Почиталин Иван Яковлевич
Иван Яковлевич Почиталин (1754 — 1797) — Емельян Пугачевтың иң яҡын кешеләре араһына ингән Яйыҡ казагы. Бер аҙ грамотаһы булған Иван Почиталин Яйыҡ заговорсыларының үтенесе буйынса «императорҙың» беренсе указының авторы булып китә, уның шәхси секретары итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан — ихтилалсыларҙың Хәрби коллегияһының секретары була. Почиталин Пугачевтың иң яҡын кешеләре иҫәбенә инә, Пугачев уны бик ярата, Почиталиндың туйында ҡиәмәтлек («посажённый») атаһы була, Почиталин үҙе лә Пугачевтың «батша» туйында ҡоҙа була. Ихтилал баҫтырылғас, ҡулға алына һәм Балтик портына һөргөнгә ебәрелә. Почиталин ҡулы менән яҙылған указдарҙы А. С. Пушкин «иҫ киткес халыҡ оҫта теллелеге үрнәге» тип маҡтап, телгә ала.
Почиталин Иван Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1754 |
Тыуған урыны | Уральск, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған урыны | Палдиски, Палдиски[d], Харьюмаа[d], Эстония |
Һөнәр төрө | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы, Пугачевсыларҙың Хәрби коллегияһы |
Биографияһы
үҙгәртергә«Императорҙың» беренсе секретары
үҙгәртергәИван Почиталидың атаһы, Яков Филатович Почиталин[1] 1772 йылғы ихтилалда ҡатнашыусы була, әммә язанан ҡотолоп ҡала. Казактарҙың күбеһе уҡымышлылыҡ менән маҡтана алмаған саҡта, Иван грамоталы була. 1772 йылғы ихтилалынан һуң күп кенә баш күтәреүселәр Яйыҡ һәм Волга араһындағы алыҫ утарҙарҙа йәшенеп ҡалалар (башлыса, Үҙәндәрҙә), улар унда qsi 3syf яңы сығыштың мөмкинлектәрен тикшереләр. 1773 йылдың август уртаһында Яйыҡ ғәскәрендә Дон казагы Емельян Пугачевтың килеп сығыуы заговорҙы йәнләндереп ебәрә. Пугачев һәм уның фекерҙәштәре алдында уҡымышлы кешеләр табыу мәсьәләһе килеп баҫа, сөнки Пугачев үҙе уҡый-яҙа белмәй. Ырғыҙҙа старообрядсылар араһында бындай кеше табылмай. Пугачев үҙе көскә ҡотолоп ҡала, ә уның менән бергә сәфәрҙә булған Степан Оболяев тотола, шуға күрә Пугачев менән бәйләнештә булған Дмитрий Лысов, Тимофей Мясников һәм башҡаларға (улар араһында Яков Почиталин да була) уҡымышлы кешене Яйыҡ ҡаласығында эҙләргә тура килә[2].
Самодержавнаго императора, нашего великаго государя, Петра Федаровича Всеросийскаго и прочая, и прочая, и прочая. Во имянном моем указе изображено Яицкому войску: как вы, други мои, прежным царям служили до капли своей до крови, дяды и отцы вашы, так и вы послужити за свое отечество мне, великому государю амператору Петру Федаравичу. Когда вы устоити за свое отечество, и ни истечет ваша слава казачья от ныне и до веку и у детей ваших. Будити мною, великим государем, жалованы: казаки и калмыки и татары. И которые мне, государю императорскому величеству Петру Федаравичу, винныя были, и я, государь Петр Федарович, во всех винах прощаю и жаловаю я вас: рякою с вершын и до усья и землею, и травами, и денежным жалованьям, и свиньцом, и порахам, и хлебныим правиянтам.
жалую вас Петр Федаравичь[3].
Казактарҙың ышанысын яулай алырҙай ике уҡымышлы кешенән береһе ситтә булып сыға, икенсеһе — баш тарта. Казактар Яков Почиталин йортонда йыйылалар һәм ҡапыл Козьма Фофанов Яковтың 19 йәшлек улы Иванға бармағы менән төртөп күрһәтә, атаһы улының «батша указдарын» яҙыу оҫталығында шикләнһә лә, казактар уларҙы күндерә. Яков Почиталин улын тәүәкәлләй һәм Иван аша Пугачевҡа ҡиммәтле бүләк ебәрә[4].
1773 йылдың 16 (27) сентябрендә Иван Почиталин Тимофей Мясников оҙатыуында Пугачевтың йәшеренгән урынына килә. Пугачев уны үҙенең секретары итеп иғлан итә. Иван Пугачевты насар яҙыуы тураһында алдан киҫәтеп ҡуя, әммә Пугачев, күп яҙырға тура килмәйәсәк, өйрәнерһең әле, ти. Тиҙҙән Яйыҡ ҡаласығынан сапҡын килеп етә: «батшаны» эҙләүгә команда ебәрелгән. Казактар лагерҙы ташлап, Толкачев утарына ашығалар. Юлда Пугачев Чика-Зарубинға утарға бөтә фекерҙәштрен йыйырға ҡуша, ә Почиталин Яйыҡ ҡаласығына батша указын яҙыу өҫтөндә эшләргә бурыс ҡуйыла[5].
Иван Почиталин Яйыҡ ғәскәре тарихынан күп кенә риүәйәттәрҙе белә, шул иҫәптән батша Михаил Федоровичтың билдәле грамотаһы тураһында ла, ул грамотала «Яйыҡ йылғаһы башынан тамағына тиклем» казактарға вәғәҙә ителә. Атаһы йортонда әңгәмәлә ҡатнашҡан казактарҙың һөйләшеүҙәренән Иван Почиталин казактарҙың уй-хыялдары менән таныш була. Шулай итеп беренсе «амператор Петр Федаравичтың» указы яҙыла. Толкачев утарында указ казактарға уҡып ишеттерелә һәм барыһы ла указды ҙур ҡәнәғәтләнеү менән хуплап ҡаршы ала[6][7]
Пугачев етәкселегендәге отряды боронғо байраҡ аҫтында Яйыҡ ҡаласығына табан юллана. Юлда осраған казак ауылдарында Почиталин указды уҡый һәм һөҙөмтәлә 18 сентябрҙә Яйыҡ ҡаласығына килеп етеүгә отрядта инде 300 кеше иҫәпләнә. Баш күтәреүселәрҙең ҡаршыһына ҡаланан старшина Акутин командалығы аҫтында йыйылма отряды һәм капитан Крылов командалағы аҫтында хөкүмәт гарнизонының гренадеры сыға. Пугачевтан ебәрелгән сапҡын указды Акутинға тоттора, әммә Акутин указды казактарға уҡыуҙан баш тарта һәм государыня тип Екатеринаны һанауын белдерә һәм исемлекте Крыловҡа бирә, тегеһе эстән генә уҡый ҙа, указды «Пропали вы, войско Яицкое!» тигән һүҙҙәр менән кеҫәһенә йәшерә. Әлеге указ архивтарҙа һаҡланып ҡалған. 19 сентябрҙә Пугачев Яйыҡ ҡаласығына тағы ла бер указын ебәрә, әммә был юлы уны алдағы көндө ҡулға алынған 6-сы еңел ялан командаһынан сержант Кальминский яҙа[8][9][10].
Хәрби коллегияһының дума дьягы
үҙгәртергәПочиталин, «батша указдарын» яҙыу өсөн белеме етмәй икәнлеген аңлап, эш үрнәге сифатында ҡулланыу өсөн ысынбарлыҡтағы хөкүмәт документтарын табырға тырыша. Хәрби коллегияны төҙөгәндән һуң Максим Шигаев менән бергә улар нәшер ителгән хөкүмәт документтары йыйынтығын табып алалар. Бынан һуң Пугачев ставкаһының документтарын яҙыу күпкә еңеләйә, секретарҙар әҙер документарҙан кәрәкле һүҙбәйләнештәрҙе файҙаланалар. Хәрби коллегияға секретарь итеп әсир офицер Михаил Шванчичты тәғәйенләгәс, Почиталин, иң тәү сиратта, белемен камиллаштырыр өсөн урыҫ азбукаһын төҙөп биреүен һорай[11][12].
Почиталин гел Пугачевтың эргәһендә була, Пугачевтың ышанысын һәм һөйөүен яулай. 1774 йылдың ғинуарында Яйыҡ ҡаласығында Почиталин казак Головачёвтың ҡыҙына өйләнә, ә Пугачёв уның ҡиәмәтлек атаһы була һәм туйҙы үткәреү өсөн күп аҡса бүлә. Һуңынан Почиталин менән Михаил Толкачёв 1774 йылдың 1 (12) февралендә Пугачёвҡа 17 йәшлек Устинья Кузнецованы ҡоҙалайҙар. 1774 йылдың март башында Почиталин Пугачев менән бергә Ҡарғалынын Бәрҙегә тиклем сәфәрҙә була. Сәфәр ваҡытында Пугачев Яйыҡ атаманы Дмитрия Лысовты бик ныҡ битәрләй, сөнки Лысов өҫтөнән эргә-тирәләге крәҫтиәндәрҙән бик күп ялыуҙар килә: армия өсөн крәҫтиәндәрҙе талай һәм ҡул күтәрә. Иҫерек Лысов Пугачевты һөңгө менән төртөп ебәрә. Самозванецты кейем аҫтындағы тимер күлдәге ҡотҡарып ҡала, Лысоввтың икенсе һөжүменән килеп етә һалған Почиталин ҡотҡара, һөңгөһөн ситкә этәрә һәм Лысовты атынан бәреп төшөрә. Лысов, Бәрҙегә килеп еткәс, аҫып үлтерелә[13].
Әсирлек, суд һәм каторга
үҙгәртергәПугачевсыларҙың 1774 йылдың 1 (12) апрелендәге Һаҡмар ҡаласығы аҫтындағы еңелеүенән һуң Почиталин ҡулға алына һәм Ырымбур зинданына ябыла. 1774 йылдың 8 (19) майында Ырымбурға йәшерен тикшереү комиссияһының вәкиле С. И. Маврин килә һәм ентекләп Почиталиндан һорау ала. Беренсе сиратта Мавринды сит ил вәкилдәренең бола ойоштороуҙа ҡатнашлығының булыу-булмауы һәм немец телендә яҙылған «батша указдарының» авторы кем булыуы ҡыҙыҡһындыра, сөнки был һорау императрицаны хафаға һала. Почиталин губернатор Рейнсдорпҡа ебәрелгән «немец» указының тарихы тураһында ентекле күрһәтмәләр бирә: был указды һәм башҡа бик күп немец телендә яҙылған указдарҙы Шванвич Михаил немец теленә тәржемә иткән[14].Екатерина Икенсегә ебәргән донесениеһында Маврин Почиталин тураһында түбәндәгесә ҡылыҡһырлама бирә: «Любимец Пугачёва. Упражнялся хотя в глупых пасквилях, но считал за царя Пугачёва от чистого сердца, и всюду следовал за ним. В убийстве людей не примечон и имеет расскаяние, хотя и поздно. От роду ему с небольшим 20 лет»[15].
1774 йылдың ноябрендә ихтилалда әүҙем ҡатнашыусылары менән бергә генераль тикшереү үткәреү өсөн Мәскәүгә килтерелә. 1775 йылдың 10 (21) ғинуарындағы суд приговоры буйынса Почиталин ҡамсылауға һәм танау тишектәрен өҙҙөреүгә, артабан һөргөнгә ебәрелеүгә хөкөм ителә[16]. Язалау 10 ғинуарҙа Болотный майҙанында уҙғарыла. Шул уҡ көндө Почиталин башҡа хөкөм ителгәндәр менән бергә (улар араһында атаһының яҡын дуҫы Денис Караваев һәм Хәрби коллегияһының тағы ла бер секретары Максим Горшков та булалар) һөргөн урынын аныҡлау өсөн Ревелгә оҙатыла. Почиталин өсөн һөргөн урыны итеп Эстлянд губернаһының Балтик порты билдәләнә, һуңғараҡ шунда уҡ Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин да еткереләләр. Пугачевсылар портта таш молды (карапты тулҡындан һаҡлауға хеҙмәт иткән ҡоролма) төҙөүҙә ҡулланылалар[17].
1777 йылда Ревель губернаторы И. Сиверс каторжандарҙы (улар араһында Почиталин да була) Ревель гаваненә (диңгеҙ йәки йылға буйының караптар туҡтар өсөн хеҙмәт иткән ышыҡ урыны) күсереү тәҡдиме менән Сенатҡа рапорт ебәрә. Сиверс молды төҙөү буйынса эштәр туҡталыуы һәм каторжандар бер ниндәй ҙә эшһеҙ йәшәүе тураһында хәбәр итә. 1778 йылдың ғинуарында Сенаттың яуабында Сиверсҡа һөргөнселәр «тейешле һаҡлыҡ менән тәғәйенләнгән урынында тотолорға тейеш» тип күрһәтелә. Артабанғы 20 йыл Почиталин һәм Балтик порты һөргөнселәре документтарҙа исемләп күрһәтелмәй. 1790 йылда, рус-швед һуғышы ваҡытында, портты ике швед караптары баҫып ала. Шведтар хөкүмәт складтарын һәм гавандәге бер нисә карапты яндыралар, әммә алыш алдында төрмә казематында бикләнгән һөргөнселәргә был ваҡиғалар бер нисек тә ҡағылмай. 1797 йылда ғына, Павел I тәхеткә ултырғандан һуң, Балтик порты коменданты хөкүмәт өсөн уның ҡарамағында булған һөргөнселәр реестрын тәҡдим итә. Реестрҙа иҫән һөргөнсөләр араһында ҡабаттан Иван Почиталиндың исеме телгә алына. Эстляндия губернаторы Лангель артабанғы хатлашыуҙа өс һау пугачевсыны, шул иҫәптән Почиталинды, каторга эштәренә Нерчинскиға йәки Иркутскиға ебәрергә тәҡдим итә, сөнки эш булмауы сәбәпле уларҙы ҡаҙна өсөн тотоу файҙаһыҙ. 1797 йылдың сентябрендә генерал-прокурор Куракин ҡабаттан пугачевсыларға ҡарата элекке хөкөмдөң ҡағиҙәләрe кисекмәҫтән үтәлергә тейешлеге тураһында белдерә. 1800 йылда Балтик портының инвалидтар командаһы командиры майор Дитмар бөтә һөргөнселәрҙе үҙ һағы аҫтына алырға тейешлеге тураһында бойороҡ ҡабул итә. Ул ебәргән тотҡондар реестрында ике пугачевсы исеме иҫәпләнә − Салауат Юлаев һәм Ҡәнзәфәр Усаев. Иван Почиталин 1797 һәм 1800 йылдар араһында үлгән булып сыға, вафатының теүәл датаһы билдәһеҙ[18].
Пушкин Почиталиндың указдары тураһында
үҙгәртергә«Пугачев тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» өҫтөндә эшләгән саҡта Пушкин Хәрби коллегияның Йәшерен экспедицияһы архивында Почиталиндың ҡулы менән яҙылған Пугачевтың беренсе указын табып ала һәм унан күп кенә һүҙҙәрен ҡыҫҡартып, ҡәләм менән копия эшләп ала. Цензураны иҫтә тотоп, ул указдың тулы копияһын «Пугачев тарихында» ҡулланмай, әммә һуңынан уны тулыһынса 1835 йылдың 26 ғинуарында Николай I ебәрелгән «Бола тураһында иҫкәртмәләрҙә» килтерә[19]. «Иҫкәртмәләрҙә…» Пушкин яҙа:
«Первое возмутительное воззвание Пугачёва к Яицким казакам есть удивительный образец народного красноречия, хотя и безграмотного. Оно тем более подействовало, что объявления, или публикации, Рейнсдорпа были писаны столь же вяло, как и правильно, длинными обиняками, с глаголами на конце периодов».— Акад. изд., т. 9, кн. 1, стр. 371[20]
Пушкин пугачевсыларҙың тикшереү буйынса документтары менән танышыу мөмкинлеге булмай, шуға күрә ул указдың авторын белмәй, әммә указдың Яйыҡ казактарына ҡарата тәьҫир көсөн тейешенсә баһалай алған[21]. Һуңынан да Пугачевтың указдарының (шул иҫәптән Почиталин авторлығында лан) менән халыҡ йәнле теле араһындағы бәйләнеш күп тапҡыр ҙалим тарихсылар һәм тел белгестәре тикшеренеүҙәренең темаһы була[22][23][24].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На протяжении 18-века казаки Яицкого войска разделились на две непримиримые стороны: «Партию войсковой руки» − сторонников сохранения независимости войска, и «Партию старшинской руки» − проводников политики правительства. − Петрухинцев Н. Н. Раскол на Яике // Родина. — 2004. — № 5. — С. 78—81. — ISSN 0235-7089.
- ↑ Овчинников, 1981, с. 10—1210—12
- ↑ Овчинников, 1975, с. 23
- ↑ Овчинников, 1981, с. 12—1312—13
- ↑ Овчинников, 1981, с. 1414
- ↑ Овчинников, 1981, с. 14—1514—15
- ↑ Овчинников, 1975, с. 371371
- ↑ Овчинников, 1981, с. 1616
- ↑ Овчинников, 1980, с. 30—3230—32
- ↑ Овчинников, 1975, с. 371—372371—372
- ↑ Овчинников, 1980, с. 77—7977—79
- ↑ Овчинников, 1981, с. 2727
- ↑ Овчинников, 1981, с. 17—1817—18
- ↑ Овчинников Р. В. «Немецкий» указ Е. И. Пугачева // Вопросы истории. — 1969. — № 12. — С. 133—141.
- ↑ Овчинников, 1981, с. 1818
- ↑ Сентенция, 1775 года января 10. О наказании смертною казнию изменника, бунтовщика и самозванца Пугачёва и его сообщников // Полное собрание законов Российской империи. — СПб., 1830. — Т. XX. — С. 1—12. — 1045 с.
- ↑ Овчинников, 1981, с. 19—2019—20
- ↑ Овчинников, 1995, с. 194—198194—198
- ↑ Овчинников, 1981, с. 11—12
- ↑ Пушкин А. С. Полное собрание сочинений. — Издание АН. — Т. 9, кн. 1. — С. 371.
- ↑ Овчинников, 1981, с. 12, 1512, 15
- ↑ Елеонский С. Ф. Пугачевские указы и манифесты, как памятники литературы // Художественный фольклор / Под ред. Ю. Соколова. — М.: Гос. Акад. Худож. Наук, 1929. — С. 63−75. — 225 с. — 1100 экз.
- ↑ Макогоненко Г. П. Вступительная статья к публикации пугачёвских документов // Русская проза XVIII века. — М.-Л., 1950. — С. 275—290.
- ↑ Овчинников, 1980, с. 3232
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аксенов А. И., Овчинников Р. В., Прохоров М. Ф. Документы ставки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений / отв. ред. Р. В. Овчинников. — Москва: Наука, 1975. — 524 с. — 6600 экз.
- Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. — Москва: Издательство «Наука», 1969. — 360 с. — 3000 экз.
- Овчинников Р. В. Манифесты и указы Е. И. Пугачёва. — М.: Наука, 1980. — 280 с. — 5550 экз.
- Овчинников Р. В. Над «Пугачевскими» страницами Пушкина. — М.: Наука, 1981. — 160 с. — (Страницы истории нашей Родины). — 200 000 экз.
- Овчинников Р. В. Следствие и суд над Е.И. Пугачёвым и его сподвижниками. — М.: ИРИ РАН, 1995. — 272 с. — 500 экз. — ISBN 5-201-00579-9.
- Протокол показаний яицкого казака Ивана, Яковлева сына, Почиталина в Секретной комиссии 8 мая 1774 г. // Пугачёвщина. Из следственных материалов и официальной переписки. — 1929. — Т. II. — С. 107—112.
- Пушкин А. С. История Пугачёва. Замечания о бунте. Материалы (по истории Пугачева) // Полное собрание сочинений. В 16 т. — Издание АН СССР. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1937—1959. — Т. 9, книга 1 и 2.