Ылаҡты 2-се
Ылаҡты 2-се (рус. Ашкарка 2-я) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙел йылғаһының һул ярына тамағынан 1167 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
Ылаҡты 2-се | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Ағиҙел |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 1167 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 53°26′06″ с. ш. 57°34′27″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010200212111100017256 |
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017256
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101725
- Бассейн коды — 10.01.02.002
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
үҙгәртергәБөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева урыҫса Ашкарка тип йөрөтөлгән Ылаҡты йылғаһының атамаһын ошолай аңлата:
Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[3]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[4]
.
Урыҫса Ашкарка 2-я тип йөрөтөлгән йылға ла Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан 7 км ғына алыҫлыҡта ята, Ҡыраҡа тауынан[5] баш ала, атамаһы ла ошо йәнлектәр төйәге булараҡ килеп сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Ашкарка 2-се .
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 694-се бит
- ↑ Ашкарка
- ↑ Карта бите N-40-92-C-b.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ