Шигаев Максим Григорьевич

Максим Григорьевич Шигаев (1736 йыл — 10 ғинуар 1775 йыл) — Яйыҡ казагы, 1772 йылда ихтилалдарҙа һәм Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы, Пугачевтың яратҡан казагы[1]. Ағзаһы, «Хәрби коллегия» ағзаһы һәм судья.

Шигаев Максим Григорьевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1736
Тыуған урыны Уральск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 (21) ғинуар 1775
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Шигаев 1772 йылдың 13 ғинуарында Яйыҡта тоҡанған казактар ихтилалының әүҙем ҡатнашыусыһы[2]. Ғинуар һуңында ул ихтилал башлыҡтарының Екатерина II адресланған үтенесен Петербургка алып барған делегация етәксеһе була. Үтенестә казактарҙың ғәскәр старшиналарына һәм хакимиәткә үпкәләре һанала, Яйыҡ ҡалаһында тыуған фетнә шарттары һәм баш күтәреүселәрҙең ғәмәлдәре аҡланыуы тураһында яҙыла. Делегацияны Хәрби коллегия ултырышында тыңлайҙар һәм дүрт айға Петропавловск ҡәлғәһенә ябып ҡуялар. 1772 йылдың июнендә, Яйыҡ ихтилалы баҫтырылғандан һуң, Шигаевты һәм уның иптәштәре баш ҡаланан Ырымбурға оҙаталар. Улар Ырымбур бастругында ихтилалдың күренекле етәкселәре менән бергә ике йыл тотола. Полковник В. В. Неронов етәкселегендәге тәфтиш комиссияһы һорау ала. Комиссия фекер менән ризалашып, Хәрби коллегия уны ярлыҡарға ҡарар итә.

Максим Шигаев 1773 йылда беренселәрҙән булып, ҡасаҡ дон казагы Емельян Пугачевта батша "Петр Федорович"ты «таный». 17 сентябрҙән Шигаев баш күтәреүселәр сафына ҡушыла, Ырымбурҙы һәм Яйыҡ буйы ҡәлғәләрен ҡамауға алыуҙа ҡатнаша. Полковник дәрәжәһенә эйә булып, Пугачевтың яҡын кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы даирәһенә инә. Һаҡмар ҡаласығында Шигаев Хлопушаны яҡлап алып ҡала, сөнки баструкта бергә ултырған булалар. Пугачевтың төп арҡалаштарының береһе булараҡ, Шигаев «граф Воронцов» титулы ала[1][3]. 1773 йылдың ноябре уртаһында төҙөлгән Баш күтәреүселәрҙең «Хәрби коллегияһы» составына инә[5]. Хәрби коллегияла Пугачев уны дүрт судьяның береһе итеп тәғәйенләй. Формаль рәүештә ул икенсе булһа ла (А. И. Витошновтан һуң), секретарь М. Д. Горшков раҫлауынса, Шигаев өҫтөнлөклөрәк урында тора. Быны икенсе секретарь И. Я. Почиталин да һорау алыу ваҡытында Пугачевтың Хәрби коллегия ойоштороуы, уның "баш"ы итеп Шигаевты тәғәйенләүен раҫлай.

Хәрби коллегияла Шигаев «интендант» эштәре менән шөғөлләнә, ғәскәрҙәргә ҡорал, боеприпастар, аҙыҡ-түлек, фураж, аҡса менән тәьмин итә. Пугачевсыларҙың ҙур берләшмәләре менән етәкселек итә Пугачев Яйыҡ ҡалаһына киткән ваҡытта Ырымбурҙы ҡамауҙы командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Уның етәкселегендә пугачевсылар 1774 йылдың 13 ғинуарында Берда Слободаһы эргәһендә Ырымбур гарнизоны ғәскәрҙәрен еңә[4].

1774 йылдың 2 апрелендә, Һаҡмар ҡаласығы эргәһендә кенәз П. М. Голицындан еңелгәндән һуң, Шигаев, эҙәрлекләүҙән ҡасып, биш казак менән менән Илецк ҡаласығына ҡаса, әммә бер аҙнанан тотола һәм Ырымбурға килтерелә. Һуңынан Мәскәүгә оҙатыла. Унда Пугачевҡа һәм уның арҡалаштарына генераль тикшереү үткәрелә.

1775 йылдың 9 ғинуарындағы хөкөм ҡарары буйынса ул Е. И. Пугачев, А. п. Перфильев, Чико-Зарубин, И. Т. Подуров һәм В. И. Торнов менән бергә үлем язаһына хөкөм ителә[5]. 10 ғинуарҙа Мәскәү ҡалаһында аҫыла[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә