Эльсе Мари Фишер, шулай уҡ Фишер-Бергман (швед. Else Marie Fisher; 1 март 1918, Мельбурн, Австралия3 март 2006, Стокгольм, Швеция) — швед бейеүсеһе, хореограф, актриса, театр режиссёры һәм драматург.

Эльсе Фишер
швед. Else Fisher
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 1 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Австралия
Вафат булған көнө 3 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Найроби, Кения
Ерләнгән урыны Северное кладбище[d][2]
Әсәһе Eivor Fisher[d]
Бер туғандары Ранди Фишер[d]
Хәләл ефете Бергман Ингмар
Балалары Лена Бергман[d]
Һөнәр төрө балет артисы, хореограф, актёр, режиссёр, яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Эльсе Фишер 1918 йылдың 1 мартында Австралияла, Мельбурнда тыуған. Атаһы Эйнар Фишер, инженер һәм һәүәҫкәр-энтомолог һәм әсәһе Эйвор Фишер, туҡыма буйынса рәссам була. Кесе һеңлеһе Ранди, һуңғараҡ шулай уҡ рәссам һәм дизайнер була[3][4]. 1922 йылда ғаилә Стокгольмға күсенә. 1929 йылда Эльсеның атаһы вафат була[5].

Иртә йәшенән Эльсе бейеүсе булырға хыяллана һәм 1939 йылда бейеү уҡытыусыһы дипломын ала[5][3]. Халыҡ-ара карьераһына башланып киткән һуғыш ҡамасаулай, әммә бейеүсе һәм хореограф булып эшләй. 1942 йылда ул Стокгольмдың Sagoteatern театрында режиссёр Ингмар Бергман менән таныша, шул саҡта Бергман был театр менән етәкселек иткән була. Һуңғараҡ ул Бергман менән уның постановкаларында хореограф сифатында хеҙмәттәшлек итә. Шул саҡта, 1942 йылда, Эльсе Фишер клоун Беппо тураһында балалар өсөн пьеса яҙа, уны ҡуя һәм үҙе унда уйнай. Төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылған «Клоун Беппо» ҙур уңышҡа эйә була[3][5][6].

1943 йылда Эльсе Фишер Ингмар Бергманға кейәүгә сыға[7]. Һуңғараҡ Бергман үҙенең «Laterna magica» хәтирәләр китабында былай тип яҙа: «Мин күсмә актерҙар төркөмөнән Эльсе Фишерға өйләндем. Ул талантлы бейеүсе һәм хореограф һанала — һөйкөмлө, юмор хисе менән аҡыллы ҡатын»[8]. Ирле-ҡатынлының ҡыҙҙары Лена тыуа[7]. В 1944 йылда улар бергә Хельсингборгҡа барырға йыйына, унда Бергман ҡала театрын етәкләргә тейеш була, әммә Эльсеның үҙендә һәм уның ҡыҙында туберкулёз диагностикалана. Бергман яңғыҙы китә, хорегораф сифатында Эльсе уға үҙе менән бергә уҡыған Мари Вигманды тәҡдим итә. Режиссёр һәм хореограф араһында тиҙҙән роман башлана, һәм 1946 йылда Бергман артабан Лундстремға өйләнер өсөн Эльсе менән айырылыша[5][8]. Ләкин Фишер менән Бергмандың театр сәхнәһендә хеҙмәттәшлеге 1957 йылға тиклем дауам итә[5].

Өс йыл дауамында Эльсе Фишер Норрчёпингтың Ҡала театрында эшләй, шунан һуң Стокгольмда (Skolteatern) балалар театры менән етәкселек итә, уның өсөн бер нисә пьеса яҙа һәм ҡуя, шул иҫәптән «Fantasilådan» (1947) һәм «Bygga hus» (1952) пьесалары[5]. Бынан тыш, 1945 йылда уның «Клоун Беппо» пьесаһы китап формаһында нәшер ителә (Sagan om Beppo ritad och berättad av Else Fisher-Bergman), ә 1948 йылда уның балалар өсөн «Udda Person» китабы баҫылып сыға[3]. 1957 йылда ул өлкәндәр өсөн берҙән-бер «Porslinsfröken for television» пьесаһын яҙа. 1957 йылда Фишер яҙыусыларҙың Швед гильдияһы ағзаһы була[5].

Эльсе Фишер 2006 йылдың 3 мартында Стокгольмда вафат була һәм Сольнала Төньяҡ зыяратта ерләнә[5][9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Lundy D. R. Elle Fisher // The Peerage (ингл.)
  2. Fisher-Bergman, ELSE MARIESvenskagravar.se.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Svenskt författarlexikon, 1953, p. 177
  4. Linda Fagerström. Randi Christine Fisher (ингл.). Svenskt kvinnobiografiskt lexikon.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Ingmarbergman.se
  6. Clownen Beppo, 1945. Göteborgs stadsmuseum.
  7. 7,0 7,1 Göteborgs Stadsmuseum
  8. 8,0 8,1 Ингмар Бергман. Жестокий мир кино (Лaтepнa магика). — М: Вагриус, 2005.
  9. Fisher-Bergman, Else Marie. Svenska Gravar.