Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы

билдәле башҡорт рәссамы
(Эрнст Миңләхмәт улы Сәйетов битенән йүнәлтелде)

Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (2 июнь 1936 йыл — 4 март 2004 йыл) — рәссам-график, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1997). 1971 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1974).

Эрнст Миңләхмәт улы Сәйетов
Тыуған:

2 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Үлгән:

4 март 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаждар

Уҡыған урыны:

И. Е. Репин исемендәге Ленинград живопись, скульптура һәм архитектура институты

Стиль:

графика

Наградалары:

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1974)

Исемдәре:

Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы

Биографияһы

үҙгәртергә

Эрнст Миңләхмәт улы Сәйетов[1] 1936 йылдың 2 июнендә Өфөлә тыуған[2].

19431949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Воскресен районы (хәҙерге — Ишембай районы) Юлдаш ауылында йәшәй. Атаһы һуғышта вафат була, оҙаҡламай әсәһе лә сирләп, донъя ҡуя. Энеһе менән Эрнст ауылда өләсәһендә йәшәй, ауыл мәктәбендә уҡый.

Урал итәгенең матур тәбиғәте уның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала, үҫкәс был яҡтарҙы һағынып ҡайтыр, бында дәртләнеп эшләр булған.

Бәләкәй сағынан уҡ Эрнст һүрәт төшөрөргә яратҡан: «Рәссам булырға мин һәр ваҡыт теләй инем. Был теләк миңә атайымдан күскән, ул һәйбәт кенә һүрәт төшөргән, ғүмере буйы рәссам булырға хыялланған. Ул Өфөлә өлкә гәзиттәре нәшриәтендә цинкограф, фотограф булып эшләй ине, линогравюралар ҙа киҫә ине. Бәләкәй саҡта мин уның янына килеп, нисек баҫма формаһы яһалғанды ҡарап торорға ярата инем, ә оттиск сығыуы миңә мөғжизә булып күренә ине»,- тип һуңыраҡ иҫкә алыр була.

1949 йылдан башлап, Эрнст Сәйетов башҡа етем ҡалған балалар менән Өфөлә Совет Армияһының музыкант тәрбиәләнеүселәр мәктәбендә уҡый. 1960-сы йылдарҙа ғына уға В. А. Серов исемендәге Ленинград художество училищеһында (әле Н. К. Рерих исемендәге С.-П. художество училищеһы) һәм И. Е. Репин исемендәге Ленинград живопись, скульптура һәм архитектуры институтының графика факультетында (әле академия) уҡыу бәхете тейә . Институтта ул күренекле рәссам, живопись академигы һәм профессор Алексей Федорович Пахомовта уҡый. Йәш рәссам диплом эше итеп сәнәғәт темаһын: «Башҡортостан — нефть республикаһы» тигән офорттар циклын һайлай. Йәйге практикаһын Сәйетов нефтепромыслаларҙа үткәрә. Һуңыраҡ графикала Ишембай районы Юлдаш ауылы һәм тәбиғәте темаларын яҡтырта («Ауылда» (1968), « Йылҡылар», «Башҡорт өйөндә», «Бесәндән ҡайтыу», «Беренсе дәрес», «Башҡортостан. «30- сы йылдар», «Ҡыш», «Ҡымыҙ», «Һалам йыйғанда» (1972)).

Эрнст Миңләхмәт улының Юлдаш ауылына ҡайтыуын туғандары ғына түгел, бөтә ауыл халҡы һәр саҡ көтөп ала. Рәссам улар менән ихлас аралаша, Юлдаш ауылы халҡының ҡайһы берҙәрен картиналарында күрергә була.

Институтты тамамлағандан һуң, 1968-се йылдан башлап, Эрнст Сәйетов Өфөлә йәшәй, Башҡорт художество производствоһы оҫтаханаларында рәссам булып эшләй. Офорт, литография, линогравюра, акварель, һүрәт һәм китап иллюстрациялау техникаһында эшләй. 1971 йылдан — рәссамдар Союзы ағзаһы. 1969 йылдан башлап, Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегендә һүрәт һәм композиция уҡыта башлай, 1973 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт (изобразительных искусств) факультетында (әле З. Исмәғилев исемендәге институт). 1991 йылдан года институттың живопись кафедраһы мөдире, 1995 йылдан — профессоры була. Бер төркөм һәләтле рәссамды — Наил Байбурин, Фәйзрахман Исмәғилев, Сергей Игнатенко, Ринат Харисов, Михаил Копьёв, Илдар Бикбулатов, Жәлил Сөләймәнов, Әмир Мәжитовты һәм башҡаларҙы уҡытҡан.

1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан рәссамдар союзының рәйесе, ә 1981—1986 һәм 1996 йылда — РСФСР рәссамдар союзы идараһы секретары була. ВЛКСМ өлкә комитетының Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. 1995 йылдан «Артыш» ижади берлегенә инә.

Сәйетовтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейында (Өфө), Ырымбур өлкә сәнғәт музейында, Красноярск В. И. Суриков исемендәге сәнғәт музейында, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы дәүләт сәнғәт музейында (Нукуста), Магнитогорск картиналар галереяһында һаҡлана.

Төп эштәре

үҙгәртергә
  • В деревне, офорт, 1968.
  • Лошади, офорт, 1968[3].
  • В башкирской избе, офорт, 1968.
  • Женщины на прополке, офорт, 1968. С сенокоса, офорт, 1969.
  • Первый урок, офорт, 1970.
  • Башкирия, 30-е годы. Первый трактор, офорт, 1970.
  • Кумысницы, офорт, 1972. Уборка соломы, офорт 1972.
  • Хлеб убран, офорт, 1974. Пастух, офорт, 1974.
  • Сумерки, офорт, 1974. Весенние заботы, офорт, 1974.
  • Черемуха, офорт, 1974.
  • Уборка сена, офорт, 1974.
  • Башкирия, 40-е годы.
  • Сбор колосьев, офорт, 1975.
  • Башкирия, 40-е годы. Женщины, офорт, 1975.
  • Обед в поле, офорт, 1977.
  • Караидельские лесосплавщики, офорт, 1977.
  • Пастушок, офорт, 1977,
  • В лесном краю, офорт, 1977.
  • Ферма в горах, офорт, 1977.

Күргәҙмәләр

үҙгәртергә
  • Республиканские, Уфа, все с 1969 г., кроме молодежной 1976 г.
  • Зональные выставки «Урал социалистический»: Челябинск, 1969; Уфа, 1974.
  • Декадная выставка произведений художников БАССР, Москва, Ленинград, 1969.
  • Выставка работ художников БАССР в связи с декадой башкирского искусства в Кара-Калпакской АССР, Нукус, 1976.
  • Выставка произведений художников БАССР, посвященная 100-летию со дня рождения В. И. Ленина, Ульяновск, 1970.
  • Выставка произведений художников 3-х зон, Москва, 1971.
  • Выставка произведений художников автономных республик РСФСР, Москва, 1971.
  • Всероссийская художественная выставка «Слава труду», Москва, 1976.
  • Выставка произведений художников БАССР в ГДР, г. Галле, 1975.
  • Всесоюзная выставка дипломных работ студентов художественных вузов, Москва, 1968.
  • Всесоюзная художественная выставка, посвященная 50-летию ВЛКСМ, Ленинград, 1968.
  • Всероссийская художественная выставка «Советская Россия», Москва, 1970.
  • Всесоюзная художественная выставка, посвященная 100-летию со дня рождения В И. Ленина, Москва, 1970.
  • Всероссийская художественная выставка «По родной стране», Москва, 1974.
  • I Всероссийская выставка эстампа, Уфа, Москва, Ленинград, 1974.
  • Всероссийская художественная выставка «Советская Россия-5» , Москва, 1975.
  • II Всесоюзная выставка эстампа, Москва, 1975.
  • Всероссийская художественная выставка, посвященная 60-летию Великого Октября, Москва, 1977.

Наградалары

үҙгәртергә

Лауреат республиканской премии обкома ВЛКСМ им. Г. Саляма, 1974

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Сборник «Изобразительное искусство автономных республик РСФСР». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1973.
  • «Искусство автономных республик Российской Федерации». Изд. «Аврора», Ленинград, 1973.
  • «Художники Ленину». Изд. «Советский художник», Москва, 1972.
  • «Урал, Сибирь, Дальний Восток», альбом. Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1974.
  • Журнал «Художник», 1976, № 3. Репродукция.
  • Журнал «Художник», 1976, № 11. Репродукция.
  • Каталоги вышеназванных выставок.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә