Шихан (Шыйҙа һырты)

Шихан — кварцит ҡая, Боланды тауы һәм Шыйҙа һырты араһындағы биләндә урынлашҡан.

Шихан
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Һатҡы районы
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Баҡал ҡалаһы янында, Рудничный ҡасабаһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Силәбегә тиклем араһы — 180 км, Өфөгә — 190 км, Һатҡыға — 20 км, Баҡалға — 3 км[1].

Тарихы үҙгәртергә

1756 йылда Баҡал ҡалаһы тирәһендә тимер мәғдәне сығарыла башлаған. Ошо ваҡыттан алып ғалим-геологтар округта тау тоҡомдарын ныҡлы өйрәнә башлай. Шихан кварцит тауына айырыуса иғтибар бүленә. Ҡаяға Д. И. Менделеев, Д. В. Наливкин, А. Н. Заварицкий, А. Ферсман килеп китә.

Ул үҙенең тарихында өлкә әһәмиәтендәге геологик ҡомартҡы тип ике тапҡыр иғлан ителә һәм икеһендә лә был статус кире алына.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Шихан ҡаяһы ҡыҙыл-көрән төҫтәге тау ҡалдығы. Уның йәше йөҙҙәрсә миллион йыл тәшкил итә. Ҡая ярғыланып бөткән ҡаты кварцит тоҡомдарынан тора. Шихандың бейеклеге — 60 метр самаһы.

Ҡая башында бер нисә ҡарағай үҫә. Ҡая нигеҙе тигеҙ урында, эргәһендә тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар юҡ, шуға күрә Шихан Баҡал ҡалаһынан күренеп тора. Көньяҡ, төньяҡтан һәм көнбайыштан ҡаяға яҡын урынлашҡан ауылдарға һәм рудниктарға алып барған грунт юлдары һалынған[2].

Бөтә яҡтан да Шиханды карьерҙар уратып алған, әүҙем ер аҫты эштәре зонаһында урынлашҡан, шуға күрә уны ер «убыу» хәүефе бар[3]

Этимологияһы үҙгәртергә

«Шихан» — башҡорт телендә осло башлы сусаҡ тау тигәнде аңлата, Башҡортостанда пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡып торған рифтар, һәм был шихандарҙың атамалары бар: иң билдәлеләре Йөрәктау, Торатау, Шәкетау, Ҡуштау[4]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Скала Шихан
  2. http://www.xn--74-6kca2cwbo.xn--p1ai/nature/mountains/skala_shihan/ Скала Шихан
  3. И опять Шиханы… 2021 йыл 20 апрель архивланған.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 661-се бит

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 661-се бит