Бакланов Пётр Яковлевич
Бакланов Пётр Яковлевич (5 июль 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-иҡтисадсыһы, ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РФА академигы (2003), Рәсәй Фәндәр академияһының АКО Тымыҡ океан география институтының ғилми етәксеһе, Рус география йәмғиәтенең вице-президенты (2010), Алыҫ Көнсығыш Федераль университетының география һәм геосистемаларҙы тотороҡло үҫтереү кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Почёт (2007), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Милләте - мордва-эрзә.
Бакланов Пётр Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июль 1946 |
Тыуған урыны | Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 2023[1] (77 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, географ |
Эшмәкәрлек төрө | иҡтисади география[d][2] |
Эш урыны | Алыҫ Көнсығыш федераль университеты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның география факультеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Саушкин, Юлиан Глебович[d] |
Аспиранттар | Валерий Титович Старожилов[d] |
Уҡыусылар | Романов, Матвей Тихонович[d] һәм Мошков, Анатолий Владимирович[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Общество изучения Амурского края[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПётр Яковлевич Бакланов 1946 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Георгиевка ауылында тыуған.
1965—1966 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһында эшләй.
Белеме һәм ғалимлыҡ дәрәжәһе
үҙгәртергә1971 йылда отличие менән география, ә 1972 йылда — Мәскәү дәүләт университетында иҡтисад факультетын тамамлай һәм «Иҡтисади география» һәм «Сәйәси иҡтисад» һөнәрҙәре буйынса ике квалификация алып сыға. 1974 йылда география фәне буйынса «Сәнәғәттең динамика системаһы киңлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. География фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү темаһы буйынса диссертация яҡлаған. 1987 йылда «Производствоның арауыҡ системалары: территориаль ойошманың микроструктура кимәле» темаһына география фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Фәнни карьераһы
үҙгәртергәАлыҫ Көнсығыш иҡтисади географияһы фәнни мәктәбен ойоштороусы. Халыҡ-ара география союзының Рәсәй милли комитеты рәйесе урынбаҫары, Тымыҡ океан фәнни ассоциациялары Милли комитетының рәйесе урынбаҫары, Алыҫ Көнсығыш округы Рәсәй фәндәр академияһы президиумы ағзаһы, АҠО Рәсәй фәндәр академияһының Ер тураһындағы фәндәрҙең Берләшкән география һәм геоэкология секцияһының етәксеһе, Рәсәй географ-йәмәғәтте өйрәнеүселәр Ассоциацияһы координация советы ағзаһы.
1991—2016 ген. — АКО Тымыҡ океан географияһы институтының директоры. Рәсәй Федерацияһы Министрлығының Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса Йәмәғәтселек советы рәйесе (2013—2016).
- 1973—1979 — кесе ғилми хеҙмәткәр, сектор, лаборатория мөдире
- 1979—1987 — СССР Фәндәр академияһының Тымыҡ океан география институты директорының фән буйынса урынбаҫары
- 1987—1991 — СССР Фәндәр академияһы иҡтисади тикшеренеү институты директоры
- 1991—2016 — АКО Рәсәй Фәндәр академияһының Тымыҡ океан географияһы институты директоры
- 1991—1999 — Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты профессоры (1975 йылдан алып университетта эшләй.)
- 2000—2011 — Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының төбәк анализы һәм тотороҡло үҫтереү кафедраһы мөдире
- 1997 — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
- 2003 йыл — АКО Рәсәй Фәндәр академияһы Ер тураһында фәндәр бүлеге академигы, Президиум ағзаһы
- 2010 — Амур крайын өйрәнеү йәмғиәтенең Ғилми советы ағзаһы
- 2010 — Рус география йәмғиәтенең вице-президенты
- 2011 — Алыҫ Көнсығыш федераль институтында география кафедраһы мөдире
- 2013 йылдан алып — Рус география йәмғиәтенең территориаль ойоштороу һәм планлаштырыу буйынса комиссияһының рәйестәше
- 2013—2016 — Рәсәй Федерацияһы Министрлығының Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы рәйесе, мөхбир ағзаһы (2016)
- 2016 йылдан — институттың ғилми етәксеһе, АКО Рәсәй Фәндәр академияһының Тымыҡ океан географияһы институтының ғилми етәксеһе
Диссертация советарында ағзалығы
үҙгәртергә- Тихоокеанский институт географии ДВО РАН, Совет по защите докторских диссертаций по специальности 25.00.25 Геоморфология и эволюционная география, председатель (1995—2012)
- Институт экономических исследований ДВО РАН, Совет по защите докторских диссертаций по специальности 08.00.05 Экономика и управление народным хозяйством, член (1992—2012)
- Институт экономических исследований ДВО РАН, Совет по защите докторских и кандидатских диссертаций по специальности 08.00.14 Мировая экономика, член (с 2012)
- Тихоокеанский институт географии ДВО РАН, Совет по защите кандидатских диссертаций по специальности 25.00.36 Геоэкология (географические науки), председатель (с 2016), № Д 005.016.02
Фәнгә индергән өлөшө
үҙгәртергәТөп ғилми эштәре география сәнәғәте теорияһына, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәктәре хужалығы үҫеше һәм уларҙы үҫтереү проблемаларына арналған. Тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыу, төбәк тәбиғи-ресурс потенциалын һәм территорияларына, сәнәғәт үҙәктәренә экологик-иҡтисади характеристикалар биреү менән шөғөлләнә. Системалы ҡараш Тәбиғәт менән файҙаланыуҙың территориаль социаль-иҡтисади системаһын һәм территориаль структураһын системалаштырған.
АКО Тымыҡ океан географияһы институтының Рәсәйҙең Алыҫ көнсығыш иҡтисади географияһы фәнни мәктәбенең дәүләт лаборатория базаһын ойоштороусы һәм анализлаусы.
Әлеге ваҡытта П. Я. Баклановтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары хужалыҡты территориаль ойоштороуҙы өйрәнеү , территорияларҙың тәбиғи-ресурс потенциалын баһалау, төбәктә тәбиғәттән файҙаланыу, төбәктәрҙең тотороҡло үҫтереү һәм улар менән идара итеү, геосәйәсәт һәм географияның теоретик мәсьәләләре булып тора.
Төп эштәре
үҙгәртергә350 ғилми баҫма, 20-нән ашыу монография авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән:
- Бакланов П. Я. Структуризация территориальных социально-экономических систем // Вестник Московского университета. Серия 5: География. 2013. № 6. С. 3-8.
- Бакланов П. Я. Основные проблемы современной экономической географии // Вестник Московского университета. Серия 5: География. 2009. № 2.
- Бакланов П. Я. Территориальные структуры хозяйства в региональном управлении. — М. : Наука, 2007. — 239 с.
- Бакланов П. Я. Дальневосточный регион России: проблемы и предпосылки устойчивого развития. — Владивосток : Дальнаука, 2001. — 144 с.
- Бакланов П. Я. Линейно-узловые системы промышленности (структурные особенности и возможности учёта в планировании и управлении). — Владивосток : ДВНЦ АН СССР, 1983.
- Бакланов П. Я. Динамические пространственные системы промышленности: Теоретический анализ. — М. : Наука, 1978. — 132 с.
2008—2012 йылдарҙа П. Я. Бакланов етәкселегендә «Рәсәй Алыҫ Көнсығышының геосистемаһы XX—XXI быуат сиктәрендә» өс томлыҡ әҫәре нәшер ителә.
2015 йылда «Рәсәйҙең социаль-иҡтисади географияһы» коллектив монографияһының инглиз телендә (Socio-in Economic Geography Russia) баҫтырып сығарыуҙың инициаторы була. Бында Рәсәй социаль-иҡтисади географияһының XX—XXI быуаттарҙағы иң мөһөим ҡаҙаныштары һәм һөҙөмтәләре дөйөмләштерелгән. Китап беренсе тапҡыр Халыҡ-ара география союзының Мәскәү ференцияһында 2015 йылда күрһәтелә һәм 2016 йылда Рус география йәмғиәте ярҙамында монография рус телендәге версияла баҫып сығарыла.
Төрлө халыҡ-ара фәнни проекттарҙа ҡатнашҡан, шул иҫәптән Рәсәй-Ҡытай проекты «Ҡытай республикаһында һәм Алыҫ Көнсығыштың көньяғында тәбиғәттән файҙаланыуҙың анализы» Рәсәй-Ҡытай проекты (2006—2008 йй.) етәксеһе, рус-япон проект «Амур йылғаһы һәм Охот диңгеҙе бассейнындағы транс сиктәрҙә тәбиғәттән файҙаланыу анализы» рус-япон проектында (2007—2010 йылдар) ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
үҙгәртергәПочёт ордены (2007)[3], «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» 2-се дәрәжә орден миҙалы (1997)[4], «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы(1981). Лауреаты РФ хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000)[5], 2010 йылда РФ Мәғариф министрлығы Грамотаһы менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Петра Яковлевича Бакланова РФА рәсми сайтында
- Бакланов / А. А. Агирречу // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 672. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Состав Общественного совета при Министерстве РФ по развитию Дальнего Востока 2013 йыл 21 июль архивланған.
- Профиль на официальной странице кафедры географии и устойчивого развития геосистем ДВФУ 2013 йыл 5 апрель архивланған.
- Псянчин А. В. Бакланов, Пётр Яковлевич 2016 йыл 9 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Профиль на сайте кафедры географии и устойчивого развития геосистем ДВФУ
- Профиль на сайте ДВФУ 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- Диссертационный совет ИЭИ ДВО РАН 2018 йыл 28 март архивланған.
- ↑ Ушёл из жизни Пётр Яковлевич Бакланов…
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 1 марта 2007 г. № 264 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 июня 1997 г. № 637 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 20 августа 2001 г. № 595