Пыжьяновка шарламаһы

Башҡортостандың Дәүләкән һәм Бәләбәй районы сигендәге шарлауыҡ
(Шарлама битенән йүнәлтелде)

Пыжьяновка шарламаһы — Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Бәләбәй районындағы Пыжьяновка (хәҙер бөткән) ауылы эргәһендә, Дәүләкән районы менән Бәләбәй райондарының сиген бүлеп тора.

Шарлама
Ил
РегионБашҡортостан
РайонДәүләкән районы 
ЙылғаШарлама 
Бейеклеге12 м
Рәсәй
Точка
Шарлама
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шарлама
 Пыжьяновка шарламаһы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һыу текә ҡаянан, 12 метр бейеклектән, төшә. Йәй һыу ағымы кәмей, һәм шарлауыҡ урынына ҡаянан ағып төшөүсе һыу ҡала.

Башҡортостандағы иң ҙур күл — Асылыкүлдән дүрт км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Шарлама һыуы артабан Дәүләкән районы Буранғол ауылы эргәһендә бер нисә шишмә ҡушылып киңәйә, йылға булып Асылыкүлгә ҡоя. Йылға «Шарлама йылғаһы» тип йөрөтөлә[1].

Пыжьяновка шарламаһы тибиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шарлама, шарлауыҡ — текә ҡаянан, һикәлтәнән, киҫә ағып төшкән һыу[3]. Шарламаны урындағы халыҡ Пыжьяновка ауылы исеме менән йөрөтә. Ерле халыҡ телендә Пыжьяновка — «Буржиян ауылы», «Буржиян шарламаһы»[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы ҡыҙы раҫлай.8 октябрь 20021 й.
  2. Информационное агентство «БАШИНФОРМ». Архивировано 19 сентябрь 2012 года.
  3. Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 1993 й. — С. 650-се б..

Һылтанмалар

үҙгәртергә