Эпштейн Товий Давидович

Товий Давидович Эпштейн (18951969) — совет ғалимы-гигиенисы, медицина фәндәре докторы, профессор.

Эпштейн Товий Давидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 декабрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Даугавпилс, Двинский уезд[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1969
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Арса зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө здравоохранение[d]
Эш урыны Волгоград дәүләт медицина университеты[d]
Ҡазан дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Бер нисә хеҙмәт авторы, шул иҫәптә Татар АССР-ында демографик процестар һәм һаулыҡ һаҡлау, Ҡазан медицина мәктәбе буйынса эштәре бар.

Биографияһы

үҙгәртергә

1895 йылда Рәсәй империяһында, хәҙер Латвияла теш табибының йәһүд ғаиләһендә тыуған.

1920 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын алтын миҙалға тамамлай һәм Сембер ҡалаһы (хәҙер Ульяновск) дауаханаларының береһендә эшләй. 1922 йылда Воткинскта өлкә һаулыҡ һаҡлау менән идара итә[1]

1923 йылда табибтарҙың белемен камиллаштырыу өсөн Ҡазан дәүләт институтында эшләй (ГИДУВ[2], хәҙер Рәсәй медицина дипломдан һуң белем биреү академияһы), унда ординаторҙан алып социаль гигиена кафедраһы мөдиренә тиклем юл үтә. Һуңынан директор урынбаҫары һәм дауалау өлөшө буйынса Татар АССР-ы Һаулыҡ һаҡлауҙың халыҡ комиссары урынбаҫары булып эшләй (1935—1938 йылдарҙа). 1939 йылдан 1942 йылға тиклем Товий Давидович Сталинград медицина институтында үҙе ойошторған һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кафедраһын етәкләй (хәҙер Волгоград дәүләт медицина университеты), бер үк ваҡытта директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1942 йыл аҙағында Т. В. Эпштейн Ҡазанға эвакуациялана. 19421954 йылдарҙа Ҡазан медицина институтында (хәҙер Ҡазан дәүләт медицина университеты, унда социаль гигиена кафедраһы һәм артабан медицина тарихы кафедраһы мөдире), кафедра мөдире Ф.Ғ. Мөхәммәтйәровтың һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кафедраһының икенсе профессоры булып тора[3]. Бер үк ваҡытта 1942—1946 йылдарҙа Татар АССР-һаулыҡ һаҡлау министрының урынбаҫары һәм баш дәүләт санитар инспекторы булып тора[4]. Фәнни-уҡытыу, шулай уҡ эпидемияға ҡаршы һәм дауалау-профилактика эше менән шөғөлләнә. Ул өс доктор (В. В. Трейман, М. Х. Вәхитов, Н. И. Жучков) һәм 24 фән кандидаты әҙерләй[1]

1954 йылдан алып 1966 йылға тиклем осорҙа Товий Давидович Элштейн һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һәм медицина тарихының берләшкән кафедраһы менән етәкселек итә. 1966 йылда пенсияға сыҡҡас, вариҫы һәм уҡыусыһы медицина фәндәре докторы, профессор М.Х. Вәхитовтың консультанты була[5].

1969 йылда Ҡазанда вафат була. Ҡаланың Арский зыяратында ерләнә[6]


Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), «Почет билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «Татарский энциклопедический словарь». Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.
  • «Татарская энциклопедия». Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2002.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә