Мусин Эмиль Марат улы
Мусин Эмиль Марат улы (2 март 1968 йыл) — журналист, 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[1], 2001 йылдан «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре.
Эмиль Мусин | |
Исеме: |
Эмиль Марат улы Мусин |
---|---|
Псевдонимдары: |
Э. Мартов |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Үзбәк ССР-ы, Ҡашҡадаръя өлкәһе, Шахриса́бз ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
район һәм ҡала гәзиттәре |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2011) |
Биографияһы
үҙгәртергәЭмиль Марат улы Мусин 1968 йылдың 2 мартында Үзбәк ССР-ының Ҡашҡадаръя өлкәһе Шахриса́бз ҡалаһында тыуған. 1992 йылда «Филолог. Журналист» һөнәрҙәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1992 йылда Краснокама районында нәшер ителгән «Земляки» журналында социаль тормош бүлеге хәбәрсеһе булып башлай. Артабан Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите «Белебеевские известия»ла ижтимағи-сәйәси бүлек хәбәрсеһе була.
1994 йылда Бәләбәйҙә муниципаль телекомпания ойоштора һәп уның менән 1997 йылға тиклем етәкселек итә.
Дүрт йыл (1997—2001) Бәләбәй гимназияһында тарих уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң Туймазы ҡалаһы һәм районының «Туймазинский вестник» ижтимағи-сәйәси гәзитенә саҡырыла һәм бөгөн дө шунда эшләй, иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе, иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса күҙәтеүсе.
Ҡайһы бер мәҡәләләре
үҙгәртергә- Либерально-протестный нигилизм в соцсетях Башкирии достиг абсурда. Сетевое издание «Общественная электронная газета». 16 июля 2020 года 2020 йыл 18 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2020)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә2019 йылда донъя күргән материалдары менән республика конкурсында ҡатнашып, «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен яң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында 3-сө урын яуланы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)[1]
- «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен яң яҡшы яҡтыртыу» республика конкурсы еңеүсеһе (3-сө урын; 2020)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Вручены премии имени Шагита Худайбердина. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. 19.10.2011 2020 йыл 31 октябрь архивланған. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 В Уфе в честь Дня российской печати наградили лучших журналистов. ИА «Башинформ», 12 января 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2020)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мусин Эмиль Марат улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пресс-служба Правительства Республики Башкортостан. 19.10.2011.Вручены премии имени Шагита Худайбердина . Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт. Дата обращения: 10 октябрь 2016. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- Кугарчинская централизованная библиотечная система. Официальный сайт. Лауреаты премии им. Ш.Худайбердина
- Сетевое издание «Общественная электронная газета». Официальный сайт. // Люди // Мусин Эмиль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2020)