Шүлгән (рус. Шульган) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Урал тауҙарына ингән[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ағиҙел йылғаһының уң ярына тамағынан 1041 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.

Шүлгән
Характеристика
Оҙонлоғо 13 км
Һыу ағымы
Тамағы Ағиҙел
 · Урынлашыуы уң ярына тамағынан 1041 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°02′32″ с. ш. 57°03′46″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010200212111100017560
Шүлгәндең ер аҫтынан сыҡҡан урыны

Үҙенсәлеге

үҙгәртергә

Йылға атаҡлы Шүлгән мәмерйәһе аша ер аҫтынан үтеп сыға.

Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 метр булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 150—170 метр тирәһе аҡҡас, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Тау эсенән сыҡҡан йылға ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай[2].

Ауыҙ-тел ижадында

үҙгәртергә

Ғәҙелгәрәй ауылында Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы (1965 йылғы) тарафынан Хәйбулла исемле бабайҙан яҙып алынған легенда. Ауылдың халыҡ телендәге боронғо атамаһы — шулай уҡ Шүлгән. Хәйбулла бабай былай тип һөйләгән:

"Бер бай кеше йәшәгән икән, ти. Кешеләр унан бик ҡурҡҡан икән. Сөнки ул бик уҫал булған. Ауылдаштары уның исемен дә әйтергә ҡурҡҡан, ти. Уның турашында һүҙ сыҡһа, уны «шул бай» (тот богач — Х. Г.)тип кенә атар булғандар. Ошо бай йылғала батып үлгән. Һәм был йылғаны ла «Шул улгэн» (Тот умер — Х. Г., Ю. Г.)тип йөрөтә башлағандар. Һуңынан был атама ауыл исеме булып ҡулланыла башлаған. Бай батып үлгән йылға, ер аҫтына инеп юғала, шунан мәмерйәгә ингән ерҙә ҡабат ер өҫтөнә килеп сыға. Шуның өсөн мәмерйә лә "Шүлгән"тип атала. Шулай итеп,Шүлгән йылғаһы ла, Шүлгән ауылы ла, Шүлгән мәмерйәһе лә бер үк исем менән бәйләнгән"[3]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017560
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101756
  • Бассейн коды — 10.01.02.002
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Тәбиғәте

үҙгәртергә
 
Шүлгән яры буйлап

Шүлгән йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһенә инеп ҡала. Был ике йылғала балыҡтарҙың 30 төрө, ер-һыу йәнлектәренең — 5 төрө, һөйрәлеүселәрҙең — 6 төрө осрай. Ҡурсаулыҡта 206 төр ҡош, 61 төр һөтимәр осрай. Умыртҡаһыҙҙарҙың яҡынса 1700 төрө теркәлгән, шул иҫәптән күбәләктәр — 378, ҡуңыҙҙар — 458.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән фауна төрҙәре — 31, Башҡортостан Ҡыҙыл китабына индерелгәне — 67 төр. Һоро айыу йыш осрай. Ҡоштар күп төрлө.

Төбәктә Европа шәшкеһен америка шәшкеһе ҡыҫырыҡлап сығара бара. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөү һәм климат йылыныуы сәбәпле ҡайһы бер балыҡтар һаны, мәҫәлән: ҡыҙылбалыҡ, бағыр, бәрҙе кәмеүе күҙәтелә.

Үҫемлектәр донъяһы күп төрлө һәм бай. 14 төр үҫемлек Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, 57 — Башҡортостандыҡына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. Шүлгәнташ. [1] 2018 йыл 14 май архивланған.
  3. Ғәҙелгәрәй [2]
  4. 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Шүлгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә