Эльба

Үҙәк Европалағы йылға
(Эльба (йылға) битенән йүнәлтелде)

Э́льба (Ла́ба; чех Labe, нем. Elbe, т.-нем. Elv, үр.-луж. һәм т.-луж. Łobjo, лат. Albis) — Үҙәк Европалағы йылға. Төньяҡ диңгеҙ бассейнына ҡарай. Чехияла башлана, төп өлөшө Германия территорияһы буйлап үтә. Йылғаның оҙонлоғо — 1165 км[1]. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 148 000 км²[1]. Диңгеҙгә ҡойғанда уртаса һыу күләме — 861 м³/с[1].

Эльба
нем. Elbe, чеш. Labe
Эльба Саксония Швейцарияһында
Эльба Саксония Швейцарияһында
Характеристика
Оҙонлоғо 1165 км
Бассейн 148 268 км²
Һыу сығымы 711 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Карконоше (Исполин тауҙары), Чехия
 · Бейеклеге 1386 м
 · Координаталар 50°46′32″ с. ш. 15°32′11″ в. д.HGЯO
Тамағы Төньяҡ диңгеҙ
 · Урынлашыуы Куксхафен тирәһендә, Германия
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 53°53′36″ с. ш. 8°42′20″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Төньяҡ диңгеҙ

Илдәр Чехия Чехия, Германия Германия
Эльба (Германия)
Точка
тамағы
Эльба Викимилектә

Эльбаның Дрезден үҙәне данлыҡлы Брюль һикәлтәләре менән үтә матур булғаны өсөн 2004—2009 йылдарҙа кешелектең Бөтә донъя мираҫына индерелгән була.

География

үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр латин яҙмаларында — Albis (albus «асыҡ» латин сифатына оҡшаш) формаһында телгә алына[2].

Оҙонлоғо — 1165 км, бассейн майҙаны — 148 268 км².

Чехияла Исполин тауҙарында Польша сигенән алыҫ булмаған урында башлана. Башлыса төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә Чехия һәм Германия территориялары буйлап аға. Төньяҡ диңгеҙгә ҡултыҡ барлыҡҡа килтереп ҡоя.

Эльба буйындағы ҡалалар:

  • Чехия — Шпиндлерув-Млин, Двур-Кралове-над-Лабем, Яромерж, Градец-Кралове, Пардубице, Пршелоуч, Колин, Подебрады, Нимбурк, Лиса-над-Лабем, Челаковице, Брандис-над-Лабем-Стара-Болеслав, Нератовице, Мельник, Штети, Роуднице-над-Лабем, Литомержице, Ловосице, Усти-над-Лабем, Дечин.
  • ГерманияПирна, Майсен, Дрезден, Торгау, Виттенберг, Дессау, Магдебург, Гамбург, Куксхафен.

Тарихи яҡтан ҡарағанда Эльба һәр ваҡыт Европа географияһында мөһим сик булып тора. Римляндар йылғаны Альбис (Albis) тип атай; әммә тик бер тапҡыр ғына империяның көнсығыш сиген Рейндан Эльбаға күсерергә тырышып ҡарайҙар һәм беҙҙең эраның 9 йылында Тевтобург Урманындағы һуғышта еңеләләр. Урта быуатта Бөйөк Карл империяһының көнсығыш сиге йылға буйлап үтә. Ганзей союзы уңышы өсөн йылғаның суднолар йөрөй торған өлөшө бик мөһим роль уйнай.

 
Эльбала осрашыу

1945 йылда, Икенсе донъя һуғышы тамамланырҙан бер аҙ алда, Өсөнсө рейх ғәскәре көнбайыштан һөжүм менән килгән союздаштар һәм көнсығыштан хәрәкәт иткән совет армиялары араһында ҡала. 25 апрелдә был ике көс Эльбала Торгау эргәһендә осраша. Был ваҡиға Эльбала осрашыу тип атала башлай.

Һуғыш тамамланғандан һуң Эльба ағымы буйлап Германияның көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәре араһында сик үтә.

2002 йылдың авгусында Эльбаның үрге ағымында көслө һыу баҫыу була. Тиҫтәләгән мең кеше эвакуациялана, яҡынса 30 000 йорт һыуҙан зыян күрә йәки бөтөнләй емерелә. 20 кеше һәләк була; яҡынса 750 км урам, 540 км тимер юлдары һәм 180 күпер тулыһынса емерелә. 2002 йылдың 17 авгусында Дрезденда йылға кимәле ғәҙәти кимәлдән 9,40 метрға юғарыраҡ була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Эльба // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  2. Светлая река 2012 йыл 2 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ