Башҡортостан эрзәләре

(Эрзя Башкортостана битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡортостан эрзәләре — Башҡортостанда ҡәҙимдән йәшәгән мордва халҡының бер өлөшө булған этник эрзәләр йәки уларҙың тоҡомдары, даими йәки оҙайлы йәшәр өсөн күсеп килеүселәр[1].

Тарихтан

үҙгәртергә

Башҡорт ерҙәренә эрзәләр XVII быуат аҙағында башлап күсеп килеүе билдәле. Шул осорҙа Федоровка, Кузьминовка (муҡшы), Алешкино, Наумкино, Старомакарово, Садовка һәм башҡа ҙур ауылдар барлыҡҡа килгән. Эрзәләрҙең күп ауылдары XIX быуатта нигеҙләнгән, һәм икенсе яртыһында Өфө һәм Ырымбур губерналарына күпләп күсенеүҙәре күҙәтелгән.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында 26020 эрзә һәм муҡшы йәшәгән. Улар Өфөлә, Бәләбәйҙә, Дәүләкәндә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Нефтекамала, Октябрьскиҙа, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, райондарҙа теркәлгән. Башҡортостан эрзәләренең күп өлөшө — 62,3 проценты — ҡалаларҙа йәшәй.

Башҡортостанда башлыса эрзәләр йәшәй, муҡшылар бик әҙ.

Эрзә — мурзалар

Туймазы районының Кожай-Андреево ауылында һәм Бишбүләк районының Кожай-Максимово ауылдарында үҙҙәрен эрзә-мурзалар тип атаған этник төркөм йәшәй. Уларҙың теле ярайһы урыҫлашҡан, әммә эрзә һөйләшенсә үҙгәртелгән.

1905 йылда М. Бурдуков «Уфимские губернские ведомости» баҫмаһында «Мордва» тигән очергында Кожай-Андреево мордвалары үҙҙәрен ниндәйҙер мурза затынан тип һанай, тип яҙған. Улар борон ерҙәре, урмандары күп булып, һуңынан ҡаҙнаға алып бөткәндәр тип раҫлаған булған.

Диндәре һәм инаныстары

үҙгәртергә
 
Эрзәләрҙең, муҡшыларҙың ырыу йола шәме — штатол

Башкортостан эрзәләре төрлө дин тота. Күп өлөшө үҙҙәрен нәсрани һанай, бер аҙҙары — старообряд һәм молокан инаныслы.

Эрзәләр Рәсәйгә инеү менән, уларҙы христианлаштырыу башланған. Бигерәк тә XVIII быуатта был көслө барған. Быуат уртаһында мордваларҙы христианлаштырыу рәсми рәүештә тамамланған. Башҡортостанға эрзәләр суҡындырылғас күсенгән. Уларҙы рәсми рәүештә «новокрещенный» (яңы суҡындырылған) тип атағандар.

XX быуат башында М. Бурдуков, «улар — бик динле. Ихлас ғибәҙәтханаларға йөрөйҙәр, ихлас христианлыҡ бурыстарын үтәйҙәр, өйҙәренә шатланып изге иконалар ҡуялар һәм руханиҙарға ихтирамлы», — тип яҙған.

XIX быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында күпселек эрзә ауыл-ҡасабаларында сиркәүҙәр һәм часовнялар төҙөлгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, XX быуаттың 30-сы йылдарында улар юҡҡа сығарылған. Әлеге осорҙа нәсрани храм Каменкала бар (Бишбүләк районы). 2004 йылдың йәйендә Илтерәк сыуаш-эрзә ауылында сиркәү төҙөлөп бөткән (Ҡырмыҫҡалы районы).

XIX быуат ахырында Өфө һәм Ырымбур губернияларында старообряд инаныслы эрзәләр 3073 кеше һаналған. Улар бер нисә төбәктә берҙәм төркөмдәр менән йәшәгән. Әлеге көндә уларҙың тоҡомдары Стәрлетамаҡ районы Садовка ауылында ғына йәшәй. Молокан эрзәләр Федоровка районы Петровка һәм Ивановка ауылдарында көн күрә.

Христианлаштырыу көслө барһа ла, эрзәләр күпмелер элекке инаныстарын да һаҡлап ҡалған. Ведь ава (э., м.) — «һыу инәһе»; Вирь ава (э., м.) — «урман инәһе»; Юрт ава (э), Куд ава (м) — «өй эйәһе»; Бань ава (э., м.) — "мунса эйәһе"нә ышаныу һаҡланған.

Хужалыҡтары

үҙгәртергә

Эрзәләр башлыса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Башҡортостан эрзәләренең ғәҙәти торлағы (кудо — э., куд — м.) ике-өс бүлмәле булған. Йорттар ағастан һалынған. Ғәҙәттә тыштан һылап, ағартып ҡуйғандар. Сей кирбестән һалынған йорттар ҙа осраған. Мейес яғып йылытҡандар. Мейескә диагональ рәүештә, мөйөштә сигеүле таҫтамалдар менән биҙәп, иконалар ҡуйылған.

Кейемдәре

үҙгәртергә

Ҡатындар аҡ киндерҙән туника кеүек беселгән, сигелгән күлдәк (панар) кейгән. Алъяпҡыс менән кафтан, бил биҙәүесе пулай/пулагай/ пулакш шулай уҡ мотлаҡ булған. Баштарына сорока — арҡаға төшөп торған сигеүле ҡойроҡло бейек башлыҡ кейгәндәр.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында итәк менән кофталар ҡулланышҡа ингән. Ирҙәр кейеме урыҫ кейеменән айырылмаған.

Милли ойошмалары

үҙгәртергә

1998 йылда Башкортостандың республика эрзә-муҡшы милли-мәҙәни үҙәге төҙөлгән. Хәҙер Башкортостан республикаһының Мордва милли-мәҙәни автономияһы тип атала[2]

Мәҙәни саралар

үҙгәртергә
 
Авксентий Юртов — эрзә мәғрифәтсеһе

2016 йылдың 15 декабрендә Федоровка районы Үрге Алаштан ауылында беренсе тапҡыр Республика мордва фольклор байрамы «Покш эрзянь чи» - «Ҙур эрзә көнө» үткәрелә. Федоровка, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәрен мордва халыҡ фольклор ансамбле «Килейне» ҡаршылай.

Байрамды Дорамо Озатя - абруйлы башлыҡ башлап ебәрә.

Фольклор коллективтары «Боза теема» (буҙа эшләү), «Капстань салтамо» (кәбеҫтә тоҙлау), «Лукшень теема» ( туй бәлеше), «Курник ряд» (тауыҡ бәлеше), «Лемдяма» (суҡындырыу), «Од толонь чи» (Йәш ут көнө), «Видме коморонь ознома» ( Орлоҡ өҫтөндә доға) кеүек боронғо йолаларҙы күрһәтәләр [3]

2017 йылдың 15 декабрендә Бишбүләк Мәҙәниәт йортонда Каменка ауылының "Эрзә" фольклор ансамбленең 60 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналар булды.

Байрамға Федоровка, Бәләбәй, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ һәм Йәрмәкәй райондарының мордва үҙешмәкәр ансамблдәре килде. БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы булып торған Мордва тарихи-мәҙәни үҙәге концертта ҡатнашты [4].

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә
  • Бакланов Пётр Яковлевич (тыуған 5 июль, 1946, Георгиевка ауылы, федоровка районы, БАССР) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсы-географы, РФА академигы (2003), Рәсәй Фәндәр академияһының АКО Тымыҡ океан география институтының ғилми етәксеһе, Рус география йәмғиәтенең вице-президенты (2010), Алыҫ Көнсығыш Федераль университетының география һәм геосистемаларҙы тотороҡло үҫтереү кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы, профессор.
  • Ҡырмыҫҡалы районының Андреевка ауылында эрзә мәғрифәтсеһе, беренсе эрзә-урыҫ һүҙлеген һәм грамматикаһын төҙөгән Авксентий Филиппович Юртов йәшәгән. 1891 йылда ул ауылдың священнигы булған. 1895 йылда өс класлы сиркәү-приход мәктәбе асҡан. Эрзә, сыуаш, татар фольклорын йыйып, баҫып сығарған[5][6].
  • Байжев Николай Георгиевич ( 1 ноябрь, 1938 - 2012) -рәссам. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1980)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Мордва [5](недоступная ссылка)
  • Мурзабулатов М. В. Мордовское население Башкортостана: исслед. и материалы. Уфа, 1995;
  • Щербаков А. С. Мордовское население Башкортостана: очерк современных этнических процессов. Уфа, 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Эрзя Башкирии [6](недоступная ссылка)
  • Мордовское население в Башкортостане [7]
  • Мордва [8]

YouTube сайтында Видео Народы Башкортостана. Мордва

YouTube сайтында Видео В Федоровском районе прошел Республиканский фольклорный праздник мордовской культуры

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мордва [1](недоступная ссылка)
  2. Мордва милли-мәҙәни автономияһы [2](недоступная ссылка)
  3. Республиканский фольклорный праздник мордовской культуры «Покш эрзянь чи» - «Большой мордовский день» [3](недоступная ссылка)
  4. В Бижбулякском ДК состоялся праздник мордовской культуры [4] 2018 йыл 31 май архивланған.
  5. Феоктистов А. П. Очерки по истории формирования морд, письменно-литературных языков, М., 1976
  6. Осовский Е. Г. А. Ф. Юртов — предтеча мордовского просветительства, Саранск, 1995. Е. Г. Осовский