Быума
Быума, быума рәнйеүе, өйәнәк, зыяндаш, ҡуянсыҡ, быума, һуғылма мирекәй, һуғылма, тотанаҡ, яман рәнйеү[1] — (рус. Эпиле́псия ,бор. грек. ἐπιληψία ἐπίληπτος, тотолған («схваченный, пойманный, застигнутый»); лат. epilepsia q`rb caduca) — кешенең иң йыш осрай торған оҙайлы хроник неврологик сире, организмды көтөлмәгәндә ҡорошҡаҡ тотоуы[2][3]. Русса борондан килгән исеме- «падучая». Ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатланып тороусан тартышыу өйәнәге. Ҡайһы бер осраҡта аң кимәленең үтә түбәнәйеүе күҙәтелә[4]; ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үткән нервы системаһы ауырыуы[5]; баш мейеһе зарарланыуға бәйле дауамлы ауырыу, ваҡыты-ваҡыты менән һуштан яҙыу, тартышыу быумаһы менән үтә[6].
Быума | |
МКБ-9 |
345 |
---|---|
DiseasesDB |
4366 |
MedlinePlus |
000694 |
eMedicine | |
Быума Викимилектә | |
Ошо көтөлмәгәндә башлана торған өйәнәктәрҙең киң таралған һәм йыш ҡулланылған исеме — быума өйәнәге. Быума ауырыуы менән кешеләр генә түгел, хайуандар, мәҫәлән, эттәр, бесәйҙәр, сысҡандар ҙа сирләй.
Быума (эпилепсия) аңлатмаһы
үҙгәртергәБыумаға оҡшаш өйәнәктең бер генә тапҡыр булыуы тере организмдың унда барған процесстарға үҙенсәлекле яуабы булыуы мөмкин. Хәҙерге ҡараштар буйынса, быума — бер иш булмаған, оҙаҡҡа һуҙылған, ҡайтмалы ҡорошҡаҡ тотоу өйәнәге менән айырылып торған, сирҙәр төркөмө. Был сирҙең патогенезында баш мейеһе нейрондарында булған пароксизмаль зарядһыҙландырыу (пароксизмальный разряд) ята. Башлыса быума (эпилепсия) ғәҙәттә төрлөсә була торған ҡайтмалы өйәнәктәр менән айырылып тора — көтмәгәндә кәйеф боҙолоп китеү кеүек быума өйәнәге эквиваленты (дисфория), аң томаланыу, илереү (сомнамбулизм), психиканың эске донъяға йүнәлеше (транс) кеүек психика боҙолоуы, шулай уҡ быума сирлеләрҙә була торған шәхес үҙгәреүе һәм (йәки) аҡыл зәғифлеге. Ҡай бер ваҡытта эпилептик психоздар ( улар киҫкен йә оҙайлы булыуы мөмкин) — ҡурҡыу, эс бошоу,ярһыу ( агрессивлыҡ),йә саманан тыш күтәреңке кәйеф, һаташыу, галлюцинациялар кеүек аффектив боҙолоуҙар ҙа күҙәтелә. Әгәр ҙә быума өйәнәктәре соматик патология менән бәйле икәне дәлилләнһә, был хәл симптоматик быума тип атала. Быума сире эсендә сикә яғы быума сирен (височная эпилепсия) дә айыралар, ул саҡта тартышыу үҙәге мейенең сикә өлөшөндә була. Быума сирен диагнозлау һәм дауалау менән неврологтар һәм эпилептологтар шөғөлләнә.
Ҡайһы ваҡытта өйәнәктәр баш мейеһенең неврологик йәки соматик ауырыуының, йә иһә йәрәхәт менән бәйле (травма) барышын ауырлаштыра.
Быумаға мөнәсәбәт
үҙгәртергәБоронғо гректар һәмборонғо римлеләр быума ауырыуын хоҙай ҡушҡан «Геркулес ауырыуы» («падучая»)[7] тип атағандар. Үлгән кешенең йәнен нисек саҡырыу тураһындағы Урта быуаттарҙан һаҡланып килгән бер ҡулланмала йәнде саҡырыу йолаһын дөрөҫ үткәрмәгән сихырсы быума менән һуғылып үлеүе мөмкин тип яҙылған [7].
Быума менән һуғылыусыларға йәмғиәттең ҡарашы, башлыса, тиҫкәре[8]. Бындай сирлеләрҙе тыумыштан йә тормоштан барлыҡҡа килгән сирле тип иҫәпләйҙәр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Брюханова Н.О., Жилина С.С., Айвазян С.О., Ананьева Т.В., Беленикин М.С., Кожанова Т.В., Мещерякова Т.И., Зинченко Р.А., Мутовин Г.Р., Заваденко Н.Н.. Синдром Айкарди–Гутьерес у детей с идиопатической эпилепсией // Российский вестник перинатологии и педиатрии. — 2016. — № 2. — С. 68–75. — ISSN 1027-4065.
- Брюханова Н.О., Жилина С.С., Беленикин М.С., Мутовин Г.Р., Айвазян С.А., Притыко А.Г. Возможности генетического тестирования при резистентных формах эпилепсии // Педиатрия. Журнал им. Г.Н. Сперанского. — 2015. — № 5. — С. 77–80. — ISSN 0031-403X.
- Абрамов А.А., Шахтарин В.В., Айвазян С.О., Жилина С.С., Осипова К.В., Яворская М.М., Бачманова М.С., Мутовин Г.Р., Притыко А.Г. Полиморфизм гена MDR1 и фармакорезистентность к противосудорожным препаратам при эпилепсии // Детская больница.. — 2011. — № 4. — С. 12-15. — ISSN 2076-3875.
- Айвазян С. О., Ширяев Ю. С. Видео-ЭЭГ-мониторинг в диагностике эпилепсии у детей // Журнал неврологии и психиатрии. — 2010. — № 6. — С. 70–76. — ISSN 1997-7298.
- Виктор М., Роппер А. Х. Руководство по неврологии по Адамсу и Виктору : учеб. пособие для системы послевуз. проф. образования врачей / Морис Виктор, Аллан Х. Роппер; науч. ред. В. А. Парфенов; пер. с англ. под ред. Н. Н. Яхно. — 7-е изд. — М.: Мед. информ. агентство, 2006. — 677 с. — ISBN 5-89481-275-5
- Розенбах П. Я.,. Эпилепсия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәБыума Викимилектә |
- Клиническая эпилептология. Журнал 2019 йыл 26 ғинуар архивланған.
- Справочник по психиатрии (1985) / Эпилепсия
- Знаменитые люди, страдавшие эпилепсией
- Князь Мышкин избавился от припадков
- Детская эпилепсия 2017 йыл 19 сентябрь архивланған.
- Казахстанская национальная лига против эпилепсии 2018 йыл 24 ғинуар архивланған.
- Сайт об Эпилепсии
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь терминов народной медицины (Р.Н.Каримова, 2005)
- ↑ Commission on Epidemiology and Prognosis, International League Against Epilepsy (1993). «Guidelines for epidemiologic studies on epilepsy. Commission on Epidemiology and Prognosis, International League Against Epilepsy». Epilepsia 34 (4): 592–6. DOI:10.1111/j.1528-1157.1993.tb00433.x. PMID 8330566.
- ↑ Blume W, Lüders H, Mizrahi E, Tassinari C, van Emde Boas W, Engel J (2001). «Glossary of descriptive terminology for ictal semiology: report of the ILAE task force on classification and terminology». Epilepsia 42 (9): 1212–8. DOI:10.1046/j.1528-1157.2001.22001.x. PMID 11580774.
- ↑ Русско-башкирский дефектологический словарь (Р.Г.Аслаева, 2001)
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
- ↑ 7,0 7,1 Эпилепсия. Болезни в истории 2010 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Казенных Т.В., Семке В.Я. Психотерапевтическая коррекция в системе комплексной терапии больных эпилепсией // Сибирский научный медицинский журнал. — 2006. — № 1.