Ырымбур мамыҡ шәле

Ырымбур шәле — ебәк йәки кизе-мамыҡ ебен нигеҙ итеп алып кәзә мамығынан бәйләнгән мамыҡ шәл.

Ырымбур шәле Ырымбур ерлегендә уның төп халҡының ижади емеше лә, килемле кәсебе булараҡ бик борондан барлыҡҡа килә.Бөгөнгө көндә башҡорт халҡы ҡаҙаныштарының береһе булып дан алған[1].

Беренсе булып матбуғат теленә инеүе П. И. Рычковтың 1766 йылда баҫылған «Кәзә мамығы тураһында тәжрибә» тигән мәҡәләһенә бәйле. Тикшеренеүҙәре нигеҙендә П. И. Рычков был кәсепкә булышлыҡ итеү Ырымбур губернаһы өсөн бик отошло килем сығанағы булыр ине тип раҫлай. Аҙаҡ академик П. П. Пекарский Рычковтың тормошон өйрәнеп, уның мамыҡ шәл бәйләү һөнәрен кәсеп сығанағына әйләндереүҙәге булышлығына ҙур баһа бирә. Нисәмә быуаттар урындағы халыҡты туйындырыусы тармаҡ булыуын билдәләп үтә.

Ырымбур шәленең Рәсәй киңлектәрендә даны таралыуға Ирекле Экономик йәмғиәттенең 1770 йылдың 20 ғинуарындағы ултырышы булышлыҡ итә. Был ултырышта А. Д. Рычковты «кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр йыйыу буйынса йәмғиәттәге тырышлыҡтары өсөн рәхмәт йөҙәнән» алтын миҙал менән бүләкләйҙәр.

Ә сит илдәрҙә ырымбур шәлдәре 1857 йылдағы Париждағы халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйылғандан һуң билдәле була башлай. 1862 йылда Лондондағы күргәҙмәлә казак ҡыҙы Ускова М. Н. «Кәзә мамығынан шәл өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Шулай итеп, ырымбур шәле халыҡ-ара дәирәлә танылыу таба.

Ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә

Ырымбур кәзәләренең мамығы — донъялағы мамыҡтарҙың иң нескәһе: йыуанлығы — 16-18 мкм, ангор кәзәләренеке (мохер) — 22-24 мкм. Ырымбур мамыҡтарынан иң йомшаҡ, иң нәзәкәтле шәлдәр һәм селтәр шәлдәр (паутинки) бәйләнә.Шундай нескә мамыҡ ҡарлы-елле ырымбур бурандарының, әсе һыуыҡлы ҡыштарҙың һәм Уралдың тау далаларындағы үҫемлектәр менән туҡланыуҙың емеше ул. Шул уҡ ваҡытта был мамыҡ иҫ киткес ныҡ. Йөн был өлкәлә уның менән ярыша алмай. Ә иң ғәжәбе, ырымбур кәзәләрен Ырымбур өлкәһендә генә үрсетеп була. Француздарҙың XIX быуатта был кәзәләрҙе үҙҙәрендә үрсетергә тырышыуы бушҡа ғына була: йылы һауа шарттарында нескә мамыҡ яһалмай. Унда уларҙың тоҡомо боҙолоп, ғәҙәти мамыҡлы кәзәләргә әйләнә. XVIII—XIX быуаттарҙа Франция күпләп ырымбур мамығы һатып ала башлай. Хаҡы кешмир мамығынан күпкә юғары баһалана. Әле лә ул Көнбайыш Европа өсөн бик теләп һәм күпләп алынған тауарҙарҙан һанала.

Ырымбур шәлдәренең киң танылыуы Рәсәй империяһының тарҡалыу мәленә тура килә. Был мәлгә Англияла хатта «Ырымбурға оҡшатып» билдәһе менән әйберҙәр етештерелә башлай. Хәҙер ҙә сит ил матбуғатында шәлгә иғтибар һис кәмемәй, уның тураһында китаптар баҫылыуҙан туҡтамай.

Ырымбур шәлдәре бер нисә төргә бүленә:

  • Ябай мамыҡ шәл (шаль) — һоро (һирәкләп аҡ төҫтә) төҫтәге ҡалын йылы шәлдәр. Был кәсеп тап шундай шәлдәр бәйләүҙән башлана. Былары иң йылы шәлдәр булып, көндәлек тормошта ябыныу өсөн тәғәйенләнә.
  • Селтәр шәл — ебәк еп нигеҙендә бик нескә генә итеп иләнгән кәзә мамығынан семәрләп бәйләнә. Бәйләүе ҡыйыныраҡ, ҡатмарлыраҡ, оҙағыраҡ, ныҡ оҫталыҡ талап итә. Үтә таҙа, сифатлы мамыҡ ҡулланыла. Уларҙы байрамдарҙа, тантаналы сараларҙа, ҡунаҡҡа барғанда ябыналар.
  • палантин — бик нескә шарф/селтәр япма. Уны селтәр шәл кеүек бәйләйҙәр.
 
Ырымбур шәленең һүрәте.. Рәсәйҙең почта маркаһы, 2013 г., (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)

Селтәр шәл менән палантин — ау кеүек бик нескә шәлдәр. Уларҙы бик ҡатмарлы семәрҙәр менән бәйләйҙәр. Ҡупшыға ғына ябыналар. Иң нескә селтәр шәлдәрҙеҺарыҡташ районының Һары һәм Шишмә ауылдарында бәйләйҙәр[2]. Бындай шәлдәр фасонына ҡарамай, һәр күлдәккә лә күркәмлек биреп тора. Ә нескәлеген ике билдә буйынса билдәләйҙәр: балдаҡ аша үтәме; ҡаҙ йомортҡаһы эсенә һыямы. Был талаптарға тура килмәгән осраҡтар ҙа була. Селтәр шәлдәр өсөн нигеҙ итеп ебәк еп (һирәк кенә вискозанан йәки кизе-мамыҡтан), ә ябай шәлдәр өсөн еп кизе-мамыҡтан (лавсандан булырға мөмкин) алына. Селтәрле шәлдәрҙә мамыҡ менән ептең нисбәте ғәҙәттә 3:1 була. Һәйбәт шәл сиратылған ептән бәйләнә: оҫта тәүҙә мамыҡтан тығыҙ еп иләп ала, аҙаҡ нигеҙ итеп алған еп менән йомғаҡлай. Бындай шәл тәүҙә ҡабарынҡы булмай, ябына килә генә ҡабара башлай, бик оҙаҡҡа етә.

Оҫта бер ай эсендә уртаса ҙурлыҡта ике селтәр шәл, йәиһә, өс палантин бәйләй ала. Ҙур шәл бәйләүгә, яҙыу, биҙәк эшләү менән бергә, айлап йәки айҙан күберәк ваҡыт талап ителә. Сөнки һәр яулыҡ — ул үҙенсәлекле бер сәнғәт әҫәре, ижади емеш. Һәр береһенә ҙур хеҙмәт таһылы һәм сабырлыҡ һалынған. Ырымбур өлкәһендә шәлде ҡулдан да, машина менән дә бәйләйҙәр. Машина менән бәйләнгәндәре лә матур, арзаныраҡ, тик сифаттары, барыбер, ҡулдан бәйләнгәнгә етмәй. Шуға ла йышыраҡ шәлдең уртаһын машинала, ситтәрен ҡулдан бәйләйҙәр.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Шәлдәрҙең иң ҙур коллекцияһы (тупланмаһы) Ырымбур өлкә һынлы сәнғәт музейының[3] ырымбур шәле тарихына арналған филиалында һаҡлана. Өлкәнең иң күренекле оҫтаһы — Һаҡмар ауылынан Маһинур Абдулла ҡыҙы Хөсәинова. Уның ҡул эштәре Рәсәй, Япония, Малайзия музейҙарында, шулай уҡ Куала-Лумпур ислам сәнғәте музейында, Азия сәнғәт музейында (Малайя университеты эргәһендәге[4][5]) һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 2015 йыл 10 июнь [https://web.archive.org/web/20150610214123/http://www.urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+page-1+nums-77.html архивланған. Этнографическое обозрение Башкирского Зауралья К истории пуховязального искусства у башкир (на примере юго-восточных башкир) УРГАЗА.ru Статьи и исследования 2011-02-16 14_47_5…
  2. Николай Струздюмов. Оренбургский платок — пуховязальные места и их обитатели : Очерки. Рассказы. — 207 с. 21 см, М. Современник 1985
  3. Оренбургский областной музей изобразительных искусств
  4. Ломанцова, Инна. Чудо привёз с родины. — «Оренбуржье», 18.03.2010
  5. Роот, Лилия. «Я влюблён в Сакмару и страну Малайзия…» — «Сакмарские вести», 26.10.2012

Һылтанмалар

үҙгәртергә