slavic Studies, 2006. — XVI, 841 p. — P. 488. — (Bibliographic series; № 7). — ISBN 83-8919-142-3.
- ↑ «Трэба жыць, як набяжыць»: Праўдзівая біяграфія амерыканскіх гадоў Наталлі Арсенневай // Юрэвіч, Л. Шматгалосы эпісталярыум: гісторыя людзей і ідэй на эміграцыі ў ліставанні / Лявон Юрэвіч; [Пад рэд. Н. Гардзіенкі]; Беларускі інстытут навукі і мастацтва. — Мн.: Кнігазбор, 2012. — 657, [1] с. — С. 413. — (Бібліятэка Бацькаўшчыны; Кн. 20). — ISBN 978-985-7007-43-1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гардзіенка, Н. Юльяна Дубейкаўская ў лістах (1958—1969) // Ісці на святло лабірынтамі даўніх падзей: зборнік памяці Віталя Скалабана / [Уклад.: А. Сідарэвіч, А. Фядута, М. Шумейка; Рэдкал.: А. Сідарэвіч (адк. рэд.) і інш.]. — Мн.: Лімарыус, 2013. — 497, [1] с., [4] л. партр. — С. 374—399. — ISBN 978-985-6968-32-0.
- Сьв. памяці Юльяна Галена Дубейкаўская, народжаная Мэнкэ // Беларус. — 1979. — № 262. — Люты. — С. 4.
- Юліяна Дубейкаўская не жыве // Беларус. — 1969. — № 150. — Кастрычнік. — С. 1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БЕЛАРУСЫ Ў СВЕЦЕ: Юліяна Вітан-Дубейкаўская 2007 йыл 15 июль архивланған.