Шишмә тораһы II
Шишмә тораһы II (рус. Чишминская стоянка II) — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡ уртаһына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Шишмә тораһы II | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡырмыҫҡалы районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәШишмә тораһы II Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шишмә ауылынан көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Өршәк й. бейек булмаған уң ярында урынлашҡан энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәШишмә тораһы II майҙанының 252 м² ере археологик экспедиция тарафынан ҡаҙып тикшерелгән. Яртылаш ер өй рәүешендәге усаҡлы торлаҡ (11×5 м) табылған.
Тупраҡтан 880 әйбер сыҡҡан. 271-е балсыҡ һауыт өлөштәренән ғибәрәт, уларҙың 67-һе тешле мөһөр баҫып биҙәлгән.
Саҡматаштан һәм йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр: 102 уҡ башағы, 6 ҡырғыс, 3 бысаҡ һымаҡ пластина, 2 төйгөс, арҡыры балта табылған. Табылдыҡтар араһында шулай уҡ ҡара төҫлө биҙәге булған тура мөйөш рәүешендәге тальк «үтек», һөйәк тишкес һәм хайуан һөйәктәре булған.
Ҡомартҡы Урал алдына Суртанды мәҙәниәте ҡәбиләләренең килеп ултырыу процесын сағылдыра.
Шишмә тораһы II материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4].
Асыш авторҙары
үҙгәртергә1980 йылда врхеолог археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов тарафынан асыла һәм 1981—82 йылдарҙа[5] өйрәнелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шишмә тораһы II//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Морозов Юрий Алексеевич
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.