Шәкүр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Шәкүр— ғәрәптәрҙән ингән башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәШәкүр башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән исем, шөкөр итеүсе, мәрхәмәтле тигәнде аңлата[1] Балаға рәхмәтле, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше булып үҫһен тигән теләктә ҡушыла был исем.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәФамилиялар
үҙгәртергәРәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы, 11 ғинуар 1937 йыл) — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).
Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы (10 декабрь 1967 йыл) — ғалим-филолог, сценарист, драматург, прозаик. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Республикаһының Кинематографтар һәм Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
Шәкүров Флорес Ибраһим улы (1949 ййыл) — хужалыҡ эшмәкәре.
Ауылдар
үҙгәртергәШәкүр (рус. Шокурово) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы.
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәШәкүр — яҙыусы Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар» (1952) комедияһында төп геройҙарҙың береһе.
Шәкүр — яҙыусы Афзал Таһировтың «Себерәк Ғилман» драмаһында кире герой.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәШәкүр (улус) — Ҡошсо кантонының (1919 йыл 20 март — 1919 йыл сентябрь) Красноуфимск өйәҙе, һуңынан Екатеринбург өйәҙе составына ингән улу атамаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |