Эт йылы

Мөсәлдең 11-се йылы

Эт йылы - мөсәлдең Тауыҡ йылынан һуң, Ҡабан йылынан алда килә торған ун беренсе йылы[1]

Санкт-Петербург, Ҡытай Һарайындағы эт һыны

Мөсәл - бик күп Азия илдәрендә, мәҫәлән, Ҡытайҙа, Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Камбоджа, Шри-Ланка,Таиланд һәм Лаос кеүек илдәрҙә, төрки халыҡтарҙың байтағында, шул иҫәптән, башҡорттарҙа, монголдарҙа файҙаланылған 12 йыллыҡ календарь. Һәр йылға бер хайуан исеме бирелгән (мифик Аждаһанан башҡа) һәм ул 12 йылға бер ҡабатланып та тора. Григориан календары буйынса Эт йылы 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018 йылдарға тура килгән.

Ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә

Башҡорттар Ай календарын да, Ҡояш календарын да файҙаланыуға күскән, әммә мөсәлде лә онотмаған. Мөсәл башҡорт халҡында йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итеү өсөн ҡулланылмаған, ә быуаттар дауамындағы һауа торошон, уңыш алыуҙы күҙәтеп, йылдың нисек килерен алдан билдәләгән, хужалыҡ эштәрен шуға ярашлы ҡорған.

Һынамыш
  • Эт йылы — һыуыҡ, оҙон ҡыш [2]
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
  • Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
  • Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
  • Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
  • Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 780-се бит.
  2. Народный календарь [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә