Барҙы һырты
Барҙы һырты | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 681,2 метр һәм 460 метр |
Оҙонлоҡ | 70 km |
Барҙы һырты — Урта Уралдағы тау һырты, Рәсәйҙең Свердловск һәм Силәбе өлкәләре биләмәләрендә урынлашҡан .
Географик урыны
үҙгәртергәҺырт төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 70 км-ға һуҙылған. Уртаса бейеклеге 450-500 метр тәшкил итә. Иң бейек урыны Һеңрән тауы ( Зюрян[2]) — 681. м.
Түбәләре яҫы, .еңелсә телегеләнгән, урыны менән ҡая сығынтылары бар. Битләүҙәре тулыһынса киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар менән ҡапланған.
Һырт эффузияларҙан, кремнийлы һәүерташтарҙан, ордовик һәм силур йәшендәге кварцлы ҡомташтарҙан тора.
Һырттың төньяҡ осонда — Түбәнге Серге ҡалаһы, көньяҡ осонда Нязепетровск ҡалаһы урынлашҡан.
Барҙы һыртынан көнсығыштараҡ, йәнәшә тиерлек Өпәле (Уфалей) һырты урынлашҡан.
Көнбайыш битләүенән һәм тау алдынан параллель тиерлек Көнбайыш-Урал тимер юлының элекке көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәре (СвЖД и ЮУЖД) үтә.
Һырттағы түбәләр
үҙгәртергәТөньяҡтан көньяҡҡа:
Свердловск өлкәһендә:
-Орлов тауы (диңгеҙ кимәленән 468,9 метр) — (ориентир — Түбәнге Серге ҡалаһы). Барҙы һыртының төньяҡ осо булып тора. Барҙым (тауҙы көнсығышынан һәм төньяғынан урап үтә һәм төньяҡ-көнбайыш итәгендә Серге йылғаһына уң яҡ ярына барып ҡушыла ) менән Серге (тауҙы көнбайышынан һәм төньяғынан урап үтә) йылғалары араһында урынлашҡан . Шулай уҡ, тауҙа Орлов упҡыны бар.Карст ҡатламдары ашалыуҙан барлыҡҡа килгән был мөгәрә төбөндә уникаль тәбиғи боҙлоҡ ята[3].
- Ханжин түбәһе(490,6);
-Митькин түбәһе (563,9);
-Төшкө (Полуденный) Барҙым түбәһе (602,7);
-Баранов түбәһе (536,4);
Силәбе өлкәһендә:
-неподписанный бейеклеге командаһы (669,8);
-Мартяшкин түбәһе (551,2) — ориентир Насиб-Таш мәмерйәһе (Сказ ҡасабаһы);
-Ҡайын тауы (545) — ориентир;
-(Сказ ҡасабаһы) мәмерйәһе. Көнбайыш итәгендә Силәбе өлкәһенең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы «Шемаха карст яланы» урынлашҡан;
-Һеңрән (Зюрян) тауы — 681,2; ориентир — Арыҫлан ҡасабаһы. Барҙы һыртының иң юғары түбәһе[4];
-Сламь түбәһе — 644,6; ориентир — Арыҫлан ҡасабаһы. Был түбәнән Рассыпная йылғаһының ҡушылдығы Табуска башланғыс ала;
-Ҡайын тауы — 572; (ориентир Нязепетровск ҡалаһы, Табуска ҡасабаһы . Барҙы һыртының көньяҡ осо булып тора. Был тауҙан Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдыҡтары: Табуска, Кабанка[5] йылғалары башлана.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Бардымский хребет // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Фотографии и достопримечательности горы Орлова на сайте «Наш Урал» 2014 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Лист карты O-40-143 Шокурово. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1991 год. Издание 1992 г.
- ↑ Лист карты O-40-144 Нязепетровск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1992 г.