Шкема Антанас
Анта́нас Шке́ма (лит. Antanas Škėma; 29 ноябрь 1911, Лодзь, Польша — 11 август 1961, Пенсильвания штаты, АҠШ) — литва яҙыусыһы, драматург, актёр һәм режиссёр, АҠШ-та литва эмиграцияһы эшмәкәре.
Шкема Антанас | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Литва[1] |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1910 |
Тыуған урыны | Лодзь[d], Петроковская губерния[d], Варшавское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 август 1961 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Пенсильвания, Америка Ҡушма Штаттары |
Үлем төрө | смерть от несчастного случая[d] |
Үлем сәбәбе | авария[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, актёр, театр актёры, театр режиссёры |
Эшмәкәрлек төрө | проза[2], шиғриәт[2], актёрлыҡ оҫталығы[d][2] һәм directing[d][2] |
Уҡыу йорто | Бөйөк Витовт университеты[d] |
Йоғонто яһаусы | Камю, Альбер[d] |
Шкема Антанас Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАнтанас Шкема 1910 йылдың (яңы стиль буйынса 1911) 29 ноябрендә Польшаның Лодзь ҡалаһында литва уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Шкеманың ғаиләһе Беренсе донъя һуғышына тиклем Лодзда йәшәй. Артабан күп тапҡырҙар төрлө урынға күсенәләр, улар Рәсәйҙең һәм Украинаның төрлө урындарында йәшәй. Бала саҡ хәтирәләре аҙаҡ Шкеманың ижадына күсә бара. 1921 йылда уларҙың ғаиләһе бойондороҡһоҙ Литваға ҡайтып төпләнә, Антанас Каунастың «Заря» гимназияһына (Kauno «Aušros» gimnazija) уҡырға инә. Аҙаҡ был уҡыу йортон тамамлағандарҙың байтағы Литва мәҙәниәте һәм сәйәсәте эшмәкәрҙәре булып китә. Гимназияны тамамлағандан һуң Шкема 1929 йылда Литва университетының (ул саҡта был уҡыу йорто Бөйөк Витовт университеты тип атала) медицина факультетына уҡырға инә, 1931 йылда юридик факультетҡа күсә. 1935 йылда ул театр студияһына инә. Уны тамамлағанға тиклем үк Шкема Каунас дәүләт театры труппаһына эшкә алына, 1944 йылға тиклем ғәмәлдә бөтә спектаклдәрҙә лә ҡатнаша, үҙе режиссер ҙа булып китә.
Совет режимы шарттарында үҙенең перспективаларын күҙ алдына ла килтерә алмай, шуға ла 1944 йылда Шкема Шкема Ҡыҙыл армия Литваға ингәнгә тиклем Көнбайышҡа ҡаса. Германияла үҙ иленән киткән кешеләр өсөн ойошторолған лагерь аша үтеп, 1949 йылда АҠШ-ҡа барып эләгә һәм шунда йәшәргә ҡала. Литва эмиграцияһының башҡа вәкилдәре кеүек үк, Шкемаға фабрикаларҙа түбән эш хаҡына төрлө ауыр физик эш башҡарырға тура килә, лифтер ҙа була. Аҙаҡ отелдең ҡунаҡтары артынан лифт ишеген ябып торған эшсеһе «Balta drobulė» (урыҫса «Белый саван») әҫәре геройы була. Шкема бер ваҡытта ла ижад эшен ташламай: эмигрант литва театрында сәхнәлә уйнай һәм спектаклдәр ҡуя, проза әҫәрҙәре, пьесалар һәм тәнҡит мәҡәләләре яҙа. 1961 йылдың 11 авгусында Антанас Шкема Пенсильванияла автоһәләкәттә һәләк була.
Ижады
үҙгәртергәЯҙыусының биографияһындағы ваҡиғалар сағылыш тапҡан берҙән-бер «Аҡ япма» («Белый саван») романы киң билдәлелеккә эйә була. Романдың төп геройы күбеһенсә автор шәхесенә тап килә. Төп герой хәтирәләрендә йыш ҡына автор булған урындар, иң тәүге сиратта һуғышҡа тиклемге Каунас урын ала. ХХ быуаттағы Литва әҙәбиәтенең үтә радикаль новаторы булараҡ, Шкема модерн һәм постмодерн ысулдарын, эстетиканы киң ҡуллана. «Аҡ япма» романында ваҡиғалар бер юлдан ғына бармай, төп геройға төрлө заман ваҡиғалары эсендә ҡайнарға тура килә. Ул донъялағы глобаль үҙгәрештәрҙе үҙ йөрәге аша үткәрә, шәхси тормошонда ҡайғы кисерә. Әммә әйләнә тирәһендә барған ығы-зығы ни тиклем ҡурҡынысыраҡ һәм хәүефлерәк булмаһын, роман геройы уларға тыныс күҙлектән ҡарай. Тик никах менән бәйле яратҡан ҡатынына ҡарата ғына сағыу хистәр уяна унда. Йәшәйештең трагик асылын, уның имманет һәләкәтен тойоу герой шәхесенең эске кисерештәренә ҡаҡлыға. Романдың лексикаһы ла бер төрлө генә стилдә бармай — текстағы библиянан алынған цитаталар тупаҫ һүҙҙәр менән йәнәш тора. Күрәһең, автор психик яҡтан сирле булған геройҙың ысынбарлыҡты үҙенсә ҡабул итеүен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғандыр.
Урыҫсаға тәржемәләре
үҙгәртергә- Белый саван /Перевод Наталии Воробьевой. Состав: Белый саван (роман). Солнечные дни (повесть в новеллах). М.: Baltrus, 2006. — 260 с. — ISBN 5-98379-066-8.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Škėma, Antanas // Чешская национальная авторитетная база данных
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шкема и литература эмиграции 2022 йыл 7 апрель архивланған.
- Литовская литература эгзиля(недоступная ссылка)
- Краткая история литературы Литвы
- Солнечные дни — сборник рассказов Шкемы