Щербо Виталий Венедиктович

Щербо Виталий Венедиктович (бел. Віталь Венядзіктавіч Шчэрба; 13 ғинуар 1972 йыл) — СССР һәм Беларусь гимнасы.

Щербо Виталий Венедиктович
бел. Віталь Венядзіктавіч Шчэрба
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Беларусь
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 13 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө спорт гимнасы
Масса 78 килограмм
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы gymnastics at the 1992 Summer Olympics – men's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1996 Summer Olympics – men's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1996 Summer Olympics – men's horizontal bar[d], gymnastics at the 1992 Summer Olympics – men's parallel bars[d], gymnastics at the 1996 Summer Olympics – men's parallel bars[d], gymnastics at the 1992 Summer Olympics – men's pommel horse[d], gymnastics at the 1992 Summer Olympics – men's rings[d], gymnastics at the 1992 Summer Olympics – men's vault[d] һәм gymnastics at the 1996 Summer Olympics – men's vault[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
 Щербо Виталий Венедиктович Викимилектә

1992 йылдың алты тапҡыр олимпия чемпионы (тарихта берҙән бер, йөҙөүсе булмаған спортсы, бер уйында 6 алтын миҙал яулаусы).

Барлыҡ дәүерҙәрҙең иң яҡшы гимнасы (барлыҡ 8 дисциплинала донъя чемпионы булған берҙән-бер ир-егет — шәхси һәм команда беренселеге, шулай уҡ бөтә 6 снарядта).

СССР-ың атҡаҙанған спорт мастеры (1991), Беларусь Республикаһының атҡаҙанған спорт мастеры (1994).

Виталийҙың беренсе тренеры — Леонид Выдрицкий. «Хеҙмәт резервтары» исемле спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай.

Спорт биографияһы

үҙгәртергә
 
Барселонала «Жорди С Палау»-ға күренеш, унда еңеп, Щербо алты алтын олимпия миҙалын яулай.

Щербоның йондоҙло сәғәте 1992 йылда Барселоналағы Олимпия уйындарында ҡабына. Унда ул алты алтын миҙал яулай.

Тарихта тик ике кеше генә, команда наградалары менән бергә, бер Олимпиадала, унан куберәк алтын миҙал яулай алалар: америка йөҙөүсеһе Марк Спитц — ул 7 алтын миҙал яулай (Мюнхен-1972) һәм Майкл Фелпс — ул 8 алтын миҙал яулай (Пекин-2008).

Тәүҙә «Жорди С Палау»ҙа спорт гимнастикаһы буйынса ярыштарҙа Виталий Берләшкән партнерҙары менән бергә (Коробчинский Игорь, Григорий Мисютин, Валерий Беленькая, Алексей Воропаев һәм Рустам Шәрипов) команда беренселеген яулай. Япония һәм Ҡытай йыйылма командаларын үтеп китә.

Һуңынан, Валерий Беленькийҙы һәм Григорий Мисютинды үҙып, абсолют беренселектә еңеү яулай.

Ә 1992 йылдың 2 августында спорт тарихында һәм, айырым спорт гимнастикаһында уникаль ҡаҙаныштары билдәләнә — 1 көн эсендә 4 олимпия алтын миҙалын яулай.

Ул ҡулсала, бруста, атта һәм таянып һикереүзә беренселекте ала.

Виталий үҙе яратҡан ирекле күнегеүҙәрҙә фаворит булып һаналған. Әммә сығыштарының береһендә келәм ситенә сыҡҡан.

4 йыл үткәс, Атлантала, Щербо Белоруссия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, 4 бронза миҙал яулай һәм үҙенең олимпия наградаларының иҫәбен 10-ға тиклем еткерә.

Шулай уҡ Щербо — 12 тапҡыр донъя чемпионы (шул иҫәптән, 1993 йылда абсолют донъя чемпионы), 10 тапҡыр Европа чемпионы, ике тапҡыр спорт гимнастикаһы буйынса Донъя кубогын яулай.

1992 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты Щербоны иң яҡшы спортсы булараҡ «Джесси Оуэнс» призы менән бүләкләй.

1993 йылда абсолют донъя чемпионы була.

Мотоциклдан ауып, ҡулының һыныуы аркаһында 1997 йылда үҙ спорт карьераһын тамамлай,

Әлеге ваҡытта Виталий Лас-Вегаста йәшәй, унда, «Scherbo Gymnastics School of Vitaly» исемле үҙ тренажер залын аса.

Беренсе ҡатыны Ирина, ҡыҙҙары Кристина (АҠШ-ла 1993 йылдың 4 мартында тыуа). Икенсе ҡатыны — элекке гимнастка, Валентина.

2017 йылдың октябрендә уның олимпия йыйылма командаһы буйынса элекке партнеры Татьяна Гуцу 1991 йылдағы көсләүҙә ғәйепләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Күп тапҡыр олимпия уйындарының чемпиондары исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә