Шәйхелисламов Ғабдулла Ислам улы
Шәйхелисламов Ғабдулла Ислам улы (? 1905 йыл — 17 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының орудие замковойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943)[1].
Шәйхелисламов Ғабдулла Ислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны | Дәүләкән, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 17 апрель 1944 |
Вафат булған урыны | Боблы[d], Турийский район[d], Волынь өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | кесе сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яраларҙан вафат була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒабдулла Ислам улы Шәйхелисламов 1905 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән станцияһында хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһында тыуған.
1941 йылдың декабрь айында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында орудие замковойы булып хеҙмәт итә.
1944 йылдың 17 апрелендә Украина ССР-ы Волынь өлкәһе Боблы ауылында яраларынан вафат була[1]
Батырлығы
үҙгәртергә1944 йылдың 1 октябрендә барған һуғышта тәүәккәллеге һәм орудиеһынан мәргән атыуы менән эскадрондарҙың һөжүмен ҡеүәтләп, ярҙам итеп тора. Дошмандың ике ут нөктәһен юҡ итә, фашистар пулеметтан ут сәсеп ятҡан һарайҙы яндыра. Бының менән ул эскадрондарҙың артабанғы һөжүм итеүсе хәрәкәтенә булышлыҡ итә. Был батырлығы өсөн Шәйхелеисламов Ғабдулла Ислам улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[2]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)