Баш мейеһе

(Головной мозг битенән йүнәлтелде)

Баш мейеһе — умыртҡалы хайуандарҙың нервы системаһы ағзаһы. Үҙәк нервы системаһының бер өлөшө булып тора. Баш һөлдәһенең мейе бүлеге — мейе ҡумтаһы эсендә урынлашҡан.

Баш мейеһе
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә нейронаука[d]
Таксонда бар Bilateria
Анатомическая локализация головная полость[d]
Нимә менән тоташа Арҡа мейеһе, зрительный нерв[d] һәм черепная коробка[d]
Значок
360 градус күренеше zygotebody.com/#nav=1.46…
openanatomy.org/atlases/…
Код NCI Thesaurus C12439
 Баш мейеһе Викимилектә
Кешенең баш мейеһе:
1. Баш мейеһенең ҙур ярымшарҙары (Артҡы мейе)
2. Таламус (Аралыҡ мейе)
3. Гипоталамус (Аралыҡ мейе)
4. Урта мейе
5. Варолиео күпере
6. Кесе мейе
7. Оҙонса мейе
8. Арҡа мейеһе

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Баш мейеһенең функцияһы

үҙгәртергә

Баш мейеһе түбәндәге функцияларҙы үтәй:

  • һиҙеү органдарынан алынған сенсор мәғлүмәтте эшкәртеү;
  • планлаштырыу;
  • ҡарар ҡабул итеү;
  • хәрәкәтте координациялау;
  • хәрәкәтте идара итеү;
  • ыңғай һәм тиҫкәре эмоциялар;
  • иғтибар;
  • хәтер.

Фекерләү — кеше мейеһенең юғары функцияһы булып тора. Телмәрҙе ҡабул итеү һәм генерациялау ҙа мейенең функцияһы булып тора.

Мейе — умыртҡалыларҙың ағзаһы

үҙгәртергә

Умыртҡалыларҙың нервы системаһы төҙөлөшө буйынса ике бүлектән тора:үҙәк нервы системаһы һәм периферик нервы системаһы.

 
Кешенең баш мейеһе (формалинда ҡатырылған)

Үҙәк нервы системаһы баш мейеһенән һәм арҡа мейеһенән ғибәрәт. Периферик нервы системаһы нервы төйөндәренән һәм нервыларҙан тора. Нервы системаһының төҙөүҙә бер нисә туҡыма ҡатнаша, әммә төп урынды нервы туҡымаһы биләй. Ә уның төп күҙәнәктәре нейрондар. Бынан тыш ярҙамсы күҙәнәктәр ҙә бар.

Бер-береһе менән ныҡлы бәйләнештә булған бихисап нейрондарҙан торған баш мейеһе (латин теле|латинса «cerebrum», боронғо грекса «ἐγκέφαλος», урыҫса «головно́й мозг») — дөйөм алғанда, нервы туҡымаһы массаһы. Бындағы нейрондар үҙ-ара бәйләнешле тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә бөтә организмдың эшмәкәрлеген контролдә тотҡан ҡатмарлы электрик импульстар тыуҙыра. Баш мейеһендә төрлө һиҙемләү ағзаларынан алынған мәғлүмәт туплана, уның нигеҙендә организм теге йәки был хәрәкәтте башҡара. Умыртҡалыларҙа мейе бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештә белем алыу үҙәге лә булып тора. Дөйөмләп әйткәндә, кешелек донъяһының һәм фәндең төрлө тармаҡтарының ниндәйҙер дәрәжәлә ныҡ алға китеүенә һәм һуңғы ун йыллыҡтарҙа баш мейеһен өйрәнеүҙә күп яңы нәмә асылыуға ҡарамаҫтан, уның эшмәкәрлегенең күп яҡтары беҙҙең өсөн әле һаман ҙур сер булып ҡала. Кеше организмындағы, шул иҫәптән баш мейеһендәге айырым күҙәнәктәрҙең эше ғалимдар тарафынан, бер яҡтан ҡарағанда, бик ябай аңлатыла. Әммә мейеләге меңләгән һәм миллионлаған нейрондар ярҙамында уның бар яҡлап та бик камил эшмәкәрлеген шартлы рәүештә генә ябайлатып тикшерергә мөмкин. Был баш мейеһенең һоҡланғыс эше киләсәктә лә тәрән өйрәнеүҙәр талап итә тигәнде аңлата.

Үҙәк нервы системаһы

үҙгәртергә

Баш мейеһенең төҙөлөшө

үҙгәртергә

Баш мейеһе организмдың баш һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан. Уның бүлектәре:

  • Артҡы мейе (рус. Мозг конечный) — алғы мейенең ҙур бүлеге; ҙур һәм еҫ һиҙеү мейеһенән тора;
  • Аралыҡ мейе (рус. Промежуточный мозг)— баш мейеһе олононоң өлөшө;>
  • Гипоталамус — аралыҡ мейеһенең мөһим өлөшө; таламустан аҫҡараҡ урынлашҡан аралыҡ мейеһенең мөһим өлөшө.
  • Урта мейе (рус. Средний мозг) — баш мейеһе олононоң өлөшө;
  • Варолио күпере (рус. Варолиев мост) — (VәRөLIө — итал. анатомы) оҙонса мейе менән мейе тәпәйе (нигеҙе) араһында урынлашҡан баш мейеһе өлкәһе;
  • Кесе мейе (рус. Мозжечок) — баш ҡумтаһының артҡы соҡорсаһында, ҙур мейе ярымшарҙарының соңҡа бүлкәһендә урынлашҡан баш мейеһе өлөшө;
  • Оҙонса мейе (рус. Продолговатый мозг) — баш мейеһе олононоң өлөшө, арҡа мейеһе менән тоташа;

Арҡа мейеһе, йөлөн (рус. Спинной мозг)

үҙгәртергә

Умыртҡа бағанаһы каналының эсендә урынлашҡан. Үҙәк нервы системаһы ағзаһы. Оҙон аҡ шнур формаһында.[1],[2].

Арҡа мейеһендәге кеүек үк, баш мейеһендә лә аҡ һәм һоро матдәләр бар. Аҡ матдә үткәреү юлдарын төҙөй — улар баш мейеһен арҡа мейеһе менән, шулай уҡ баш мейеһенең өлөштәрен уҙ-ара тоташтыра. Үткәреү юлдары ярҙамында бөтә үҙәк нервы системаһы бер бөтөн булып эшләй. Һоро матдә айырым тупланмалар — ядролар рәүешендә аҡ матдәнең эсендә ята. Бынан тыш, һоро матдә, мейе ярымшарҙарын һәм кесе мейене ҡаплап, мейе ҡабығын барлыҡҡа килтерә.

Баш мейеһе бүлектәренең эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Оҙонса мейе менән күпер арҡа мейеһенең дауамы булып тора. Улар рефлектор һәм үткәргес функциялар үтәй.

Оҙонса мейе менән күперҙең ядролары аш һеңдереү, һулыш алыу, йөрәк эшмәкәрлеген һәм башҡа процесстарҙы көйләй, шуға ла оҙонса мейе менән күперҙең зарарланыуы йәшәү өсөн үтә хәүефле. Мейенең был бүлектәре менән сәйнәү, йотоу, имеҙеүҙе көйләү, шулай уҡ һаҡланыу рефлекстары — ҡоҫоу, сөскөрөү, йүткереү — турана-тура бәйләнгән.

Кесе мейе оҙонса мейенең тап өҫтөндә урынлашҡан. Уның өҫтө һоро матдәнән — мейе ҡабығынан (уның аҫтындағы аҡ матдәлә ядролар ята) тора. Кесе мейе үҙәк нервы системаһыны күп бүлектәре менән тоташҡан. Кесе мейе хәрәкәт өсөн «яуаплы». Уның ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған осраҡта кешенең хәрәкәттәрендә ярашлылыҡ, теүәллек, кәүҙәнең тигеҙлек һәм тотороҡлоҡ һаҡлау һәләте юғала. Бындайҙар, мәҫәлән энәгә еп һаплай алмай, йөрөгәндә, иҫерек кеүек, тәнтерәкләп атлай, ҡул-аяҡ хәрәкәттәре ипһеҙ була, ҡайһы саҡта улар кинәт кенә һелтәнеп ала.

Урта мейелә ядролар урынлашҡан, улар даими рәүештә һөлдә мускулдарына уларҙың көсөргәнешлеген — тонусын һаҡлап отоусы нервы импульстары ебәреп тора. Урта мейелә күреү һәм өн-тауыш ҡуҙғытыуына ориентация рефлекстарының рефлектор дуғалары үтә. Ориентация рефлекстары башты һәм кәүҙәне ҡуҙғытҡыс яғына борғанда тыуа.

Оҙонса мейе, күпер һәм урта мейе мейе олонон хасил итә. Унан 12 пар баш һөйәге-мейе нервылары сығып китә. Нервылар мейене башта урынлашҡан һиҙеү ағзалары, мускулдар һәм биҙҙәр менән бәйләй. Бер пар нервы — гиҙеүсе нервы мейене эске ағзалар: йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, эсәктәр һ. б. менән бәйләй.

Аралыҡ мейеһе аша импульстар ҙур ярымшарҙар ҡабығына бөтә рецепторҙарҙан (күреү, ишетеү, тире, тәм тойоу һ. б.) килә. Йөрөү, йүгереү, йөҙөү кеүек ҡатмарлы хәрәкәт рефлекстарының күпселек өлөшө аралыҡ мейеһе менән бәйләнгән. Уның ядролары төрлө эске ағзаларҙың эшен көйләй. Аралыҡ мейеһе матдәләр алмашыныуын, аҙыҡ һәм һыу тотоноуҙы, тәндең даими температураһын һаҡлауҙы тәьмин итә. Аралыҡ мейеһенең ҡайһы бер ядроларының нейрондары, гумораль (ҡан, лимфа һәм туҡыма шыйыҡсаһы аша) бәйләнеште һәм яйға һалыуҙы тормошҡа ашырып, биологик әүҙем матдәләр эшләп сығара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X  (рус.)
  • Биологический энциклопедический словарь. Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Сов. Энциклопедия, 1986.  (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ф. Блум, А. Лейзерсон, Л. Хофстедтер, «Мозг, разум и поведение».
  • Тарханов И. Р., Фаусек, В. А. Головной мозг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Эволюция мозга человека.
  • Атлас мозга — на английском языке с русским переводом основных терминов
  • Мозг и разум — Лекции на английском языке с иллюстрациями и видеоматериалами. Строение мозга, нейробиология, нейропсихология
  • Савельев А. В. Реализм теории модульной самоорганизации мозжечка // Журнал проблем эволюции открытых систем. — Казахстан, Алматы, 2007. — Т. 9. — № 1. — С. 93-101.
  • Базарова Д.Р., Демочкина Л.В., Савельев А.В. Новая нейробионическая модель онтогенеза // Нейроинформатика. — Москва: МИФИ, 2002. — Т. 1. — С. 97-106.
  • Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5  (рус.)
  • Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.  (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968.  (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.