Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас

Белорет районы биләмәһендәге ботаник (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы

Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас (рус.  Старовозрастная лиственница у села Шигаево) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Белорет районы биләмәһендәге ботаник (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ҡомартҡының майҙаны — 1,2 гектар[1].

Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас
урыҫ : ботанический (дендрологический) памятник природы, Старовозрастная лиственница у села Шигаево
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1,2 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты21 июль 2005 йыл 
Урынлашыуы
53°49′41″ с. ш. 58°11′40″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шығай ауылы эргәһендә ҡарт ҡарағас

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Белорет районының Шығай ауылынан Сермән ауылына табан юл буйлап, Шығайҙан 2,25 км алыҫлыҡта (автомобиль юлынан 10 м уңда) урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 21 июлендәге 673-р һанлы бойороғо менән ҡарт ҡарағас ботаник (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһының сиктәре 61,8 метр радиуслы түңәрәк формаһында билдәләнгән, уртаһында һаҡланған ағас урынлашҡан. Әбйәлил районындағы йәше инструменталь билдәләнгән Ҡараһыйыр ҡарағасынан һуң Башҡортостан Республикаһының иң оло ҡарағасы. Ағас Төньяҡ Ҡыраҡа һыртының көнсығыш шлейфында, автомобиль трассаһы менән йәнәш ҡайын-ҡарағас урманы ситендә урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа ҡарағас тирәләй йәш ҡайынлыҡ барлыҡҡа килгән. Ағастың йәше 460 йылдан ашыу (тыуған йылы яҡынса 1550 йыл), күкрәк бейеклегендә диаметры 144 см, әйләнә оҙонлоғо — 4,5 м, бейеклеге — 20 м. Ҡарағастың осо 1899 йылда йәшен һуғыуҙан ҡорой. Үткән быуаттың 70-се йылдарына ағас иҫке осона параллель яңы ос барлыҡҡа килтергән, ләкин ул да ҡороған, күрәһең, уны ла йәшен һуҡҡандыр. Ҡарағастың үҙағасы тулыһынса һау-сәләмәт, ә был йәштә, ғәҙәттә, башҡа ҡарт ҡарағастарҙың үҙағасы ҡыуышлы була[1].

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Ҡарағас мөһим ғилми (дендрохронологик), танып белеү һәм эстетик әһәмиәткә эйә[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Старовозрастная лиственница у с Шигаево. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. Распоряжение от 21 июля 2005 года №673-р (в ред. Постановления Правительства РБ от 30 декабря 2011 года №514).