Тауыҡ йылы
Тауыҡ йылы - мөсәлдең Һыйыр йылынан һуң, Ҡуян йылынан алда килә торған унынсы йылы[1] Ҡайһы бер халыҡтарҙа Әтәс йылы тип атала.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәМөсәл Ҡытайҙан тыш Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Шри-Ланка,Камбоджа,Таиланд һәм Лаос кеүек Көнсығыш Азия илдәрендә файҙаланалар, шулай уҡ төрки халыҡтарҙа (шул иҫәптән башҡорттарҙа) һәм монголдарҙа ла мөсәл һаман әле һаҡланып ҡалған[2]
Ауыҙ-тел ижадында
үҙгәртергәБашҡорттар мосолманлыҡ ҡабул иткәс, Ай календарын, шул уҡ ваҡытта Ҡояш календарын да файҙаланыуға күскән, әммә мөсәл дә төшөп ҡалмаған. Башҡорттар быуаттар дауамындағы тәжрибәнән сығып, һауа торошо циклдары ҡабатланыуын асыҡлаған һәм мөсәл буйынса йылдың нисек килерен билдәләгән,. Шул уҡ ваҡытта йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән.
Һынамыштар
үҙгәртергә- Тауыҡ йылы тары сәс.
- Тауыҡ йылы — ҡоролоҡ [3]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.