Өйрә — башҡорттарҙың милли ризығы.

Өйрә

Аш

Милли аш-һыу

Башҡорт ашамлыҡтары

Компоненттар
Төп

тары ярмаһы, борос

Булыуы мөмкин

йылҡы ите, ҡош ите, һуған, кишер, һыйыр майы, тоҙ

Оҡшаш аҙыҡтар

Ҡуллама

Өйрә әҙерләү өсөн йылҡы, ҡош йәки һыйыр итен ҙур булмаған киҫәктәргә турап бешерәләр. Тары ярмаһы, кишер, һуған, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәлә.

Әҙер ашты ит киҫәктәре һәм йәшелсә менән бирәләр. Өйрә беренсе аш ашамлыҡтарына инә. Ашамлыҡты бәшмәк, балыҡ менән әҙерләргә мөмкин. Ҡатыҡ менән бирелә.

Тауыҡ өйрәһе яй утта бешерелә, күбеге алына. Алдан тауыҡ ите 25-әр грамлыҡ киҫәктәргә турала. Шулай уҡ тары ярмаһы һәм тәмләткестәр менән бешерелә.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Аштар, шулар иҫәптән өйрә лә башҡорттарҙың яратҡан ашамлығы. Мосолман йолаһы буйынса улар ҡуйы һәм туҡлыҡлы булырға тейеш. Һөҙлөклө ҡайнар аш — Башҡортостан халҡының эш көнөнән һуң туйынған иң киң таралған ризығы. Аштың өҫтөнә мул итеп йәшел тәмләткестәр һибәләр, ҡыҙыл, ҡара, аҡ һәм хуш еҫле боростар, әнис, ҡәнәфер, зәғферән, дәрсен, лавр япрағы, имбир, мөшкәт сәтләүеге һ.б. тәмләткестәр ҡулланалар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә