Шәриф Мардин

төрөк социологы

Шәриф Мардин (1927, Истанбул — 6 сентябрь 2017 йыл) — төрөк социологы.

Шәриф Мардин
төр. Şerif Mardin
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 1927[2][3]
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Вафат булған көнө 6 сентябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[4]
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны Kilyos Cemetery[d]
Атаһы Şemsettin Mardin[d]
Һөнәр төрө социолог
Эш урыны Босфор университеты[d]
Анкара университеты[d]
Уҡыу йорто Станфорд университеты
Университет Джонса Хопкинса[d]
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе социология

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәриф Мардин 1927 йылда Истанбулда тыуа[5]. Атаһы — төрөк дипломаты Шәмсеттин Мардин[6].

Мардин АҠШ-та 1944 йылда мәктәп тамамлай[7]. 1948 йылда Стэнфорд университетында политология өлкәһендә сәнғәт бакалавры дәрәжәһен ала. 1950 йылда Шәриф Мардин Джон Хопкинс университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә сәнғәт магистры була[8]. 1958 йылда Стэнфорд университетында политология өлкәһендә фәлсәфә докторы дәрәжәһен ала. 1962 йылда Мардиндың диссертацияһы Принстон университеты нәшриәте тарафынан баҫып сығарыла[9].

Мардиндың ғилми карьераһы 1954 йылда Анкара университетының политология факультетында башлана, унда 1956 йылға тиклем эшләй. Артабан 1958-61 йылдарҙа Шәриф Мардин Принстон университетының көнсығыш ғилеме кафедраһында эшләй[8]. Мардин бер йыл (1960-61) Гарвард университетының Яҡын Көнсығыш университетында эшләй. 1961 йылда Шәриф Мардин Төркиәгә ҡайта һәм Анкара университетының политология факультетына эшкә инә. 1964 йылда ул — ассоциацияланған профессор, 1969 йылда профессор ителә. Мардин Анкара университетында 1973 йылға тиклем эшләй. 1973—1991 йылдарҙа Босфор университетының политология кафедраһында эшләй. 1999 йылда Сабанжи университетының сәнғәт һәм социаль фәндәр факультетында уҡыта[8].

Быларҙан тыш, Мардинды төрлө институттар, шул иҫәптән Лос-Анджелестағы Калифорния университеты, Берклиҙағы Калифорния университеты, Колумбия университеты һәм Сиракуз университет, лекциялар уҡырға саҡыра[9].

Баҫылып сыҡҡан китаптары:

  • Religion and Social Change in Modern Turkey: The Case of Bediuzzaman Said Nursi, Albany, NY: State University of New York Press, 1989[10]
  • The Genesis of Young Ottoman Thought: A Study in the Modernization of Turkish Political Ideas, Syracuse, NY: Syracuse University Press, July 2000
  • Laicism in Turkey, İstanbul: Konrad Adenauer Foundation Press, March 2003
  • Center and periphery in the Ottoman Empire, New York: Syracuse University Press 2005
  • The nature of nation in the late Ottoman Empire, Leiden: ISIM 2005
  • Religion, society, and modernity in Turkey, Syracuse, NY: Syracuse University Press, July 2006

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Şerif Mardin // NUKAT — 2002.
  3. Şerif Mardin // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  4. Bibliothèque nationale de France Şerif Mardin // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Şerif Mardin. Biographical Encyclopedia of the Modern Middle East and North Africa (1 ғинуар 2008). Дата обращения: 15 октябрь 2013. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 5 ноябрь архивланған.Ҡалып:Subscription required
  6. Beirut Embassy. Turkish Foreign Ministry. Дата обращения: 28 июль 2012.
  7. Şerif Mardin (төр.). Iyibilgi (18 сентябрь 2007). Дата обращения: 28 июль 2012.
  8. 8,0 8,1 8,2 Şerif Mardin. Sabancı University. Дата обращения: 28 июль 2012. 2017 йыл 1 февраль архивланған.
  9. 9,0 9,1 CV-Şerif Mardin. Syracuse University. Дата обращения: 28 июль 2012. Архивировано из оригинала 15 февраль 2012 года.
  10. Mardin Şerif. Religion and social change in modern Turkey: The case of Bediüzzaman Said Nursi. — Albany: State University of New York Press, 1989. — ISBN 0887069975.