Эмилия Һаммаршельд

Эмили Огаста Кристина Һаммаршельд, тыумыштан Һолмберг, (швед. Emelie Holmberg}}; 6 май 1821 йыл26 март 1854 йыл) — швед сығышлы Америка композиторы, йырсы, пианист, музыкаль педагог һәм органсы.

Эмилия Һаммаршельд
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 6 май 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Вафат булған көнө 26 март 1854({{padleft:1854|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (32 йәш)
Вафат булған урыны Чарлстон[d], Южная Каролина[d], Америка Ҡушма Штаттары
Үлем сәбәбе послеродовые осложнения[d]
Һөнәр төрө йырсы, композитор, пианист
Кемдә уҡыған Эдуард Брендлер[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Ойошма ағзаһы Шведская королевская музыкальная академия[d]

Швециялағы тормошо

үҙгәртергә

Эмили Һолмберг Стокгольмда, Швецияла тыуған. Уның ата-әсәһе сауҙагәр Карл Кристиан Һолмберг (Carl Holmberg Christian) һәм уның ҡатыны Эмили Һеллгрен булған. Музыкаль һәләттәре булған ҡыҙҙы  композитор Эдуард Брендлер һәм уның ҡатыны Ульрика (Бук) Брендлер (1803-1841), уҡыта башлай. Шулай уҡ уны музыка грамотаһы буйынса композитор һәм педагог Эрик Дрэйк (1788-1870) һәм композитор һәм органист Йохан Петер Cronhamn (1803-1875) шөғөлләнгән. 1836 йылда Эмили Һолмберг үҙенең тәүге музыкаль композицияһын баҫтырып сығара. 1838 йылда  Эмили Һолмберг беренсе тапҡыр пианист һәм йырсы булараҡ сығыш яһаған. 1841 йылда ул Стокгольмда музыка институтына нигеҙ һала. Шул уҡ йылды ул шағирә Юлия Найберг менән Парижға сәфәр ҡыла. Эмили 1841 йылдың 27 майында Эмили Һолмберг Швед Король музыка академияһының ағзаһы итеп һайлана.[2] [3] [4]

Иммиграцияһы 

үҙгәртергә

Эмили хаммаршельд педер яльмар 1844 йылда Эмили Һолмберг Педер Яльмар Һаммаршельдҡа (Peder Hjalmar Hammarskjöld, 1817-1861), Skultuna mässingsbruk литейный заводы хужаһына кейәүгә сыға. Шул уҡ йылдарҙа, кредиторҙарҙан дәғүәләре арҡаһында, ир менән ҡатын Ҡушма Штаттарына күсеп китә. АҠШ-та Эмили Һаммаршельд бик уңышлы таамланған ҙур тур яһай, Вашингтонда, Колумбияла Ҡорал заводында концерт ҡуя. 1845 йылдың февралендә Яңы Орлеанда пианист булараҡ сығыш яһай. Һуңынан Көньяҡ Каролинала, Чарльстонда органсы булып эшләй.

Эмили Хаммаршельдтың өс ҡыҙы була. 1854 йылда дүртенсе бала  балаһын тапҡан ваҡытта, Көньяҡ Каролинаның Чарльстон ҡалаһында вафат була.

Әҫәрҙәре 

үҙгәртергә
  • Sånger för en eller flera röster med piano (utg 1835). 12 stycken.
  • Nya sånger med accompagnement af pianoforte (utg 1839).
  • Sånger vid Pianoforte (utg 1841). 9 stycken.
  • Nio sånger vid pianoforte (utg 1843).
  • Sånger med accompagnement af pianoforte (utan år). 8 stycken.
  • Hök och Dufva, text Carl Fredric Dahlgren.
  • Göken gal i lunden, text Karl Fredrik Dahlgren.
  • Ur stormarna ser jag en aflägsen, text Carl Wilhelm Böttiger.
  • Sof, oroliga hjärta, sof, text Johan Ludvig Runeberg.
  • Till skogs en liten fågel flög, text Per Daniel Amadeus Atterbom.

Hilleström, Gustaf (1971) Kungl. Musikaliska Akademien, Matrikel 1771-1971 (Стокгольм: Nordiska Musikförlaget)

Иҫкәрмәләр 

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Emilie Holmberg // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=13768 (нем.)
  2. Holmberg, Emilie Augusta Christina (Wilhelmina Stålberg, P. G. Berg, "Anteckningar om svenska qvinnor /188")
  3. Erik Drake. Svenskt biografiskt lexikon. Дата обращения: 15 декабрь 2015.
  4. Jöns (Johan) Peter Cronhamn. Svenskt biografiskt lexikon. Дата обращения: 15 декабрь 2015.