Элеонора Зименцкая
Элеонора Зименцкая (пол. Eleonora Ziemięcka, пе Gagatkiewicz) (1819 йылда, Ясенец, Мазовия — 1869 йылдың 23 сентябрендә, Варшава) — философ һәм публицист. Уны Польшаның тәүге ҡатын-ҡыҙ философы тип иҫәпләйҙәр.
Элеонора Зименцкая | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Польша Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1819[1][2] |
Тыуған урыны | Черск[d], Гура-Кальвария[d], Пясечинский повет[d], Мазовия воеводлығы[d], Польша |
Вафат булған көнө | 23 сентябрь 1869 |
Вафат булған урыны | Варшава, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе |
Элеонора Зименцкая Викимилектә |
Ул «Ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу тураһында фекерҙәр» тигән хеҙмәт яҙа, Pielgrzym (Пилигрим) журналын редакторы була. Уны «антигегельянка» һәм консерватор тип атайҙар.
Ул Ясенецта, Окенцкийҙар имениеһында тыуған, бында Элеонораның атаһы управляющий булған. Уны өләсәһе тәрбиәләй, унан Элеонораға романтик Адам Мицкевич, Юзеф Богдан Залевский һәм Францишек Карпинский кеүек романтик шағирҙарға һөйөү күскән.
Ҡыҙ үҙенең тәүге шиғәрҙарын 1830 йылда редакторы Станислав Яхович булған балалар журналында (Dziennik dla Dzieci) баҫтырып сығарған. Һуңыраҡ ул төрлө баҫмалар менән даими хеҙмәттәшлек итә башлай (Tygodnik Polski , Magazyn Powszechny һәм Pierwiosnka), уларҙа Элеонораның әҙәби әҫәрҙәре (хикәйәләре, әкиәттәре) һәм редакция исеменән мәҡәләләре тәүге тапҡыр донъя күрә.
1834 йылда ул Антония Зименцкийға кейәүгә сыға һәм ире менән Дрезденға китә, был ҡалала улар 1840 йылға тиклем йәшәйҙәр. Шунан һуң ғаилә Варшаваға күсенә.
Антигегелизм
үҙгәртергәВаршаваға күскәндән һуң ул философия менән, шул иҫәптән Джон Локк, Этьен де Кондильяк һәм француз спиритуалистары, һуңыраҡ немец философтары менән, айырыуса Иммануил Кант, Фридрих Вильгельм Йозеф Шеллинг һәм Георг Гегель тәғлимәттәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Үҙенең юлъяҙмаларында ул ошо философтарҙың хеҙмәттәренә һылтана, улар Pierwiosnek журналында баҫылып сыға.
Зименцкаяны консерватив поляк интеллигенцияһының бер вәкиле тип иҫәпләй башлайҙар, улар кеүек Элеонора ла традицион ҡиммәттәргә һәм ижтимағи тәртипкә ҡаршы сыға тип гегелизмға ҡаршы була. Мәҫәлән, ул традицоналист католик публицистар менән яҡыная, ә улар Tygodnik Petersburski (Петербургский еженедельник) Хенрик Ржевский, епископ Игнаций Холовинский, Станислав Холоневский һәм Михал Грабовскийҙар кеүек Tygodnik Petersburski (Петербургский еженедельник) журналында эшләй (уларҙы «петербургская клика» тип йөрөтәләр). Зимецкая бер ҡасан да "Тыгодник"та эшләмәй, был кешеләр уның интеллектуаль кимәлен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Зименцкая уларҙың Рәсәйгә ҡарата ҡолдарса ҡарашын хупламай һәм был традицияны артыҡ тип иҫәпләй. Бының урынына ул традицион дини ҡиммәттәргә нигеҙәнгән яңы интеллектуаль йүнәлеш булдырырға теләй.
Петербургтағы бәйләнештәре арҡаһында Зименцкая Георг Гегель тәғлимәте менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ул саҡтағы немец философияһын, бигерәк тә уның пантеистик ҡараштарына тәнҡит күҙлегенән ҡарай. Был ҡыҙыҡһыныу арҡаһында ул 1841 йылда Myśli o filozofii («Философские мысли») тигән хеҙмәтен яҙа. Унда Зименцкая Гегелде тәнҡитләй һәм дини инаныуҙарҙың автономияһын яҡлап сығыш яһай. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ул Иммануил Кант философияһына ыңғай ҡарашта була. Зименцкая тәүге поляк ҡатын-ҡыҙ философы тип аталһа ла, уға замандаш философтар Бронислав Трентовский, Эдвард Дембовский һәм Фредерик Хенрик Левестам Элеонораны тәнҡит утына тота. Трентовский, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй философия менән мауыҡмаҫҡа кәрәк тип яҙа.
1842 йылда Зименцкая Pielgrzym (Пилигрим) тигән айлыҡ консерватив католик журнал сығара башлай. Унда әҙәби, фәлсәфәүи һәм сәйәси очерктар, француз теленән дини әҫәрҙәр тәржемәләр баҫтыра. Юзеф Игнаций Крашевский кеүек билдәле кешеләр ярҙам итеп торһа ла, журналды уҡыусылар һаны сикле була һәм Земенцкая уны 1846 йылда яба.
Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләре
үҙгәртергәЗименцкая бынан тыш тағы ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге урынына ла, айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙарға белем биреүгә айырыуса иғтибар бүлә. 1842 йылда ул Пьервьоснекта нәшриәттә тәүге аҙымдарын яһаған йәш яҙыусы Нарциза Жмиховская менән таныша. Жмиховскаяға Зименцкая тәьҫире көслө була, уның әҫәрҙәрен Pielgrzym журналында баҫтырып сығара. Был осорҙа журнал ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләренә арналған төп баҫмаларҙың береһе була.
1843 йылда Зименцкая Myśli o wychowaniu kobiet («Мысли о воспитании женщин») тигән хеҙмәтендә йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ һәм холоҡ тәрбиәләү тураһында яҙа, ләкин йәш ҡатын-ҡыҙға белем алыу мөмкинлеген бирергә саҡыра. Уның фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһен үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙың хистәр донъяһын ғына түгел, интеллектуаль яҡтан да үҫтереү мөһим. Шул уҡ ваҡытта ул мөхәббәт романдарын тәнҡитләй, сөнки улар артыҡ хисле, һәм ысынбарлыҡтан бик ныҡ йыраҡ торалар, уларҙы уҡып үҫкән ҡыҙ балаларҙы ғаиләлә низағтар һәм тормошта уңышһыҙлыҡ көтә.
Studia журналының 1860 йылғы номерында Зименцкая «Ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һүҙ» тигән эссеһын баҫтырып сығара, унда ул шул дәүерҙәге ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы стереотиптарҙы, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар «фәрештә кеүек» һәм «рухи яҡтан үҫешкән» тип иҫәпләүҙе, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән кәм тигән фекерҙе тәнҡитләй. Ул ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһен һәм уның шәхси үҙенсәлектәрен танырға һәм хөрмәт итергә кәрәк тип иҫәпләй. Быларҙы ул дини нигеҙгә таянып яҙа, был яҙма уның тәүге, 1857 йылда «Зарис философии католицкой»ҙа («Очерк католической философии») яҙылған фекерҙәренең дауамы булып тора.
Әҙәби әҫәрҙәре
үҙгәртергәЗименцкая шулай уҡ балалар һәм йәштәр өсөн дә әҫәрҙәр яҙған, улар Dziennik dla Dzieci (Ежедневник для детей) тигән баҫмала, бынан тыш Powiastki Ludowe (1860—1861) нигеҙендә хикәйәләр йыйынтығында сыға. Ул Джон Генри Ньюман (1858) әҫәрҙәрен тәржемә итә һәм бер нисә эссе-тәнкит баҫтыра. Әҙәбиәттә ул реализмға һәм дидактик һәм аллегорик хикәйәләргә өҫтөнлөк бирә.