Элиас Хоу
Элиас Хоу (ингл. Elias Howe; исеменең яҙылыу варианттары Элиас Хоу, Элиас Гоу, Элиас Хоув, Илайес Хау, 9 июль 1819 йыл — 3 октябрь 1867 йыл) — Америка механигы һәм эшҡыуары; теген машинаһын уйлап табыусыларҙың береһе.
Элиас Хоу | |
ингл. Elias Howe | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 9 июль 1819[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Спенсер[d], Вустер[d], Массачусетс, Америка Ҡушма Штаттары |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1866 (46 йәш) или 3 октябрь 1867[5] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Бруклин[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
Ерләнгән урыны | Грин-Вуд[d][5] |
Атаһы | Elias Howe[d][6] |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы, Машинист (промышленность) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | web.archive.org/web/2010… |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Elias Howe |
Элиас Хоу Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЭлиас Хоу[7] 1819 йылдың 9 июлендә Массачусетс штатының Вустерҙан 15 км алыҫлыҡтағы Спенсер ҡалаһында тыуған.
Хоу бала сағы һәм үҫмер йылдарын Массачусетста үткәргән, туҡыу фабрикаһында белем алған, унда аҙаҡ мастер-механик булып эшләгән[8].
1845 йылдың апрелендә Элиас Хоу теген машинаһының беренсе эш версияһын төҙөй, 1846 йылдың 10 сентябрендә ябыҡ сәнсем ҡулланыу машинаһын төҙөүгә АҠШ-тың #4750 патентын ала. Теген машинаһын уйлап табыуҙа һәм төҙөүҙә Элиас Хоу беренсе булмай, уға тиклем был өлкәлә шулай уҡ Тимонье Бартелеми һәм Хант Уолтер кеүек инженерҙар эшләгән була, әммә тап Элиас Хоу төп технологияның патентына эйә була. Хоуҙың теген машинаһы минутына 300 сәнсем менән тура йөй эшләй ала, «Scientific American» журналы был уйлап табыуҙы «ғәҙәти булмаған» тип иҫәпләй[9].
Хоу үҙ илендә машиналарҙы етештереүҙе һәм һатыуҙы ойоштора алмай һәм 1846 йылда Англияға сығып китә, унда үҙенең машинаһын Бөйөк Британия территорияһында ҡулланыу хоҡуғын аяҡ кейемдәре, корсет һәм зонтиктар етештереүсе Уильям Томасҡа һата. АҠШ-ҡа ҡайтҡас, Хоу шундай уҡ төҙөлөшлө теген машиналары һатылғанын күреп ҡала, башлыса Айзек Зингерҙың машинаһы Хоу машинаһының камиллаштырылған версияһы һымаҡ була. Элиас Хоу судҡа бирә һәм биш йылдан һуң суд Хоуҙың өҫтөнлөгөн таный, башҡа етештереүселәр Хоуға роялти түләргә мәжбүр була. Хоу һәм Зингер ваҡытлыса активтарын берләштерәләр һәм бөтә һатылған теген машиналарынан 5-әр доллар алалар, әммә уларҙың хеҙмәттәшлеге оҙаҡҡа һуҙылмай[10].
Граждандар һуғышы ваҡытында 1862 йылдың 14 авгусынан алып 1865 йылдың 9 июленә тиклем Элиас Хоу Ҡушма Штаттар армияһында рядовой сифатында хеҙмәт итә[11].
1865 йылда Бриджпорт ҡалаһында (штат Коннектикут) «Howe Machine Company» компанияһына нигеҙ һала, был маркалы теген машиналары 1867 йылда Париж күргәҙмәһендә алтын миҙал менән билдәләнә.
Элиас Хоу 1867 йылда, 48 йәшендә вафат була. Нью-Йоркта Грин-Вуд зыяратында ерләнгән. Хоу, конкуренты Зингер кеүек, ғүмеренең аҙағына мультмиллионер була[12]. 2004 йылда Хоу уйлап табыусыларҙың Милли дан галереяһына ҡуйыла[8].
Киң мәҙәниәттә иҫкә алыныуы
үҙгәртергә- The Beatles төркөмөнөң «Help!» фильмы «1846 тегеү машинаһын уйлап тапҡан Элиас Хоу хөрмәтенә арнала»[13] тигән юлдар менән тамамлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #117535524 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Elias Howe // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Elias Howe // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Elias Howe // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 5,0 5,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Geni (билдәһеҙ) — 2006.
- ↑ Элиас Хоу — наиболее распространённый вариант транслитерации. Фонетически более точен вариант Илайес Хау.
- ↑ 8,0 8,1 Elias Howe, National Inventors Hall of Fame 2009 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Александр Бородецкий. История швейных машин: от Адама до Зингера
- ↑ История создания корпорации «Зингер». Биография Исаака Меррита Зингера 2008 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Pro Patria: Civil War monument of Connecticut 2007 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Elias Howe, 19th Century Scientific American Online 2007 йыл 20 март архивланған.
- ↑ «Respectfully dedicated to Elias Howe who, in 1846, invented the sewing machine».