Энс (йылға)
Энс[2] (нем. Enns) — Үҙәк Европалағы йылға, Дунайҙың уң ҡушылдығы[3]. Йылғаның оҙонлоғо 320 км. Йылғаның тамағы районында һыуҙың уртаса тотонолоуы 210 м³/сек тәшкил итә[4][5].
Энс | |
Ҡайҙа ҡоя | Дунай[1] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Штайр[d], Palten[d], Salza[d], Laussabach[d], Nördliche Taurach[d], Reichramingbach[d], Salzabach[d] һәм Trattenbach[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Дуная[d][1] |
Һыу сығымы | 195 ± 0,001 м³/с |
Бассейн майҙаны | 6000 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Австрия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Австрия[d] |
Оҙонлоҡ | 254 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Энса[d] |
Энс Викимилектә |
Энс йылғаһының башы Түбән Тауэрн тауҙарында, Австрия федераль ерҙәре Зальцбург биләмәһендә урынлашҡан. Артабан йылға төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Штирия биләмәһе буйынса Көнсығыш Альп тауҙар теҙмәләре араһындағы үҙәнлектән ағып үтә[6].
Штайрҙан төньяҡта Энс йылғаһы Үрге һәм Түбәнге Австрия араһында сик барлыҡҡа килтерә, улар урта быуаттарҙа «Энстан юғары Австрия» һәм «Энстан түбән Австрия»[3] булараҡ билдәле булғандар. Энс йылғаһы Маутхаузен һәм Энс ҡалалары янында Дунай йылғаһына ҡушыла[6]. Энс йылғаһы үҙәне буйлап Гезойзе милли паркы (Штирия ере, Австрия) урынлашҡан. Дөйөм алғанда парк йылға үҙәненең 110 километрын биләй. Энс йылғаһы ярында Энс ҡалаһы - Австрияның боронғо ҡалаһы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Энс (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
- ↑ Австрия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 63. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ 3,0 3,1 Эннс // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Энc // Большая советская энциклопедия : [в 51 т.] / гл. ред. С. И. Вавилов. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1949—1958.
- ↑ Энс // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 6,0 6,1 Эннс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Эннс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Радштадт эргәһендә Энстың үрге ағымы
-
Энс Штирияла
-
Энс Штайрҙа